Суд — граждандар араһындағы төрлө низағ һәм енәйәт эштәрен ҡарай торған дәүләт органы. Ул тәғәйен дәүләттәге закондарға ярашлы енәйәт, граждандар эштәре, административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм башҡа төр эштәрҙе ҡарай һәм хөкөм сығара.

Суд
Рәсәй почта маркаһы, 2001 г., РФ-тың Конституцион суды

Классификациялау

үҙгәртергә

Дөйөм юрисдикция судтарынан тыш махсуслаштырылған судтар бар, улар айырым категория эштәрҙе: хәрби, арбитраж (сауҙа, хужалыҡ, коммерция), таможня, һалым, хеҙмәт бәхәстәре, административ, ювеналь юстициия һәм башҡа төр закон боҙоуҙарҙы ҡарай.

Судтарҙың үҙенә башҡа төрө — конституцион суд, уларҙың төп функцияһы булып конституцион контроль тора. Ҡайһы бер илдәрҙә конституцион суд контролдең айырым урын тоҡан органы тип һанала һәм суд системаһына инмәй.

Ҡайһы бер илдәрҙә шулай уҡ дини судтар бар, мәҫәлән, шәриғәт суды һәм ғәҙәт-йола (адат) судтары.

Рәсәйҙең суд системаһы

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы суд системаһына ошо кимәл судтар инә:

  • федераль судтар — Рәсәй Федерацияһының Конституцион суды, дөйөм юрисдикция судтары (шул иҫәптән хәрби суд), арбитраж судтар, интеллектуаль хоҡуҡ буйынса суд
  • Федерация субъекттары судтары[1][2]).

Рәсәй Федерацияһының суд системаһын өс звено судтары тәшкил итә:

  • юғары инстанция судтары — Конституцион суд, Юғары (Верховный) суд;
  • икенсе инстанция судтары— Федерация субъекттарының федераль судтары, республика, край, өлкә, автономиялы округ, автономиялы өлкә,федераль әһәмиәтле ҡала юғары судтары (Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды), округ (флот) хәрби суды, округтарҙың федераль арбитраж суды һәм апелляцион арбитраж судтары[3];
  • беренсе инстанция судтары — ҡала һәм район федераль судтары, мировой судьялар, гарнизон хәрби судтары, Федерация субъекттарының арбитраж судтары;
  • Федерации субъекттарының конституцион (уставлы) судтары[4]

Тарихтан

үҙгәртергә

Советтар Союзында дәүләт суд органдарына өҫтәмә булараҡ иптәштәр судтары булдырылған. Улар йәмғиәткә зыян килтерә торған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм тәртипһеҙлектәрҙе киҫәтеү өсөн ойошторолғанн. Саҡырып һөйләшеү, йәмәғәт йоғонтоһо яһау юлы менән эш иткән, тәрбиәүи сара булараҡ ҡулланылған[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды
  2. Тлякбердин Т. Г. Верховный суд. // Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 205. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  3. Спорт арбитраж суды
  4. Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды
  5. Филиппов, Е. И. Общественно-товарищеское судопроизводство в СССР. — Ростов-на-Дону: Издательство Ростовского университета, 1979. — 190 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә