Кербель Лев Ефимович

Рәсәй скульпторы

Кербель Лев Ефимович (25 октябрь 1917 йыл14 август 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, профессор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Художество академияһы академигы (1975 һәм мөхбир ағзаһы 1962). СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1942). РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1967), СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1977). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). Ленин премияһы лауреаты (1962). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 1963 йылдан — КПСС ағзаһы.

Кербель Лев Ефимович
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй республикаһы
 РСФСР
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3]
Тыуған урыны Семёновка[d], Новозыбковский уезд[d], Черниговская губерния[d][3]
Вафат булған көнө 14 август 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[4][2][3] (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй[3]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө рәссам, скульптор
Эш урыны В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Уҡыу йорто В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты
Российская академия художеств[d]
И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Әүҙемлек урыны Мәскәү[4]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Рәссамдар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы орден Карла Маркса Национальная премия ГДР II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За заслуги перед Отечеством» III степени СССР-ҙың халыҡ рәссамы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Совет Поляр түңәрәк аръяғын обороналаған өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы Ленин премияһы народный художник РСФСР «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» орден Народной Республики Болгария
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Кербель Лев Ефимович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Лев Ефи́мович Ке́рбель 1917 йылдың 25 октябрендә Чернигов губернаһындағы ҙур булмаған Семеновка ауылында ябай ғаиләлә тыуған.

Граждандар һуғышы йылдарында ғаилә бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөй: Новозыбково, Сембер, Смоленск.

Күҙгә күренеп торған ижади һәләттәре бик иртә, алты йәше тирәһендә, асыла.

Мәктәптә Кербель сәнғәт менән ҡыҙыҡһына, бигерәк тә әүәләү уны үҙенә тарта. Мәктәп балалар ижады конкурсында ул үҙенең беренсе премияһын — «Фотокор № 1» фотоаппаратын бүләккә ала. 9 класта уҡыған сағында (1933 йыл) ул эшләгән В. И. Ленин барельефы художестволы үҙешмәкәр олимпиаданың өлкә этабында бик юғары баһа ала. Ошо ваҡыттан алып Л. Е. Кербель профессиональ скульптор булырға ҡарар итә.

1934 йылда Кербель Мәскәүгә бара һәм үҙенең призлы эшен — В. И. Лениндың барельефын РСФСР-ҙың Наркомпросында күрһәтә, уны мәғариф наркомы А. С. Бубнов ҡабул итә, артабан — Н. К. Крупская, Ленинград Бөтә Рәсәй сәнғәт академияһы директоры И. И, Бродский, скульптор С. Д, Меркулов.

19371941 йылдарҙа В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтында уҡый. Студент йылдарында Кербель А. С. Пушкиндың скульптура портретын ижад итә (1937), 1941 йылда ул В. В. Маяковскийға һәйкәл конкурсында ҡатнашып, беренсе турҙа беренсе урын ала. Икенсе турҙы үткәреүгә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы ҡамасаулай. Институтты 1948 йылда, һуғыштан һуң, тамамлай.

Л. Е. Кербель — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башта ул комсомол мобилизацияһы буйынса окоптар ҡаҙыуҙа ҡатнаша, һуңынан институт Сәмәркәндкә эвакуацияланғас, Чирчикстройҙа эшләй. 1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә, Төньяҡ флотта хәрби рәссам булып хеҙмәт итә.

 
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы генерал В. Г. Рязанов һәйкәле, 1953 йыл, Большое Козино

1945 йылда совет ғәскәрҙәре командованиеһы уны Германияға Берлинға саҡыртып ала, бында ул В. Е. Цигаль менән берлектә Совет яугирҙарына монумент эшләй (Тиргартен паркында урынлаштырыла).

Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында һәм сит илдәрҙә ҡуйылған 50-нән ашыу һәйкәл һәм мемориал авторы. Художество академияһы вице-президенты М. Г. Манизер менән берлектә Кербель И. В. Сталиндың үлгәндән һуң маскаһын яһай.

Ижадының бөтә этаптарында Л. Е. Кербель сәнғәттә коммунистик идеологияһының принциптарын ғәмәлләштерә.

Уның проекттары буйынса Ленинға һәйкәлдәр Мәскәүҙә Октябрь майҙанында, Смоленск, Кемерово, Краснознаменск, (Мәскәү өлкәһе)[5], Полтава, Сыктывкар, Липецк, София, Гавана (авторҙашы — Антонио Кинтана) һәм башҡа ерҙәрҙә ҡуйылған[6]

Башҡа күренекле сәйәси һәм дәүләт эшмәкәрҙәргә лә социаль заказ буйынса ижад итә: монумент, ҡәберташ, һәйкәл (Петр I, Карл Маркс, Эрнст Тельман, Соломон Бандаранаике[7], С. Ф. Бондарчук, Э. К. Тиссэ, Е. А. Фурцева, М. И. Бабанова, Б. А. Лавренев, адмирал А. Г. Головко, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Д. А. Драгунский, Д. Ф. Ойстрах, Ғ. Туҡай һәм башҡалар).

1962 йылдан профессор Л. Е. Кербель Мәскәү художество институтында уҡыта, скульптура оҫтаханаһына етәкселек итә.

1964 йылда «Центрнаучфильм» киностудияһында «Первому коммунисту» исемле Л. Кербель ижадына арналған фильм төшөрөлә (режиссёры В. Томберг).

19881992 йылдарҙа — Рәсәй художество академияһының вице-президенты.

Башҡортостандағы эштәре

үҙгәртергә

Өфө ҡалаһында Л. Е. Кербель тарафынан эшләнгән Мәжит Ғафури һәйкәле (1978; архитектор Л. В. Хихлуха менән берлектә; Башҡорт драма театры бинаһы алдында урынлаштырылған) һәм А. М. Матросов һәм М. Х. Ғөбәйҙуллин образдары һынландырылған Бөйөк Ватан һуғышына арналған монумент (1980; скульптор Н. С. Любимов, архитектор Г. Г. Лебедев менән берлектә; Еңеү паркында ҡуйылған).

Кербель Л. Е. 2003 йылдың 14 авгусында Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләре

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #127170847 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 КЕРБЕЛЬ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  4. 4,0 4,1 RKDartists (нидерл.)
  5. Памятники Ленину. Краснознаменск на сайте leninstatues.ru
  6. Иллюстрированный список памятников Ленину работы Л. Кербеля (общим число 22) на сайте leninstatues.ru.
  7. Н. В. Воронов (сост.). Лев Ефимович Кербель: [Альбом]. — М.: Издательство Изобразительное искусство, 1977. — P. 30.

Һылтанмалар

үҙгәртергә