Словения (слов. Slovenija), рәсми исеме — Словения республикаһы (слов. Republika Slovenija) — Үҙәк Европалағы ил. 2004 йылдан Европа Берлеге ағзаһы. Көнбайышта Италия һәм Адриатик диңгеҙ, көньяҡта Хорватия, көнсығышта Венгрия һәм төньяҡта Австрия дәүләттәре менән сиктәш. Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО) ағзаһы. Территорияһы — 20 236 км², халыҡ һаны — 2 089 310 кеше (июль 2019 йыл)[3]. Халыҡ һаны буйынса донъяла 144-се һәм территория буйынса 15-се урынды биләй.

Словения республикаһы
Republika Slovenija
Словенияның гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Zdravljica»
Словенияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа Берлегендә (асыҡ йәшел)
Үҙаллылыҡ датаһы 25 июнь 1991 йылда ҡабул ителгән ( Югославия)
Рәсми тел словен
Баш ҡала Любляна
Эре ҡалалар Любляна, Марибор, Целе, Крань, Веленье
Идара итеү төрө Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Наташа Пирц-Мусар
Янез Янша
Дәүләт дине Католицизм
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
150
20 253 км²
0,6
Халыҡ
• Һаны (2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

2 055 496 чел. (145)
101 чел./км²
ЭТП (ППС)
  • Бөтәһе
  • На душу населения

58,979 млрд.[1] долл.
29 179[1] долл.
ЭТП (номинал)
  • Бөтәһе
  • Бер кешегә

52,430 млрд.[1] долл.
25 939[1] долл.
Валюта Евро [2]
Интернет-домен .si
Код ISO SI
МОК коды SLO
Телефон коды +386
Сәғәт бүлкәте +1

Баш ҡалаһы — Любляна. Дәүләт теле — словен теле.

Унитар, парламент республикаһы. 2020 йылдың мартында премьер-министр вазифаһын Янез Янша биләй[4].

Административ бүленеш: 210 община, шул иҫәптән 11 ҡала.

Балҡан ярымутрауының Альп алды өлөшөндә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыштан Адриатик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла. Көнбайышта Италия, төньяҡта — Австрия, төньяҡ-көнсығышта — Венгрия, көнсығышта һәм көньяҡта Хорватия менән сиктәш.

Йылдам үҫешеүсән иҡтисадлы индустриаль ил. Тулайым эске продукт күләме 2011 йылда 58,979 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (йән башына яҡынса 29 179 АҠШ доллары тура килә). Аҡса берәмеге - евро.

Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1991 йылдың 25 июнендә иғлан ителә. 2004 йылдың 29 мартында Словения НАТО-ға ҡушыла, 2004 йылдың 1 майында Европа берлегенә инә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Slovenija атамаһы "словендар" этнонимынан — "славяндар" этнонимының тәүславян формаһынан килә, йәғни "словендар ере" тигәнде аңлата[5]. Ҡайһы бер лингвистар баһалауынса, "славяндар" этнонимының этимологияһы был иҫәпкә бер нисә гипотезалар булһа ла билдәһеҙ булып ҡала[6].

Заманса Словенияның исеме 1944 йылда немец оккупацияһына ҡаршы Югославияның милли-ҡотҡарыу хәрәкәте барышында ойошторолған Словен халыҡ азатлығы комитетынан (слов. Slovenski narodnoosvobodilni svet) килә. 1945-1946 йылдарҙа дәүләттең рәсми исеме "Федераль Словения" (слов. Federalna Slovenija), шул уҡ ваҡытта - СФРЮ төҙөгән илдәрҙең береһе булған. 1946 йылдың 20 февралендә "Федераль Словения" "Словен Халыҡ Республикаһы" (слов. Ljudska republika Slovenija) тип үҙгәртелә, ул, үҙ сиратында, 1963 йылдың 9 апрелендә "Социалистик Словения Республикаһы" (слов. Socialistična republika Slovenija)[7] тип үҙгәртелә. 1990 йылдың 8 мартында Словения "Социалистик" приставкаһын алып ташлай, "Словения Республикаһы" булып ҡала, ә 1991 йылдың 25 июнендә үҙаллылыҡ иғлан итә.

 
1848 йылдың Словения ерҙәрен берләштереү планы, ул бер ҡасан да тормошҡа ашырылмай

Словенияның территорияһында борон иллирий һәм кельт ҡәбиләләре йәшәй, улар бергәләп Норик короллеген булдыра. Беҙҙең эраның II быуатынан — Боронғо Рим власы аҫтында (Италия һәм Паннония провинциялары). VI—VIII быуаттарҙа бында славяндар төпләнә, улар аварҙар власы аҫтына эләгә. 630 йылда словендарҙың ата-бабалары — карантандар тарафынан «Венд маркаһы» булдырыла. 664 йылдан был дәүләт «Карантания» атамаһы аҫтында билдәле. IX быуатта карантандарҙың икенсе дәүләт берекмәһе — Блатен кенәзлеге төҙөлә. Шул уҡ быуатта словендарҙың ата-бабалары бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм 1200 йыл ваҡыт дәүеренә һуҙылған немецтарҙың власы аҫтына эләгә.

1000 йыл тирәһендә Brižinski spomeniki тигән тәүге словен телендә яҙма документ яҙыла. XIV быуатта заманса Словения территорияһы Габсбургтар власына эләгә һәм артабан Австро-Венгрия составына керә. Словения өс провинцияға: Краньск, Горишка һәм Штаерскиға бүленгән була.

Сауҙа юлдарының күсенеүе һәм Утыҙ йыллыҡ һуғыш XVII быуатта Словенияның иҡтисади тарҡалыуына булышлыҡ итә, әммә XVIII быуатта хужалыҡ үҫеше йәнә әүҙемләшә: төрлө тауарҙар етештереү арта, ауыл хужалығы продукцияһы 60 процентҡа күбәйә. Милли мәғрифәтселек хәрәкәте ойошторола. Был осор Словения Яңырыуы тип билдәле.

1809-1813 йылдарҙа Словенияның ҙур өлөшө Иллирий провинциялары составына ингән була. XIX быуатта, айырыуса Австриялағы 1848-1849 йылдарҙағы революция ваҡытында һәм унан һуң, Австрия Приморьеһында Словенияның милли хәрәкәте үҫешә (үҙәге — Крайна).

1918 йылда словен ерҙәренең бер өлөшө Югославия (Словендар, хорваттар һәм сербтар короллеге) составына керә. 1991 йылдың июнендә Словения республикаһы бойондроҡһоҙлоҡ иғлан итә.

Административ бүленеш

үҙгәртергә

Словен республикаһы 210 общинаға, уларҙың 11 ҡала статусына эйә.

Политик структура

үҙгәртергә

Словения башлығы — президент, 5 йыл һайын һайлана. Башҡарма хакимиәт менән президент һәм министрҙар кабинеты идара итә. Министрҙар кабинетын парламент раҫлай.

Парламент ике палатанан тора: Словенияның дәүләт йыйылышы (слов. državni zbor) һәм дәүләт советы (слов. državni svet). Словенияның дәүләт йыйылышына 90 депутат һайлана. Словенияның дәүләт советы парламенттың юғары палатаһы функцияһын үтәй. Бында 5 йылға һайлаған 40 депутат ултырышта ҡатнаша.

2008 йылғы һайлауҙар буйынса Словенияның дәүләт йыйылышына ингән партиялар:

  • Социал-демократтар (слов. Socialni demokrati, SD) — үҙәк-һул йүнәлешле, 29 депутат
  • Словен демократик партияһы (слов. Slovenska demokratska stranka, SDS) — үҙәк йүнәлешле, 28 депутат
  • Хәҡиҡәткә(слов. Zares) — үҙәк-һул йүнәлешле, 9 депутат
  • Словенияның демократик пенсионерҙар партияһы (слов. Demokratična stranka upokojencev Slovenije, DeSUS) — үҙәк-һул йүнәлешле, 7 депутат
  • Словен милли партияһы (слов. Slovenska nacionalna stranka, SNS) — милли-һул йүнәлешле, 5 депутат
  • Словен халыҡ партияһы (слов. Slovenska ljudska stranka, SLS) — үҙәк-уң йүнәлешле, 5 депутат
  • Словен йәштәре партияһы (слов. Stranka mladih Slovenije, SMS) — үҙәк-һул йүнәлешле, Словен халыҡ партияһы менән берлектә
  • Словенияның либераль-демократияһы (слов. Liberalna demokracija Slovenije, LDS) — үҙәк-һул йүнәлешле, 5 депутат.

2002 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса 1 964 мең кеше тәшкил итә, территорияһы — 20 253 км². Шул иҫәптән милли составы:

Халыҡтың яҡынса яртыһы ҡалаларҙа, ә ҡалғандары ауыл ерендә төбәкләнгән.

2002 йылғы перепись мәғлүмәттәре буйынса католиктар халыҡтың 57,8 % тәшкил итә, православиелылар — 2,3 %, протестанттар — 0,8 %, мосолмандар — 2,4 %.

Дәүләт байрамдары

үҙгәртергә
  • 1 һәм 2 ғинуар — Яңы йыл байрамы;
  • 8 февраль — Прешерн көнө;
  • 12 һәм 13 апрель — Пасха байрамы;
  • 27 апрель — Окупациға ҡаршы ихтилал көнө;
  • 1 һәм 2 май — Хеҙмәт байрамы;
  • 25 июнь — Милли көн;
  • 15 август — Успение Богородицы байрамы;
  • 31 октябрь — Реформация көнө;
  • 25 декабрь — Раштыуа байрамы;
  • 26 декабрь — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Report for Selected Countries and Subjects
  2. 2007 йылға тиклем — словен толары
  3. eUprava in english language. e-uprava.gov.si. Дата обращения: 2 март 2020.
  4. Janša to head Slovenia's next government (билдәһеҙ). Radio Si. Дата обращения: 5 март 2020.
  5. Поспелов, 2002, с. 388
  6. Нидерле Л. Славянские древности. / Перевод с чешского Т. Ковалёвой и М. Хазанова. Предисловие проф. П. Н. Третьякова. Редакция А. Л. Монгайта. — М.: Издательство иностранной литературы, 1956. — С. 42.
  7. Kopač, Janez Ustava Socialistične republike Slovenije z dne 9. aprila 1963 (Slovenian) // Arhivi. — 2001. — Т. XXIV. — № 1. — С. 1. Архивировано из первоисточника 3 март 2016.

Һылтанмалар

үҙгәртергә