Башҡорт аты
Башҡорт аты — Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо. Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Айғырҙың үлсәмдәре: мунда бейеклеге 142—145, кәүҙәнең ҡыйыш оҙонлоғо 147—150, түш ҡоласы 170—175, енсек ҡоласы 18,5—19,5, тере ауырлығы 450—470 кг, ошондай уҡ бейә үсәмдәре: 138—142, 143—147, 167—172, 18—19, 400—420.
Таралыуы
үҙгәртергәБашҡорт аты XVII—XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120—140 км юлды үтеп булған башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған.
Ҡулланылыуы
үҙгәртергәБашҡорт аты ултыраҡ тормошта йәшәгән, әгәр күсенһә лә алыҫ араға күсмәй торған, халыҡ аты. Шуға ла аттар, һыбай йөрөүгә ҡарағанда, ауыл хужалығы эшенә яраҡлашҡан. Ул артыҡ сандыр (ҡоро һөйәкле, ябыҡ) түгел, үҫешкән һөлдәһе бар, осаһы (арт яғы) ныҡ иңкеү түгел, ләкин аяҡтары мыҡты һәм көслө, шулай уҡ тояҡтары бик ныҡ. Бик сыҙамлы, тыныс тәбиғәтле. Элек башҡорт аттарының һаны 600 меңгә тиклем еткән.
Башҡорт аты тарихи сығанаҡтарҙа
үҙгәртергәРычков Пётр Иванович «Ырымбур топографияһы» тигән китабында (292 бит) былай тип яҙған:
Башҡорт аттары электән үк Рәсәйҙә сыҙамлылығы менән һанланған.
Шулай уҡ ул ҡапыл борола алыуын, етеҙлеген, тилберлеген дә билдәләп киткән. Уларҙың хаҡы 30—50 һум торған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда башҡорттарҙың байтағы 300—400 йылҡы малы тотҡан.
Рычковтың яҙыуынса, башҡорттар аттарын йәйен дә, ҡышын да тибендә далала йөрөткән.Ҡар нисек кенә ҡалын булмаһын, башҡорт аттары тояҡтары менән сапсып тибенеп, ҡар аҫтынан үҙҙәрен туйындырырлыҡ туң үлән тапҡан. Ҡышын егеүгә файҙаланған аттар өсөн бесән әҙерләнгән.
Этнограф С. И. Руденко «Башкиры» тип аталған китабында:
«Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа»,
— тип яҙған. Сергей Минцлов:
«Мин башҡорт аттарына һоҡланам! Кем был яҡтарҙы күрмәгән, шуға 25—30 саҡрымға ярыштар булмаҫтай хәл кеүек тойола… Ашатмайынса 60-ар, 90-шар саҡрым юл үтәләр. Ныҡлы әйтә алам, Стәрлетамаҡтың төрмә начальнигын йөрөтөүсе башҡорт 160 саҡрым юлды һелтәгән. Башҡорттар гелән һыбай килеш 90-шарҙы үтә, улар өсөн был — ғәҙәти хәл…»
Маршал Семен Буденный:
«Башҡорттарҙа йылҡысылыҡ тармағы тарихта монголдар барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк үҫешкән булған. Шуға күрә башҡорт атының монгол тамырҙарын эҙләү (ҡайһы бер хеҙмәттәрҙәге кеүек) нигеҙһеҙ»…
Башҡорт аты һуғыш яланында
үҙгәртергәБашҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә.
Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан. Өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары аша ул юғары баһалана. Оҙаҡ ваҡыт шәп сабып йәки йылдам юрғалап барыу һәләте 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында яҡшы билдәләнелә. Был һыбайлыға уҡтан мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек биргән. Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгәндәр.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы башлыса башҡорт аттары менән тулыландырыла.
Башҡорт аты тел-әҙәбиәт ҡомартҡыларында
үҙгәртергәБашҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында аттарға бик күп һәм мөһим иғтибар бүленгән. Башҡорт мифологияһында Толпар — һыуҙан йәки океандар башланған ерҙән сыҡҡан әкиәттәге тылсымлы, ҡанатлы ат. Был исемгә дәрт, атлығыу, уҡталыу, өйөрмә, ҡойон, илһамланыу, ҡанатланыу, күтәрелеү кеүек мәғәнәләр һалынған. Аҡбуҙат, күк ҡанатлы аты, башҡорт халыҡ эпосы «Урал батырҙа» мөһим роль уйнай.
Башҡорт халыҡ риүәйәттәрендә (Аҡһаҡ ҡола , Ҡара юрға , Бишҡолон , Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу , «Алпамыша») башҡорт аты — башҡорт батырының тоғро юлдашы.
Ат тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
үҙгәртергәФотогалерея
үҙгәртергәТоратау шиханы янында | Әбйәлил районында | Александр Орловскийҙың картинаһы | Башҡорт һыбайлыһы |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәУрыҫ телендә
- Сагин И. А. Башкирская лощадь и пути ее улучшения. — Уфа. 1955.
- Свечин К. Б. Коневодство Башкирии. — Уфа. 1974.
- Мурсалимов В. С., Сатыев Б. Х. Башкирская лощадь. — Уфа. 1988.
Башҡорт аты ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- В Абзелиловском районе Башкирии лошадь родила жеребенка в снежном поле. ИА «Башинформ», 8 декабря 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Башҡорт атына тиңдәр булмаҫ…, «Башҡортостан» гәзитендә Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН мәҡәләһе 2016 йыл 9 март архивланған.
- «Башҡорт аты-тормош ҡото», «Йәшлек» гәзитендә Гөлнара Ғәлимованың мәҡәләһе
- «Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты», «Йәшлек» гәзитендә Илшат Ҡансурин мәҡәләһе
- «Ат ҡәҙерен белмәгән Юлда илай ултырыр…», «Йәшлек» гәзитендә Баныут Ҡаһарманова мәҡәләһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт аты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Башкирская лошадь Военная энциклопедия. Россия, СПб., 1911—1915
- Аттар тураһындағы сайт, башҡорт аттары бите(недоступная ссылка)
- Башҡорт аттары фотолары
- Йылҡысылыҡ буйынса сайт. Башҡорт аты 2013 йыл 9 октябрь архивланған.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре#Ат Викиөҙөмтәлә | |
Башҡорт аты Викимилектә |