18 февраль
көнө
(18 февраля битенән йүнәлтелде)
18 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 49-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 316 көн ҡала (кәбисә йылында 317).
18 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
Рәсми булмаған
- Рәсәй: Билмән көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1911: Һиндостанда тарихта тәүге тапҡыр почта авиарейсы башҡарыла. Осоусы Анри Пике 6,5 мең хаттан һәм 250 асылманан торған йөктө Аллаһабадтан Нейниға 13 км араға алып бара.
- 1913: Фредерик Содди ғилми әйләнешкә «изотоп» терминын тәҡдим итә.
- 1918: Борай ауылында Борай башҡорт милли советы Башҡортостан мөхтәриәте составында Борай башҡорт кантоны ойошторолоуы тураһында иғлан итә.
- 1918: Мәскәүҙә Брянск (хәҙер Киев) тимер юл вокзалы асыла.
- 1919: Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт ғәскәре Советтар яғына сыға.
- 1930: АҠШ астрономы Клайд Томбо Ҡояш системаһының туғыҙынсы планетаһы Плутонды аса.
- 1948: СССР һәм Бирма берлеге (хәҙер Мьянма берлеге) менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1953: Өфөлә шайбалы хоккей буйынса тәүге ярыш уҙғарыла — «Спартак» (Өфө) һәм «Спартак» (Силәбе) командалары осраша.
- 1960: Скво-Вэллиҙа VIII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1965: Гамбия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1967: СССР һәм Үрге Вольта (хәҙер Буркина-Фасо) араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1978: Тәүге тапҡыр триатлон буйынса ярыштар үткәрелә.
- 1979: Сахара сүлендә ҡар яуа.
- 1981: СССР һәм Зимбабве Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1986: Борис Ельцин КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһына кандидат итеп һайлана.
- 1993: Башҡортостан һәм Удмурт Республикаһы араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тиманова Вера Викторовна (1855—22.02.1942), Рәсәй империяһы һәм СССР музыканты, пианистка. Хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы музыка уҡыу йорттары уҡытыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөхәммәт Иҙрисов (1920—4.02.2012), бейеүсе, 1941—1963 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1953) артисы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Бухарест, 1953) лауреаты, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
- Гаврилов Виктор Николаевич (1955), хужалыҡ эшмәкәре. 1984 йылдан Күмертау «Межрайкоммунводоканал» предприятиеһы директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1998), Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ҡыҙыл Урал ауылынан.
- Кирәев Салауат Ғаяз улы (1955—6.04.2001), цирк артисы, атта һыбай йөрөүсе оҫта, тренер. 1973—1994 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй дәүләт цирк компанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973—1990 йылдарҙа компанияның Башҡортостан цирк коллективында, 1996—1998 йылдарҙа Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының ат спорты мәктәбе тренеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1986).
- Шакиров Рәйес Руфат улы (1960), ғалим-зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 2001 йылдан Дүртөйлө районы Киров исемендәге тоҡомсолок заводының генераль директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2005). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Өсбүлә ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Андреев Евгений Иванович (1911–26.03.1981), сәнәғәт тармағы алдынғыһы. 1937–1966 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының үҙәк лабораторияһы мөдире. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡағы ауылынан.
- Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (1911—10.07.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, инженер-механик, ғалим-баллистик. Генерал-майор-инженер (1962). Техник фәндәр кандидаты (1962). Ленин премияһы лауреаты (1965).
- Йәнгиров Дәүләтхан Ғилемхан улы (1926—10.03.2006), ғалим-физик. Башҡорт дәүләт педагогия институтының элекке уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Физика-математика фәндәре кандидаты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Күҫәләр ауылынан.
- Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы (1936), йырсы, педагог. 1972—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. 1967—1972 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың халыҡ артисы (1991).
- Угрюмова Татьяна Степановна (1946), ғалим-музыка белгесе, педагогик хеҙмәт ветераны, 1969 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971 йылдан музыка һәм композициялар тарихы, теорияһы, 1972—1973 һәм 1978—1994 йылдарҙа музыка тарихы кафедраһы мөдире. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).
- Ғарипов Салауат Рәми улы (1956—7.05.2014), элемтә тармағы эшмәкәре. 1980—1991 йылдарҙа Оло Ыҡтамаҡ, 1991—2014 йылдарҙа — Учалы район элемтә узелы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2005). Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың өлкән улы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбдеева Мәхмүҙә Ғәззәли ҡыҙы (1942), селекционер. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).
- Солтанов Камил Аснаф улы (1967), уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ().
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әмир Гәрәев (1928—2.11.2008), башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Алексеев Анатолий Алексеевич (1938—17.09.2008), ғалим—геолог. 1965—2008 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Арлан ауылынан.
- Солтанғужин Сәмиғулла Сәғит улы (1938—2013), Хәйбулла районы «Красный Доброволец» колхозының 1956—1998 йылдарҙағы механизаторы һәм бригадиры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Өмөтбаев Вил Ғайса улы (1938—12.12.2020), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәре докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
- Аҡъюлов Сәйфүн Сәғәҙәткирәй улы (1958), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, отставкалағы эске хеҙмәт полковнигы. 2011—2018 йылдарҙа Язаны ғәмәлгә ашырыу буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Михайлов Александр Алексеевич (1894—12.02.1977) педагог, юрист. 1947—1954 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1924), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1946). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Иҫке Семенкин ауылынан.
- Морозов Евгений Николаевич (1909—2000), хужалыҡ эшмәкәре, «Шкаповнефтестрой» тресы 2-се төҙөлөш идаралығының элекке етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1972). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Гурьев (хәҙер Атырау) ҡалаһынан.
- Төпәев Салауат Харис улы (1924), ғалим-инженер-механик, журналист, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1962), доцент (1972). Журналистар союзы ағзаһы (1998). 1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999).
- Сөләймәнова (Хәлитова) Фәниә Байгилде ҡыҙы (1939), йырсы, радиожурналист. 1983 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996).
- Кривошеев Игорь Александрович (1954), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2006—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әсфәндиәров Зөфәр Вәкил улы (1949), уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән Мәсетле районы Ишәле ауылынан.
- Цадкин Михаил Авраамович (1959), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2006). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1780: Алексей Венецианов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1825: Мор Йокаи, Венгрия яҙыусыһы.
- 1895: Семён Тимошенко, хәрби эшмәкәр, Советтар Союзы Маршалы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1935: Геннадий Гладков, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1952: Александр Барыкин, СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, йырсы, композитор һәм гитарист.
- 1960: Миңсәйет Тажетдинов, СССР көрәшсеһе, классик көрәш буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1986), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005).
- 1988: Александр Логинов, Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы.
- 1988: Иван Вишневский, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы.