Алексеев Анатолий Алексеевич

Геолог

Алексеев Анатолий Алексеевич (18 февраль 1938 йыл — 17 сентябрь 2008 йыл) — ғалим-геолог. 1962 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө феделаь тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан — лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994).

Алексеев Анатолий Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Арлан ауылы
Вафат булған көнө 17 сентябрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө геолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге)

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Алексеевич Алексеев 1938 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Арлан ауылында тыуған. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Геология институтында эш башлай, 1992 йылдан — лаборатория мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге магматизм, метаморфизм, файҙалы ҡаҙылмаларҙы һәм Урал көнбайыш битләүе һәм Көньяҡ Уралдың һуңғы кембрий алды осороноң геологик үҫеше тарихын өйрәнеү менән бәйле. Ғалим мәҡсүт метаморфик комплексының, Урал көнбайыш битләүенең кембрий алды магматизмының йәш буйынса бүлгеләү һәм корреляциялау стратиграфик схемаһын эшләй.

Ул шулай уҡ Уралда ордовик алды метаморфик айырымлыҡтың булыуын һәм төбәктә таралыуын дәлилләй, доуралид составында рифеидтарҙың бүленеүе тураһындағы төшөнсәне киңәйтә, Башҡортостан биләмәһе алмаслы булыуының геологик шарттарын ҡарай. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Магматические комплексы зоны хребта Урал-Тау. М., 1976;
  • Рифейско-вендский магматизм западного склона Южного Урала. М., 1984.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә