Тиманова Вера Викторовна

Рәсәй пианисткаһы

Тиманова Вера Викторовна (18 февраль 1855 йыл22 февраль 1942 йылРәсәй империяһы пианиносыһы.

Вера Викторовна Тиманова
П. Ф. Борель һүрәте буйынса Л. А. Серяков гравюраһы, 1871 йыл
П. Ф. Борель һүрәте буйынса
Л. А. Серяков гравюраһы, 1871 йыл
Тыуған көнө

1855({{padleft:1855|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Өфө

Вафат булған көнө

1942({{padleft:1942|4|0}})

Вафат булған урыны

СССР, Ленинград ҡалаһы

Ил

 Рәсәй империяһы
 СССР

Эшмәкәрлеге

пианиносы

Биографияһы

үҙгәртергә

Вера Викторовна Тиманова 1855 йылдың 18 февралендә Өфө ҡалаһында коллежский асессор, Ырымбур губернаһының вице-губернаторы ғаиләһендә тыуа. Туберкулез менән ауырыған атаһы иртә вафат була, биш йәшлек Вера менән унан бәләкәй тағы өс ҡыҙы етем ҡала[1].

 
В. В. Тиманова

Вера өйҙә музыкаль белем ала; йәш пианистканың талантын үҫтереүгә Өфөлә эшләгән Людвиг Новицкий ярҙам итә. Вера туғыҙ йәшендә Дворяндар йыйылышы залында беренсе концертын бирә, был концертта Шопендың, Калькбреннерҙың ҡатмарлы әҙәрҙәрен, Моцарт концертын башҡара. Артабан ул Петербург консерваторияһында А. Г. Рубинштейнда һәм П. Л. Петерсонда уҡый. Өфө байы Базилевскийҙың аҡсалата ярҙамы уға консерваторияла уҡырға мөмкинлек бирә. Оҫталығын камиллаштырыр өсөн Берлин ҡалаһына китә, унда өс йыл буйы Карл Таузиг етәкселегендә күнекмәләр үтә, шунан бер аҙға Веймарға килә, унда Ференц Листтың яратҡан уҡыусыларының береһенә әйләнә.

Сит илдәрҙәге уңышлы концерттарынан һуң Тиманова Санкт-Петербургҡа ҡайта, ғүмерен концерт һәм педагогия эшмәкәрлегенә бағышлай. Уның башҡарыу оҫталығын П. И. Чайковский һәм А. П. Бородин юғары баһалай. Чайковский уға — Юмористик скерцоһын, Эдуард Направник Фортепиано менән оркестр өсөн рус фантазияһын (1881) бағышлай, быныһының премьераһын Тиманова ҙур уңыш менән башҡара.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Тиманова халыҡ алдындағы сығыштарын туҡтата, ул яңы власты хупламай. Ленинградта блокада ваҡытында 1942 йылдың 22 февралендә вафат була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тиманова Вера Викторовна 2012 йыл 20 октябрь архивланған. // Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа

Һылтанмалар

үҙгәртергә