Күҫәләр
Күҫәләр (рус. Куселярово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Арҡауыл ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 171 кеше булған[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810003.
Ауыл | |
Куселярово башҡ. Күҫәләр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452493 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арҡауыл): 9 км
- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 37 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 67 км
Күҫәләр ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 37 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 67 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәКүҫәләр ауылына Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, ауыл 1765 йылғы мәғлүмәттәрҙән билдәле. Йорт старшинаһы Томансин Рәхимғол ауылы тигән атама менән дә теркәлгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Күҫәләр ауылында мәсет, һыу тирмәне булған[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Мырҙалар улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 10-сы йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Мырҙалар улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Мырҙалар улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арҡауыл ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арҡауыл ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Арҡауыл ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1795 йылда Күҫәләр атамалы ике ауыл булған. Береһендә 6 хужалыҡ һәм 29 кеше булған. Был төп тораҡ утары булған. Икенсеһендә 28 хужалыҡта 145 кеше, шул иҫәптән Урман-Көҙәй улусынан килгән 5 башҡорт ир-ат керҙәш йәшәгән. Артабанғы рәүиздәр бер ауылды ғына иҫәпкә алған.
Йүрүҙән йылғаһы ярындағы Күҫәләр ауылы Өфө ҡалаһынан 152 саҡрымда һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеге менән сауҙа иткән төп урындан, Арҡауылдан, 2 саҡрымда урынлашҡан. Төп ер биләмәһе ауыл эргәһендә, икенсеһе — Урмантау ҡулында урынлашҡан булған. Игенселек системаһы дөрөҫ булмаһа ла өс баҫыулыға яҡын булған. Арыш, һоло, борай, ҡарабойҙай, бойҙай, арпа, етен сәселгән.
1816 йылда Күҫәләрҙә 27 хужалыҡта 178 кеше йәшәгән. Үҙенең улдары Ҡарай, Сәйетбаттал, Йомаҙил менән йорт старшинаһы 72 йәшлек Рәхимҡол Томансин (алдағы старшина Томансы Йыуашкиндың улы), шулай уҡ указлы мулла һәм Әҙелгәрәй йәшәгән.
1834 йылда 280 кеше йәшәгән. Һәм 27 хужалыҡтың 16-һында (59 %) күп ҡатынлы ир-ат йәшәгән[5].
1842 йылда 312 кешегә 75 сирек ужым һәм 421 сирек яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. 4 сирек участкаға ҡайһы бер хужалыҡтар картуф сәскән. 2 тирмән, хужалыҡтарҙа 4 елгәргес, 2 сорттарға айырыусы ҡоролма һәм 1 һуҡҡыс булған. Йәшелсә баҡсалары ла булған. 51 хужалыҡта 355 ат, 205 эре мөгөҙлө мал, 189 һарыҡ һәм 53 кәзә булған. Бөтә ауыл йә айырым хужалар тарафынан ерҙәрен ҡуртымға биреү алымы ҡулланылған. Тирмән ҡуйыу урынын һәм Оло Айыр, Бүжәй йылғаларында эшләгән һыу тирмәндәрен ҡуртымға биргәндәр. 2 бакалея кибете булған. Мәсет тә булған.
1859 йылда 74 хужалыҡта 368 кеше йәшәгән. 1865 йылда 80 йортта — 399 кеше йәшәгән.
1890 йылдан Күҫәләрҙә Дыуан улусынан килгән урыҫтар ҙа йәшәгән[6][4].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге ваҡыттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Күҫәләр ауылында мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылғы совет йәниҫәбе 100 хужалыҡта йәшәгән 527 кешене иҫәпкә алған. Әлеге ваҡытта башланғыс мәктәп (Арҡауыл урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.
XIX быуат аҙағында нигеҙ һалынған Советтар Союзы Геройы Головин Алексей Степановичтың тыуған ауылы Митюшинский ҡасабаһы XX быуаттың 1970‑се йылдарынан Күҫәләр ауылына ҡушылған[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәКүҫәләр ауылында башҡорттар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 520 | ||||
1920 йыл 26 август | 527 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 401 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 367 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 202 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 241 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 171 | 89 | 82 | 52,0 | 48,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (10.10.1902—10.07.1938), дәүләт хеҙмәткәре. 1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары. 1936—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғәниев Әкрәм Мөхәмәт улы (3.01.1959—14.05.2023), дәүләт хеҙмәткәре. 2005—2023 йылдарҙа Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Головин Алексей Степанович (01.01.1912— 05.05.1981), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар бригадаһының айырым саңғысылар батальонының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы (1943)[7]. Митюшин ҡасабаһында тыуып үҫкән. Салауат районының почётлы гражданы[8]. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Күҫәләрҙә тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары — Салауат районының 2-се Иҙелбай һәм Күҫәләр ауылдары араһында Йүрүҙән йылғаһының һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр ауылынан көнбайышҡа табан 1, 5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының беренсе (төп) төркөмө ята. Йылғанан 25 м алыҫлыҡта тәбиғи һыу өҫкә сыға; унан көнбайышҡа табан 650 м алыҫлыҡта — Әсе сығанағы урынлашҡан (упҡындың диаметры 4, 5 м, тәрәнлеге — 10 м), төбөндә минераль ләм ята, ҡалынлығы 1 м. Күҫәләр ауылы эргәһендә, йылғаның туғай өҫтө киртләсендә, 2-се (скважиналы) төркөм һыу сығанаҡтары урынлашҡан. Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары тирә-яғындағы ландшафт ҡатнаш урмандарҙан һәм ҡоро болондарҙан тора.
Тауҙар:
Йылғалар, шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мырҙалар ырыуы
Ҡушаматтар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- С. Г. Сабирьянова. Земля салаватская, земля батыра. — Уфа: Гилем, 2010. — 400 с..
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Күҫәләр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Күҫәләр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Күҫәләр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2. Д.459 (1834 г.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Головин Алексей Степанович
- ↑ Администрация муниципального района Салаватский район. Официальный сайт. Почётные граждане: Головин Алексей Степанович 2021 йыл 23 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- ↑ Карта д. Куселярово. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |