Йыланлы
Йыланлы (рус. Еланлино) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 796 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80236820001.
Ауыл | |
Еланлино башҡ. Йыланлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452502 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Ҡыйғы): 26 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 40 км[3]
Йыланлы ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Йыланлы йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа табан 26 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарихы
үҙгәртергә1760 йылдың 22 май килешеүе менән Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә кереткән мишәрҙәр тарафынан Йыланлы ауылына нигеҙ һалынған. «Һәр хужалыҡтан йылына 25 тин һалым (оброк) түләү ҡаралған булған». Ерҙе ҡортомға алған өсөн улус башҡорттарына 1892 йылға тиклем һалым түләгәндәр. Һуңғараҡ шундай уҡ шарттар менән бында типтәрҙәр йәшәй башлаған. Типтәрҙәрҙең инеү ваҡыты билдәһеҙ.
1795 йылда 20 йортта 149 мишәр йәшәгән.
1816 йылдан һуң мишәрҙәр (140 кеше) менән бергә бындағы ер биләмәләренә типтәрҙәр (167 кеше) ҙә эйә була.
1834 йылда Йыланлы ауылында 199 мишәр һәм 287 типтәр йәшәгән.
Йыланлы ауылының икенсе исеме - «Олешкино тож», Алёшкино. Әммә башҡа ауылдарҙа осрағанса, Алёшканың тәүге төпләнеүсе булыуын фараз итергә мөмкин. Тәүге төпләнеүсе 1760 йылда тырнаҡлылар менән килешеү төҙөгән.
1842 йылда 119 мишәргә 35 сирек ужым һәм 94 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. 6 тирмән булған. Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше еңгән. 1895 йылға 13 һуҡҡыс һәм 20 елгәргес булған. 47 мишәр хужалығына 274 йылҡы малы, 1238 һыйыр, 230 һарыҡ, 100 кәзә тура килә. 59 типтәр йортонда — 344 йылҡы малы, 325 һыйыр, 243 һарыҡ, 255 кәзә аҫыралған. 1842 йылда мишәрҙәр 15 умарта һәм 5 солоҡҡа, типтәрҙәр - 95 умартаға эйә булған. ХIХ быуат башында Йыланлыла 5 тимерлек һәм 5 кибет эшләгән. Ауыл мосолмандарының — 2 мәсете булған[5][6].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Үрге Ҡыйғы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Йыланлы ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1859 йылда 152 йортта барлығы 916 кеше йәшәгән.
1865 йылда Йыланлы (Алёшкино) ауылындағы 156 йортта — 1005 кеше йәшәй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған[7].
Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Йыланлы ауылында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете булған.
1920 йылда 428 йортта 2201 типтәр һәм мишәр иҫәпкә алынған[8].
Әлеге ваҡытта Йыланлы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәЙыланлы ауылында татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2201 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1950 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1297 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 870 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 893 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 796 | 371 | 425 | 46,6 | 53,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы (1.05.1922—10.07.2005), ғалим-патологоанатом, юғары мәктәп эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1977). 1976—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улы (18 февраль 1911 йыл — 10 июль 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, инженер-механик, ғалим-баллистик. Генерал-майор-инженер (1962). Техник фәндәр кандидаты (1962). Ленин премияһы лауреаты (1965).
- Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (3 июль 1913 йыл — 31 март 1989 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районының Киров исемендәге колхозының йылҡысылыҡ фермаһы мөдире. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943).
- Яруллин Харис Хафиз улы (14.09.1924—3.10.1987), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре һәм 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Медико‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974)[10].
- Закирйәнов Кәбир Закирйән улы (10 апрель 1931 йыл) — СССР һәм Рәсәй урыҫ теле белгесе, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1979), профессор (1981), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2007), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары белем биреү мәктәбенең отличнигы(1977), РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы(1973), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994)[11]. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында кафедра мөдире (1980—1996).
- Рафаэль Сафин (16.02.1932—22.12.2002), шағир, драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982).
- Уразаева Роза Зәйнулла ҡыҙы (20.11.1944 — 11.08.2005), табип, гинеколог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). 1969—1996 йылдарҙа Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй.
- Ниғмәт Хәким (Хәкимов Ниғмәтулла Ғиниәтулла улы; 1899—3.08.1937), лингвист, төркиәтсе. 1930—1935 йылдарҙа Ҡазандағы Көнсығыш педагогия институты доценты. Сәйәси золом ҡорбаны[12].
Урамдары
үҙгәртергә- Яр урамы (рус. Береговая (улица)
- Интернациональ урамы (рус. Интернациональная (улица)
- С. Ғирфанов урамы (рус. С. Гирфанова (улица)
- Р. Вәлиев урамы (рус. Р. Валиева (улица)
- Көнсығыш урамы (рус. Восточная (улица)
- Н. Хәким урамы урамы (рус. Н. Хакима (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)
- Борхан Шәрәфетдинов урамы (рус. Бурхана Шарафутдинова (улица)
- Көнбайыш урамы (рус. Западная (улица)
- Таулы урамы (рус. Нагорная (улица)
- Х. Яруллин урамы (рус. Х. Яруллина (улица)[13]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
- Әй, Вәҡийәр
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
- Таҡтаташ ҡаялары
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
- ↑ ЮАС. Вып. 2. С. 325. Сборник статистических сведений по Уфимской губер нии. Т. 6. Златоустовский уезд. С. 185. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 34. Л. 63.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
- ↑ Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Яруллин Харис Хафиз улы {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20190831184901/http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/17844-yarullin-kharis-khafiz-uly
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Зайнуллин М. В.
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Башҡорт энциклопедияһы — ХӘКИМ Ниғмәт 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2019)
- ↑ Карта д. Еланлино. Улицы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йыланлы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 543. — ISBN 978-5-295-04683-4. 543 б.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |