Бухарест

Румынияның баш ҡалаһы

Бухарест (Букурешть, Букарест[4] рум. BucureștiBucurești, Букурешть, МФА: [bukuˈreʃtʲ][5]) — Румынияның баш ҡалаһы, илдең мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Бухареста һәм уның биҫтәләрендә 1,8 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ул Балҡан ярымутрауының иң күп халыҡлы ҡалаларының береһе.

Город
Бухарест
рум. București




Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Румыния

Координаталар

44°24′ с. ш. 26°05′ в. д.HGЯO

Примар

Габриэла Фиря

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1459

Майҙаны

238[1] км²

Высота НУМ

75 м

Халҡы

1 883 425[2][3] кеше (2011)

Тығыҙлығы

7913,55 кеше/км²

Милли состав

румыны, цыгане, венгры, евреи, китайцы

Конфессиональ составы

православные, католики, мусульмане

Этнохороним

бухарестцы, бухарестец, бухарестка

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

(+40) x1

Почта индексы

0xxxxx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

B

Рәсми сайт

pmb.ro
 (рум.) (инг.)

Награды

Хәрби тәре 1914—1918 (Франция)

Бухарест (Румыния)
Бухарест
Бухарест

Бухарест хаҡында тәүге тапҡыр Влад III Цепештың 1459 йылғы документтарында телгә алына. Ул хәҙерге ҡала урынында Валахияны төрөктәрҙән һаҡлау өсөн ҡәлғә һала. Ике йөҙ йылдан Бухарест Валахияның төп ҡалаларының береһе һанала. Константин Брынковяну уны кенәзлектең баш ҡалаһы итә. 1862 йылда Бухарест Румын дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан ителә. Икенсе донъя һуғышына тиклем ҡала француз бозар стилендә төҙөлә, уның киң бульварҙары Барон Осман Парижын хәтерләтергә тейеш булған.

Бухареста төҙөлгән солох килешеүҙәре

үҙгәртергә
  • 1812 йылдың 28 майындағы солох килешеүе — 1806-1812 йылғы урыҫ-төрөк һуғышынан һуң, уның шарттары буйынса Молдова кенәзлеге Бессарабияны юғалта.
  • 1886 йылдың 3 мартындағы солох килешеүе — Сербия һәм Болгария араһындағы һуғыштан һуң.
  • 1913 йылдың 10 авгусындағы солох килешеүе — Икенсе Балҡан һуғышынан һуң.
  • 1916 йылдың 14 (27) авгусындағы солох килешеүе   — Румыния һәм Антанта араһында.
  • 1918 йылдың 6 майындағы солох килешеүе — Румыния һәм Өс яҡлы берлек араһында, бер ҡасан да раҫланмаған[6].

Географияһы

үҙгәртергә
 
Дымбовица йылғаһы Бухарест үҙәгендә

Бухарест Румынияның көньяҡ-көнсығышында, Түбәнге Дунай уйһыулығының үҙәк өлөшөндә, Дымбовица (рум. Dâmboviţa) йылғаһы буйында, Дунайҙан 45 км йыраҡлыҡта урынлашҡан.

Кроме небольшого притока Дымбовицаның ҙур булмаған ҡушылдығы Колентине йылғаһынан тыш, ҡаланың төньяҡ ситендә күлдәр теҙмәһе урынлашҡан. Уларҙың иң ҙурҙары — Флоряска, Тей, Херэстрэу. Ҡала уртаһында баҡсалар һәм парктар менән уратылған Чишмиджиу яһалма күле урынлашҡан.

Бухарест, Рим кеүек үк, ете убала төҙөлгән, тип һанала:

  • Михай Водэ убаһы
  • Патриархия убаһы
  • Раду Водэ убаһы
  • Котрочень убаһы
  • Спирей убаһы
  • Вэкэрешть убаһы
  • Изге Георгий убаһы

Ҡаланың дөйөм майҙаны — 238 км². Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — Бухарестың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 55,8 метрҙан алып Милитарь районындағы сиркәү тирәһендә 91,5 метрға тиклем.

1989 йылға тиклем Бухарестың тирә-яғын ауыл ерҙәре уратып алған булған, шунан яңы ҡала яны райондары төҙөлә башлаған.

Яҡындағы ҡалалар

үҙгәртергә
  • Плоешти (Ploiești) (төньяҡҡа 60 км)
  • Тырговиште (Târgoviște) (төньяҡ-көнбайышҡа 80 км)
  • Александрия (Alexandria) (көньяҡ-көнбайышҡа 84 км)
  • Бузэу (Buzău) (төньяҡ-көнсығышҡа 110 км)

Бухарестың климаты — уртаса-континенталь, йәйе эҫе, сағыштырмаса бөркөү, ҡышы йомшаҡ, үҙгәреүсән. Йылдың уртаса температураһы +10,8 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 17,1 22,6 27,0 32,2 35,0 39,0 41,2 40,7 37,2 35,0 25,1 18,4 41,2
Уртаса максимум, °C 1,5 4,1 10,5 18,0 23,3 26,8 28,8 28,5 24,6 18,0 10,0 3,8 16,5
Уртаса температура, °C −1,5 0,3 5,2 11,2 16,7 20,5 22,3 21,6 17,3 11,1 4,4 0,1 10,8
Уртаса минимум, °C −5,5 −3,3 0,3 5,6 10,5 14,0 15,6 15,0 11,1 5,7 1,6 −2,6 5,7
Абсолют минимум, °C −24,8 −26,1 −19,9 −7 −1,1 1,6 7,0 5,0 −3 −8 −18,8 −25,6 −26,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 40 36 38 46 70 77 64 58 42 32 49 43 595
Сығанаҡ: worldweather.org, Погода и Климат

Административ ҡоролошо

үҙгәртергә
 

Бухарест 6 административ секторға (рум. sectoare) бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ сиратында райондарға (рум. cartiere) бүленә.

  • 1-се сектор: Бэняса (Băneasa), Пипера (Pipera), Флоряска (Floreasca)
  • 2-се сектор: Пантелимон (Pantelimon), Колентина (Colentina), Обор (Obor)
  • 3-сө сектор: Витан (Бухарест) (Vitan), Титан (Titan), Чентру Чивик (Centru Civic)
  • 4-се сектор: Берчень (Berceni), Олтеницей (Olteniţei)
  • 5-се сектор: Рахова (Rahova), Ферентарь (Ferentari), Котрочень (Cotroceni)
  • 6-сы сектор: Джулешть (Giuleşti), Друмул Таберей (Drumul Taberei), Милитарь (Militari), Крынгашь (Crângaşi)

Бухарестың һәр секторына үҙ примэрияһы идара итә. Урындағы хакимиәт һайлауҙары дүрт йылға бер үткәрелә. Ҡаланың баш примары итеп 2016 йылдың июнендә социал-демократик партия ағзаһы Габриэла Фиря һайлана.

Урындағы хакимиәт башлыҡтары һәм баш примарҙан тыш Бухарестың Румыния хөкүмәте тәғәйенләгән префекты бар. Префект бер ниндәй сәйәси партияла ла тора алмай. Ул урында хөкүмәттең вәкиле булып сығыш яһай, ҡалала милли үҫеш планының үтәлешен күҙәтә. Әлеге ваҡытта Бухарестың префекты Кэлин Дияконеску (Călin Diaconescu).

Закон сығарыу власы муниципаль советтан ғибарәт, ул 5 партияның депутаттарынан тора (Румыния социал-демократик партияһы - 24, Румынияны һаҡлау берлеге - 15, Милли-либераль партия - 8, Либералдар һәм демократтар альянсы - 4, Халыҡ хәрәкәте партияһы - 4).

  1. Romanian Statistical Yearbook 2008 – Geography, Meteorology, and Environment (билдәһеҙ) (PDF) 18. National Institute of Statistics (Romania) (1 июль 2007). Дата обращения: 29 август 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  2. Official data for 2011 census (билдәһеҙ). INSSE (4 июль 2013). Дата обращения: 4 июль 2013. Архивировано 6 июль 2013 года. 2017 йыл 10 июнь архивланған.
  3. Urban Audit: Bucharest Profile. Дата обращения: 14 апрель 2011. Архивировано 6 июль 2013 года. 2018 йыл 25 декабрь архивланған.
  4. Букарест // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Бухарест // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Город Бухарест — Столица Румынии, город радости 2011 йыл 6 апрель архивланған.