Угрюмова Татьяна Степановна

Угрюмова Татьяна Степановна (18 февраль 1946 йыл, Калинин) — СССР һәм Рәсәй-ҙең музыка белгесе, уҡытыусы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1981). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006).

Татьяна Степановна Угрюмова
Тыуған көнө

18 февраль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (78 йәш)

Тыуған урыны

Калинин, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

музыка белгесе

Эшләгән урыны

ӨДСИ

Альма-матер

Гнесиндар исемендәге Музыка‑педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

сәнғәт фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Татьяна Угрюмова

Биографияһы үҙгәртергә

Татьяна Степановна Угрюмова 1946 йылдың 18 февралендә Калинин (әлеге Тверь) ҡалаһында тыуа.

1969 йылды ул Мәскәүҙә «музыка ғилеме» һөнәре буйынса Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институтын тамамлай. 1974 йылда шунда уҡ аспирантураны тамамлай. 1981 йылда «сәнғәт ғилеме кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1969 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт академияһында эшләй башлай. 1970 йылдан музыка һәм композициялар тарихы, теорияһы, 1972—1973 һәм 1978—1994 йылдарҙа музыка тарихы кафедраларының мөдире була.

2006 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме тигән маҡтаулы исем бирелә.

Әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында музыка тарихы кафедраһының мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеге Башҡортостанда профессиональ музыкаһының формалашыуына һәм алға үҫешенә, башҡорт композиторҙарының ижадына, башҡорт операһы тарихына, шул иҫәптән урыҫ музыкаһының төрлө жанрҙары тарихының проблемаларына бағышланған.

100‑ҙән артыҡ ғилми эше, училищелар һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт музыка сәнғәтенең тарихы буйынса уҡытыу‑методик әсбаптары бар.

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Башкирская опера. Өфө, 1997

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006)

Һылтанмалар үҙгәртергә