Саха́ра (ғәр. صحراء‎, франц. Sahara) — Ер йөҙөндәге иң ҙур сүл. Ул Африка ҡитғаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығыш яғына 4800 саҡрым булһа, төньяҡтан көньяҡҡа 800-ҙән алып 1200 саҡрымға етә. Майҙаны 8,6 млн км² (Африканың, 30 % майҙаны, Бразилияның дөйөм майҙанынан ҙурыраҡ).

Сахара
NASA World Wind ер юлдашынан төшөрөлгән һүрәт
NASA World Wind ер юлдашынан төшөрөлгән һүрәт
Координаты: пропущена долгота
Илдәр
УрынлашыуыТөньяҡ Африка 
Климат
Африка
Красная точка
Сахара
 Sahara Викимилектә
Тунистағы сахара

Көнбайыштан Атлантик океан менән йыуылһа, төньяҡ сиге булып Атлас тауҙары һәм Урта диңгеҙ ярҙары тора. Көнсығыштан ярҙарын Ҡыҙыл диңгеҙ йыуа.

Көньяҡта аҙ хәрәкәтле боронғо дюналар 16° с.ш.-та, шулай уҡ көньяҡта Сахель Судан саванналары төбәгенә күсә[1].

Сахара өлөшләтә ундан артыҡ илдең биләмәләрен эсенә ала: Алжир, Мысыр, Көнбайыш Сахара, Ливия, Мавритания, Мали, Марокко, Нигер, Судан, Тунис һәм Чад.

Сахараның киң арауығында кешеләр йәшәмәй. Тик оазистар булған ерҙәрҙә, Нил һәм Нигер йылғалары буйҙарында ултыраҡ тормош менән генә сикләнә.

Сахара категорияларға бүлеүгә яраҡһыҙ, ул бер типтағы сүл. Шулай ҙа күберәген ҡомло-ташлы ерҙәр биләй. Сүл составында бик күп төбәктәр бар: Тенере, Оло Көнбайыш Эрг, Оло Көнсығыш Эрг, Танезруфт, Хамада-эль-Хамра, Эрг-Игиди, Эрг-Шеш, Ғәрәп, Алжир, Ливия, Нубия, Талак сүлдәре.

Сахара даими рәүештә ҙурая — йыл һайын сүллек көньяҡҡа табан 6—10 саҡрымға киңәйә бара[2].

Сахара атамаһы беҙҙең эраға тиклемге I быуатта уҡ билдәле булған[3][4] ғәр. صَحراء‎ (ṣaḥrāʾ) һүҙенән килеп сыҡҡан, тәржемә иткәндә сүллек. Күплек формаһында ла шулай уҡ яңғырай тиерлек: ṣaḥārāʾ.

Сахараның ҡайһы бер райондарының атамалары, әйтәйек, Танезруфт (Алжирҙың көньяҡ-көнбайышы) йәки енере (Нигерҙың үҙәге), бәрбәрҙәр теленән.[1]

Географик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Сахараның майҙанын төрлө сығанаҡтар төрлөсә билдәләйҙәр, шуның өсөн дә уның майҙаны баһаһы тирбәлеп тора. Изогета файҙаланыу 100—200 мм, аридность индексы, финик пальмаһы һәм үләндәр үҫә башлаған ерҙәр төньяҡта, шулай уҡ көньяҡтан ботаник билдәләр беленә башлаған ерҙәр сиге булып тора.

Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса көнсығыш сиге Нил йылғаһы яры буйлап билдәләнгән (ғәрәп һәм Нубий сүллектәре иҫәпкә керетелмәй). Ҙур совет энциклопедияһында диапазоны 6-нан 8,6-гәсә млн км² тип күрһәтелгән[4]. Британ энциклопедияһына ярашлы, Сахараның майҙаны 8,6 млн км² һәм ул Африка ҡитғаһының 30 % майҙанын биләй[1]. WWF «Бөйөк Сахара» тураһында яҙып 9,1 млн км² тигән һандар килтерә[5].

Геология һәм ҡаҙылма байлыҡтары

үҙгәртергә

Сахара сүллеге Сахара тигеҙлегенең төньяҡ-көнбайыш Африка платформаһының боронғо өлөшөндә урынлашҡан. Африка тигеҙлеге буйлап Үҙәк Сахара күтәрелеше башлана. Уның һыртында Кембрий осоро кристалынан торған нигеҙ ҡалҡып сыға[4]

Сахара биләмәһендә бик бай нефть һәм тәбиғи газ (Сахара нефть һәм газ сығанағы бассейны, Хасси-Мессауд ятҡылыҡтарын да индереп) (Кедиет Иджил), тимер рудаһы (Акжужт) һәм баҡыр рудаһы ятҡылыҡтары бар. Алтын, вольфрам, уран һәм һирәк осрай торған металдар сыҡҡан урындар Кембрий осорона тиклемге дәүер (криптозой) фундаментына бәйле.[3][4]

 
Сахараның картаһы

Сахараның ландшафты бик күп төрлө. Территорияһының ҙур ғына өлөшөн (70 процентҡа тиклемен[3]) балсыҡлы тигеҙлек, ҡырсынлы һәм бейеклеге 500 метрҙан түбәнерәк булған, ә яр буйҙарындағы райондарын бейеклеге 200 метрға еткән ташлы плато (хамада) биләй. Тауҙар Үҙәк Сахарала бейегерәк — Тибести (Сахара территорияһындағы иң бейек пик — Эми-Куси вулканы, 3415 м) һәм Ахаггар (Тахат тауы, 3003 м) яҫы тау һырттары һәм массивтары. Был райондар неоген осороноң әүҙем вулканизмдары эҙҙәрен һаҡлай һәм боронғо йылғаларҙың ҡороған улаҡтары булған тәрән үҙәндәр менән (киңлектәре 30 км, оҙонлоғо 400 саҡрымға тиклем етә) бер-береһенән айырылып тора. Яҫы таулыҡтар тирәләй бейеклеге 1000 метрға еткән куэста һырттары һәм баҫҡыс формаһындағы Адрар-Ифорас (728 метрға тиклем), Аир (1900 метрға тиклем), Эннеди (1310 метрға тиклем), Тадемаит һәм башҡа платолар урынлашҡан[6]. Тигеҙлектә урынлашҡан райондарҙың төҫө үҙенсәлекле: улар ферромарганец төҫөндәге ҡара пленка менән ҡапланған. Сахара платоларының составы, нигеҙҙә, елләтелгән тау тоҡомдарынан тора, мәҫәлән, Алжирҙың Тадемаит платоһы[1].[6]

Сахара территорияһында яҫы таулы тигеҙлектәрҙән тыш күп һанда әллә ни тәрән булмаған тоҙло майҙандар (себхалар, шоттар һәм дайҙар) һәм ярайһы уҡ ҙур сөңгөлдәр бар, уларҙың ҡайһы берҙәрендә оазистарҙы осратырға була. Түбәнерәк кимәлдә урынлашҡан өлкәләре — Каттара (диңгеҙ кимәленән −133 м, Сахараның иң түбән нөктәһе), Эль-Файюм, Мельгир (−26 м) һәм Боделе.[1]

Ҡом сүллектәре һәм тауҙары (дюндар) территорияның 25 процентын, йәғни 2,2 млн. квадрат саҡрымға яҡын майҙанын биләй[6]. Яҫы тау һырттарында үҫемлек бик аҙ осрай. Бында түңәрәк, йондоҙға оҡшаған һәм башҡа формалағы бархандарҙы күрергә була; пирамидаль дюндарҙың бейеклеге 150 метрға етә, бейеклектәре 200-300 метрға еткән һырттар ҙа осрай. Сахараның төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш өлөштәрендә (Аубари (сүллек), Идехан-Марзук, Тенере, Ливия сүллеге) күсеп йөрөүсән ҡом тауҙары осрай. Ҡайһы бер урындарҙа "йырлаусы" ҡомдар фенгоменын күҙәтергә була[1][6].

     
. Тадрарт-Акакус тауҙары, Ливия Эннеди районында гельта, Чад күле

Һыу ресурстары

үҙгәртергә

Сахаранан ситтә барлыҡҡа килгән бер нисә йылға сүллектең ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарын тулыландыра. Нил даими рәүештә ситтән килтерелгән һыу менән тәьмин итеүсе берҙән-бер йылға[6]. Уның төп ҡушылдыҡтары — Зәңгәр и Аҡ Нил — Сахараның көньяҡ-көнсығышынан килеп инә һәм сүллектең көнсығыш сиге буйлатып һыуҙарын Урта диңгеҙгә алып барып ҡоя. 1964—1968 йылдарҙа Нилда бик ҙур Насер һыуһаҡлағысы төҙөлә, был ҡоролмаға һыу йыйылған ваҡытта Тошка күлдәре барлыҡҡа килә, Египет хөкүмәте был күлдәр районын киләсәктә оазисҡа әйләндереүҙе планлаштыра. Сахараның көньяғында бер нисә йылға Чад күленә ҡоя, ундағы һыуҙың байтаҡ өлөшө төньяҡ-көнсығышҡа табан аға һәм урындағы һыу ҡатламдарын тулыландыра. Сахараның көньяҡ-көнбайыш сигенән Нигер йылғаһы аға, Нигерҙың эске дельтаһында Фагибин, Гару, Ниангай һәм башҡа күлдәр урынлашҡан.[1]

Сүллектең төньяҡтағы райондарына һыу шишмәләр һәм Антиатлас, Атлас, Орес тауҙарынан һәм Ливия, Тунис, Алжир, Марокко илдәрендәге һәм башҡа ҡалҡыулыҡтарҙан көслө ямғырҙарҙан һуң ағып төшкән һыуҙар ҡоро улаҡтарға тулып ағып килә. Драа, Саура, Зиз - шундай йылғалар иҫәбенә инә. Бәләкәйерәк йылғасыҡтар, Шотт-Мельгирҙағы Джеди кеүек, мәҫәлән, шоттарға ағып төшә.

Ахаггара, Тассилин-Аджера һәм Тибестинан алып Сахараның үҙендә боронғо йылғалар селтәре — Игаргар, Тафасасет, Таманрассет һәм башҡа ҡоро улаҡтар (вади) тармаҡланып бар тарафҡа һуҙылған. Был вадиҙарҙың ҡайһы берҙәре бик боронғо заманда, әле төбәк климаты бер аҙ дымлыраҡ булғанда, барлыҡҡа килгән, башҡалары стихия һөҙөмтәһендә хасил булған. Мәҫәлән, 1922 йылдағы ташҡын Алжирҙың Таманрассет ҡалаһын юҡҡа сығара. Сахараның ҡом дюндарында ла бик күп һыу һаҡлана, уларҙан шишмәләр хасил була. Ямғырҙар шулай уҡ гельталарҙы (ҡаялар менән уратып алынған һыу ятҡылыҡтары) тулыландыра, уларҙың ҡайһы берҙәре бер ваҡытта ла ҡоромай (Аршей, Гельта-Земмур һәм башҡалар). Сахара сиктәрендә, шулай уҡ үҙәк тау массивтарында реликт күлдәр һаҡланып ҡалған. Улар өлөшләтә һаҙлыҡтан тора һәм йыш ҡына ныҡ минералләшкән, мәҫәлән, Унианга күлдәр төркөмөнән Йоа күле[1][6].

Сахара ҡомдары аҫтында эре ер аҫты һыу бассейндары ята, артезиан һыуҙары шулар иҫәбенә ҡарай. Был һыу бассейндары оазистарҙы һыу менән тәьмин итә. Сахараның төньяҡ өлөшө, ер аҫты һыу ағымы көслө булғанлыҡтан, ер аҫты һыуҙарына бай, ә бына кәньяҡ өлөшөндә һыу аҙыраҡ, сөнки һыулы ҡатламдар тәрәндәрәк ята. Ер аҫты һыуҙары ирригацияң өсөн дә ҡулланыла (Ливияның "Ҡул көсө менән булдырылған Бөйөк йылға" проектын ҡара)[6].

     
Бейек Атлас тауҙарынан Сахара сүллегенә ағып төшкән Зиз йылғаһы Ахаггар яҫы таулығындағы оазис Дөйәләр Аршей гельтаһында, Чад күлендә

Сахараның тупрағы күбеһенсә тропик сүллек һәм ярымсүллектәге кеүек ташлы, ҡырсынлы, ҡомло. Составында органик матдәләр бик аҙ, тупраҡ ҡатламдары бер-береһенән әллә ни айырылмай. Ҡайһы бер өлкәләрендә азот млолекулаларын тергеҙеү һәм уны биомсасса составына индереү процесы (азотофиксация) күҙәтелә, ләкин тупрағы башлыса биологик йәһәттән әүҙем түгел. Сүллек сиктәрендә тупраҡта органик матдәләрҙең күпләп тупланыуы күҙәтелә; сөңгөлдәрҙә тупраҡ йыш ҡына тоҙло була. Бәйһеҙ кабонаттың булыуы уларҙы тупраҡтан бик аҙ миҡдарҙа ғына йыуҙыртылыуын аңлата.

Сүллектең төньяҡ- көнбайыш өлөшөндә башлыса ҡеүәте бер нисә сантиметрҙан 1—2 метрға тиклем еткән тығыҙ эзбиз-гипслы ҡатламдар киң таралған.

Сүллек үҫемлектәренә һауалы ҡараш һәм еңел ҡомло тупраҡты һөрөү һөҙөмтәһендә күсеүсән ҡомдарҙың оазистарҙы биләүе күҙәтелә. 1974 йылда Алжирҙа «йәшел стена» проекты тормошҡа ашырыла башланы, уның барышында 1500 километр оҙонлоғонда, эвкалипт һәм башҡа ағастарҙы ултыртып, ҡомдарҙы тотҡарлау линиялары булдырылған[1][6].

Климатик күҙлектән ҡарағанда, Сахара яҡынса 5 млн йыл элек, плиоцен дәүере башында сүллеккә әйләнә, шунан һуң климатта уртаса тирбәлеү күҙәтелә башлай; атап әйткәндә, Неолитик субплювиал осоронда Сахара һуңғы тапҡыр саванна була. Хәҙерге заман арид климаты яҡынса 10 мең йыл дауам итә[6]. Күрәһең, ер йөҙө яҫылығының кире ҡағыу һәләтен арттырып һәм тупраҡтағы дымдың парға әйләнеүен түбәнәйтеп, экологик фактор ҙа үҙ өлөшөн индергәндер. 7 мең йыл буйына эре мөгөҙлө хайуандарҙың сүллек территорияһын биләп йөрөүе бында ошондай климат шарттарын тыуҙыра, шуға ла һуңғы 2 мең йыл эсендә Сахараның климаты бөтөнләй үҙгәрмәгән тиерлек. Тик XVI быуаттан XVII быуатҡа тиклем, Европала бәләкәй боҙлоҡ осоро тип аталған осорҙа ғына норма шарттарынан байтаҡҡа ситләшеү күҙәтелә. Был дәүерҙә тропик климат менән сиктәш райондарҙа, сүллектең үҙендә һәм уның төньяҡ райондарында ла ярайһы уҡ мул ғына ямғырҙар яуа. XIX быуатта климатик шарттар хәҙерге замандағыға оҡшаш хәлгә ҡайта[1].

Сахараның ҙур ғына өлөшө климатына төньяҡ- көнсығыш пассат ныҡ йөғөнто яһай. Сағыштырмаса дымлылыҡ 30-50 % тәшкил итә, сүллектең бөтә территорияһына дымлылыҡ етешмәүе һәм тупраҡтағы дымдың бик юғары кимәлдә парға әйләнеүе хас, тик яр буйҙары ғына иҫкәрмә булып тора[6]. Төп ике климатик режимдың барлығы билдәле: төньяҡта ҡоро субтропик һәм көньяҡта ҡоро тропик. Төньяҡ райондарға һалғынса, хатта һыуыҡ ҡыштар һәм ныҡ эҫе йәйҙәр хас. Яуым-төшөм миҡдарында йыллыҡ ике максимум күҙәтелә. Көньяҡ өлкәләрҙә йәй эҙе, ә ҡыш йомшаҡ һәм ҡоро. Эҫе һәм ҡоро миҙгелдән һуң йәйге ямғырҙар башлана. Көнбайышта тар ғына яр буйы һыҙаты булап һалҡыныраҡ климаттың булыуын һалҡын Канар ағымының йоғонтоһо менән аңлатыла[1].

     
Спутниковый снимок эрга Иссауан, Алжир. Соль между дюн (бело-голубые участки) — от испарившейся дождевой воды. Ришат — геологическая формация на западе Сахары Песок, выдуваемый ветром шерги из Сахары в сторону Канарских островов

Төньяҡ өлөшө

үҙгәртергә
 
Тадрарт-Акакус тауҙары өҫтөндә ғәҙәти булмаған болоттар

Төньяҡ Сахараның ҡоро субтропик климаты төньяҡ тропик өҫтөндәге тотороҡло юғары баҫым ячейкалары (ер атмосфераһы әйләнеше) менән тәьмин ителә. Уртаса тәүлек температураһының йыллыҡ айырмаһы яҡынса 20 °C тәшкил итә. Төньяҡта ҡыштар сағыштырмаса һыуыҡ һәм үҙәк райондарҙа һалҡын. Сүллектең төньяҡ өлөшөндә ҡышҡы уртаса айлыҡ температура +13 °C тәшкил итә[1], Июлдә һауаның уртаса айлыҡ температураһы +37,2 °C етә (Адрар өлкәһе), ә уртаса тәүлеклек температура +40 °C һәм унан дә юғарыраҡ булыуы ихтимал. Ҡышын да, йәйен дә тәүлек температураһы йыш үҙгәреп тора. Ҡышын тупраҡ туңа, ә үҙәктәге тау массивтарында төнгө температура −18 °C тиклем төшөүе ихтимал. Йәй үтә эҫе була, теркәлгән максималь температура +57,8 °C (Эль-Азизия (Ливия)); тупраҡ өҫтө +70…+80 °C тиклем ҡыҙа ала[6].

Яуым-төшөм күп төрлө була, йыллыҡ уртаса яуым-төшөм миҡдары — 76 мм. Ямғырҙар башлыса декабр — март айҙарында яуа, ә май — июнь айҙарында яуым-төшөм бик аҙ була. Икенсе тапҡыр яуым-төшөмдең күп булыуы август айына тура килә, ҡыҫҡа ваҡытлы көслө ташҡын булдырырға һәләтле йәшенле ямғырҙар ҙа булғылай[1]. Эске райондарҙа бер нисә йыл рәттән яуым-төшөмдөң булмауы ихтимал; төньяҡтағы платола (Ахаггар һәм Тибести) йыл һайын тип әйтерлек ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ҡар ҙа яуа. Сүллектең байтаҡ өлөшөндә мул итеп ысыҡ төшә, хатта ер өҫтө ҡаты ғына туҙан ҡабығы менән ҡаплана[6].

Ҡоро субтропиктарға шулай уҡ ҡайнар көньяҡ елдәре хас, улар эске райондарҙан туҙанды ситкә сығара, һөҙөмтәлә бер нисә көн буйы саң бураны хасил була (ҡайһы берҙә елдең тиҙлеге 50 м/сек барып етә[6]). Ҡағиҙә булараҡ, улар яҙын күҙәтелә, ләкин йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә туҙан бурандарының булыуы ихтимал. Египетта был елдәр "хамсин" һәм "самум" тип атала, Ливияла — "гибли" (ел), Туниста — «чили». Судандағы "хабуб" бик аҙ ғына ваҡыт арауығында булып ала, ғәҙәттә ул йәйгеһен була һәм көслө ямғырҙар килтерә[1].

Көньяҡ өлөшө

үҙгәртергә

Көньяҡ Сахараның ҡоро тропик климатына тотороҡло юғары баҫым ячейкаларынан тыш (ер атмосфераһы әйләнеше) көньяҡтараҡ урынлашҡан тотороҡло субтропик континенталь һәм тотороҡло булмаған диңгеҙ һауа массаларының миҙгелле үҙ-ара ҡатнашыуы ла даими рәүештә йоғонто яһай. Сахараның ҡоро тропик өлкәләрендәге уртаса тәүлек температураларының йыллыҡ айырмаһы яҡынса 17,5 °C тәшкил итә. Иң һыуыҡ айҙарҙағы уртаса температура сүллектең төньяҡ өлөшөндәге кеүек, әммә тәүлек эсендәге үҙгәрештәр кәмерәк. Таулы райондарҙа ҡайһы берҙә температура нулдән түбән төшә — Тибести тауҙарында теркәлгән иң түбән температура −15 °C тәшкил итә. Яҙҙың аҙағы һәм йәй башы бик эҫе була, йыш ҡына һауа 50 °C тиклем ҡайнарлана[1].

Ҡоро тропиктарҙың таулы райондарында яуым-төшөм күп түгел һәм йыл әйләнәһенә булғылап тора, уйһыулыҡтарҙа урынлашҡан өлкәләрҙә ямғырҙар башлыса йәйгеһен яуа. Тәньяҡтағы кеүек үк, йыш ҡына ямғырҙар йәшенле була. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ нормаһы яҡынса 130 мм тәшкил итә, үҙәк тау массивтарында ҡар бик һирәк яуа. Сүллектең көнбайыш сигендәге температура һалҡын Канар ағымы менән йомшартыла, шуға ла конвекция яуым-төшөмө кәмей, уның ҡарауы дымлылыҡ арта, һәм ҡайһы берҙә томан төшә. Көньяҡ Сахаралағы ҡыш — "харматан" — туҙан һәм ҡом килтергән ҡоро төньяҡ-көнсығыш еле ул[1].

Үҫемлектәре

үҙгәртергә
 
Финиковая пальма в Эрг-Шебби
 
Пальмы в оазисе Убари.

Сахарала үҫемлектәр донъяһы бик ярлы: оазистарҙа, ҡалҡыу урындарҙа һәм вадиларҙа үҫкән ҙур булмаған үлән өйкөмдәре, ҡыуаҡлыҡ һәм ағастарҙан тора. Сөңгөлдәрҙә тоҙло ерҙә үҫергә яраҡлашҡан үҫемлектәр (галофиттар) осрай. Һыу ресурстары бик наҡыҫ булған тигеҙлектәр һәм платоларҙа ҡоролоҡҡа һәм эҫелеккә сыҙамлы үләндәр һәм ҙур булмаған ҡыуаҡ һәм ағас төрҙәре үҫә[1] Көп кенә өлкәләрҙә (регтар, хамадтар, өлөшләтә ҡом ҡйҡмдәре һәм башҡалар) бер ниндәй үҫемлек тә үҫмәй. Бөтә өлкәләрҙә лә үҫемлектәр донъяһына кеше эшмәкәрлеге ныҡ йоғонто яһай (мал көтөү, файҙалы үҫемлектәрҙе йыйыу, яғыулыҡ материалын әҙерләү һәм башҡалар)[6].

Сахараның флораһы яуым-төшөмдөң даими булмауына ныҡ яраҡлашҡан. Физиологик адаптацияларҙың төрлөлөгө, йәшәү урынын һайлау, бер-береһенә бәйле төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе һәм тоҡом ҡалдырыу ысулында был үҙенсәлек яҡшы сағылыш таба. Күп йыллыҡ ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлектәр һәм ҡыуаҡтарҙың тамыр системаһы киң һәм тәрән (15-21 метрға тиклем). Күп кенә үләндәр бик ҡыҫҡа вегетация осорона эйә (эфемерҙар), улар етерлек дым алыу менән өс көн эсендә орлоҡ бирергә һәм был орлоҡтарҙы 10-15 көн эсендә сәсергә һәләтле[1].

Сүллектең тау райондарында Урта диңгеҙ районында үҫкән реликт неоген флораһы осрай, эндемик үҫемлектәр бихисап. Зәйтүн, кипарис һәм фисташҡа төрөндәге ағастар тау райондарында үҫкән реликт ағастар. Акация, тамариск һәм әрем, дум-пальма, олеандр, хөрмә, тимьян, эфедра ағастары үҫә. Оазистарҙа һыу һибеп хөрмә, инжир, зәйтүн һәм емеш ағастарын үҫтерәләр, шулай уҡ цитрус емештәре ағастары ла, төрлө йәшелсә тәрбиәләп үҫтерелә. Сүллектең төрлө өлөштәрендә үләндең бик күп төрөшул иҫәптән ҡырағай тары ла үҫә. Атлантик океан ярҙарын тоҙло ерҙә үҫергә һәләтле үҫемлектәр үҙ итә. һәр төрлө эфемерҙар хайуардарға көтөүлек хеҙмәтен үтәй. Һыу ятҡылыҡтарында һыу үҫемлектәре осрай[1][6].

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Сахарның фаунаһы Голарктик һәм Эфиоп зоогеографик өлкәләренә ҡарай, төрҙәрҙең дөйөм һаны 4 мең тирәһенә етә (күбеһе — умыртҡаһыҙҙар). Фаунаның 40 процентҡа яҡыны — Африка эндемиктары, ә бит Сахара территорияһында эндемизм ни бары 10—12 проценттан ашмай. Сахараның төп типик хайуандары үҙәк тау убаларында көн итә. Бик ҡоролоҡло райондарҙа төрҙәр составы үтә ярлы, хайуандарҙың биомассаһы 2 килограмға тиклем һәм унан да кәмерәк була. Хайуандарҙың күпселеге төнөн генә өңөнән сығып йөрөй[6].

Һөтимәрҙәрҙең 60-ҡа яҡын төрө бар[6]: ҡомда йәшәгән кимереүселәр ғаиләһе төркөмө, сысҡан, Капа ҡыр ҡуяны, эфиоп терпеһе, ҡуш тояҡлы ҡырағай кәзәләр, Сахараның ҡылысҡа оҡшаш мөгөҙлө антилопалары, газель-доркас, муфлон, ҡырағай Нубия ишәге, Аирҙа һәм Тибестала анубис павианы; тимгелле гиена, сүл бүреһе, гепард, ҡом төлкөһө, фенек төлкөһө, Ictonyx libycus һәм мангустар ғаиләһенә ҡараған Египет мангусты һәм башҡа ғаиләләр көн итә. Төньяҡ Сахарала һуңғы аддакс антилопаһын 1920-се йылдар башында аталар, сүллектең көньяғында һәм үҙәк ҡом тауҙарында көн иткән антилопалар популяцияһы ла байтаҡҡа кәмегән. Төньяҡ Африка филе Боронғо Рим дәүерендә үк юҡҡа сыға; әле 1830 йылдарҙа арыҫлан, сүллектең төньяҡ сиктәрендә страус һәм уның башҡа төрҙәре осраған була[1][6].

Әгәр күсеп йөрөүсе ҡоштарҙы иҫәпкә алһаҡ (ҡоштарҙың 50 проценттан ашыуы)[6]), Сахарала көн иткән ҡоштарҙың төрө 300-ҙән да артып китә. Яр буйҙары һәм эске һыу ятҡылыҡтарына күп төрҙәге һыу ҡоштары йыйыла. Эске райондарҙа страустар, һәр төрлө йыртҡыс ҡоштар, ҡош-секретарь, цесарка, Neotis nuba, Африка филины һәм ғәҙәти сипуха; Calandrella raytal, Ptyonoprogne obsoleta, һоро башлы сүл ҡарғаһы һәм тауышлы ҡарғалар осрай[1].

Кеҫәрткеләр, варандар, хамелеондпар, оҙонаяҡлылар (сцинки), мөгөҙлө ҡара йыландар һәм кобралар ташлы һәм ҡомло райондарҙы үҙ итә. Һәр төрлө ҡусҡарҙар ҡоштар һәм хайуардар өсөн аҙыҡ булып тора. Сүл ҡусҡарҙарының йәйгеһен йоҡоға талыуы һәм бер нисә йыл буйы шул торошта ҡалыуы ихтимал, улар тик ямғырҙар башланғас ҡына ер өҫтөнә сыға. Сахара күлдәрендәге хайуандар донъяһы тәлмәрйен, әрмәнде, ваҡ крокодилдар, артемия һәм башҡа төрлө ҡыҫалаларҙан ғибәрәт. Төньяҡ Сахараның реликт тропик фаунаһы йәйен һәм этроплюстарҙы үҙ эсенә ала, улар Бискрала (Алжирҙың виләйәте) һәм ябыҡ оазистарҙа көн итә[1].

     
Сахараның төпкөл райондарында йәшәгән Аддакс антилопаһына юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай Сахараның ҡәҙимге йәнлеге — бик бәләкәй фенек төлкөһө Йәшәү мөхите кәмей барыу һәм контролдә тотолмаған һунар арҡаһында оркас газеленә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай

-

 
Тадрарт-Акакус тауҙарындағы ҡаяларҙағы яҙыуҙар

Сахараның территорияһы АҠШ территорияһы тиклем булһа ла, халҡының тығыҙлығы (Нил үҙәндәрен дә индереп) 1 кв. километрға ни бары 0,4 кеше генә тәшкил итә (бөтәһе 2,5 млн ғына кеше)[1]. Уғата ҙур майҙандарҙа бер кем дә йәшәмәй, ышаныслы һыу сығанағы, малға ашатыу өсөн үҫемлектәр донъяһы булған урындарҙа ғына һирәк-мирәк тораҡ пункттары осрай.

Бик боронғо замандарҙа Сахарала кеше күберәк йәшәгән, тип фаразларға була. Әлеге ваҡытта үтә ҡоролоҡло булған төбәктәрҙә таш артефакттарҙың, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең киң таралыуы был ерҙәрҙә борон кеше лә, шулай уҡ ҡырағай хайуандар ҙа (антилопа, буйвол, жираф, фил, носорогтар һәм Африка бородавочниктары) ерҙе ябып йөрөүен раҫлай. Һөйәк гарпундар, ҡабырсаҡтар һәм балыҡ ҡалдыҡтарының тап ошонда табылыуы, крокодилдар һәм ҡәҙимге гиппопотамдарҙың ошонда тупланып йәшәүе боронғо күлдәрҙең яр буйҙарында боронғо заман тораҡ пункттарының булыуын раҫлай[1].

7 мең йыл тирәһе элек Сахара территорияһында йорт хайуандары барлыҡҡа килгәс, ҡайһы бер төркөмдәрҙә һунар менән балыҡ тотоуға ҡарағанда күсмә мал үрсетеү өҫтөнлөк ала башлай. Берберҙарға йәки загава халыҡтарына туғандаш булған нигер төбәге Тенеренең халыҡтары һыйыр малдарын үрсетеү менән шөғөлләнә. Ә бына һарыҡ һәм кәзәләрҙең барлыҡҡа килеүе, моғайын, төньяҡ-көнсығыш Африка халыҡтары һәм едставителями Капса мәҙәниәте (Тунистағы Гафса (Капса) ҡалаһынан алынған) вәкилдәре менән бәйлелер. Иген игеү культураһының барлыҡҡа килеүен 6 мең йыл элек Египетта арпа һәм бойҙай үҫтерә башлауға бәйләйҙәр. Күрәһең, был ауыл хужалығы культуралары Азиянан килтерелгәндер; урындағы, йәғни Африка үҫентеләрен сәсә башлауҙы раҫлаусы дәлилдәр Мавритания территорияһында табылған көршәк изделиеларында табыла. Был изделиелар беҙҙең эраға тиклем 1000 йыл элек эшләнгән, уларҙы хәҙерге сонинке халҡының ата-олатайҙары гангаралар етештерергән, тигән фараз бар[1].

 
Күсмә тормошта йәшәгән бербер халҡы вәкиле, Марокко

Ауыл хужалығының һәм йорт хайуандарының барлыҡҡа килеүе сәбәпле, Сахара халҡының күбеһе төрлө һөнәрҙәрҙе үҙләштерә, махсуслаша һәм бер-береһенә яҡыныраҡ ултырған тораҡ пункттары араһында иҡтисади бәйләнештәр булдырыла. Тышҡы сауҙа үҫешә башлай: Мавританияның баҡыры беҙҙең эраға тиклем икенсе быуатта уҡ Бронза быуаты дәүеренең Урта диңгеҙ цивилизацияларына ташыла. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта тимер быуатта Сахара цивилизацияларының барлыҡҡа килеүе сауҙаны тағы ла нығыраҡ әүҙемләштерә, үҙәге Нубияла булған цивилизация ла барлыҡҡа килә[1].

Күсмә тормошта йәшәгән халыҡтарҙың төрлө ерҙәргә күсенеп йөрөүе уларҙың Транссахара сауҙаһында ҡатнашыуын ябайлаштыра. Сауҙагәрҙәрҙең аттарҙан дөйәләргә күсеп ултырыуы ла ниндәйҙер дәрәжәлә Сахараны сүллеккә әйләндереүгә булышлыҡ итә. Египетта дөйәләрҙе беҙҙең эраға тиклем VI быуатта уҡ хужалыҡ эштәрендә ҡуллана башлауға ҡарамаҫтан, беҙҙең эраның III быуатында ғына дөйәләргә өҫтөнлөк бирелә. Сахара оазистарында йәшәүселәр йыш ҡына Берберҙар ырыуына ҡараған санхаджиларҙың һәм башҡа күсмәндәрҙең һөжүменә дусар ителә. Күсмәндәрҙең күбеһе анархиянан һәм Төньяҡ Африкала Рим алып барған һуғыштарҙан сүллекккә ҡасып йәшеренер була. Оазистарҙа йәшәгәндәр, харатин кастаһындағылар ҙа күсмәндәрҙән иҙелеп йәшәй. VII һәм XI быуаттар араһында Төньяҡ Африкала исламдың таралауы илаһи көскә ғәҙәти ышаныуҙарын һаҡларға теләгән берберҙар һәм ғәрәптәрҙең бер төркөмө сүллеккә китергә мәжбүр була. Сауҙа юлдары буйлап тарала барған ислам аҙаҡ килеп төбәктең төп диненә әүерелә[1].

Мәҙәни йәһәттән айырмалыҡтары булһа ла Сахара халыҡтары ултыраҡ тормошта мал аҫыраусы, иген игеүсе йәки төрлө һөнәр эйәләре булып ҡала. Сик буйы райондарында, тау итәктәрендә һәм көнбайыштағы дымлыраҡ ерҙәрҙә мал үрсетеү ниндәйҙер дәрәжәлә күсмә тормош менән йәшәүҙе билдәләй. Һыйыр малдарын Сахель менән сиктәш булған көньяҡ райондарҙа аҫырайҙар, сүллектә иһә кәзә, һарыҡ һәм дөйәгә өҫтөнлөк бирелә. Малсыларҙың төп төркөмдәре — сүллектең төньяҡ-көнбайышында регейбат һәм Алжирҙың төньяҡ өлөшөндә чаамба халҡы көн итә. Ҡоролоҡ осоронда мал тотоусылар, көтөүлектәр эҙләп, бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөргә мәжбүр. Үҙҙәренең һуғышсанлығы менән танылған туарегтарҙа матриархат йәмғиәте һаҡланған, ислам динен тотоуға ҡарамаҫтан уларҙа ҡатын-ҡыҙҙың һүҙе өҫтөн. Көнбайышта мавритан төркөмдәре элегерәк ҡәбилә берләшмәләренә берләшкән була. Тибести районында һәм уның сиктәрендә йәшәгән теда халҡы, нигеҙҙә, дөйә үрсетеү менән шөғөлләнә, өҫтәүенә улар физик йәһәттән бик сыҙамлы булып та танылған[1].

Иҡтисады

үҙгәртергә

Транссахара сауҙаһы

үҙгәртергә
 
Сүллек булап барған ҡарауан

Урта быуаттарҙа Атлантик океан ярҙары буйында урынлашҡан дәүләт ойошмаларын һәм Төньяҡ Африкалағы сауҙа эшен алып барған ҡалаларын бәйләгән ҡарауан юлдары Сахара территорияһы буйлап үтә.

Төп сауҙа юлдары бер нисә тапҡыр икенсе яҡҡараҡ шыла. Мәҫәлән, XI быуатҡа тиклем төп ҡарауан юлы Гана империяһы аша үтә, ә XII быуатта ул көнсығышҡараҡ шыла һәм Мали дәүлүәтенең алтын рудниктарын Төньяҡ Африканың сауҙа ҡалалары менән тоташтыра. Башҡа тауарҙар кеүек үк (тире, страус ҡауырһындары һәм башҡа тауарҙар) Мали алтыны Яҡын Көнсығышҡа һәм унан йыш ҡына Европаға барып сыға.

XV быуаттан һуң төп ҡарауан юлы хауса халҡы йәшәгән төбәк аша үтә башлай.

Тауарҙар бер үркәсле дөйәләргә тейәп ташыла. Ҡарауанға алып китер алдынан хайуан бер нисә ай буйы Мәғриб һәм Сахел тигеҙлектәренең үләнле үҙәндәрендә ашатыла. Шундай ҡарауандарҙың береһе менән сәйәхәт иткән Ибн Баттуттың хикәйәләүе буйынса, ғәҙәттә ҡарауан уртаса 1000 дөйәнән, ә ҡайһы берҙә 12 000 дөйәнән тора. Ҡарауандарҙы сүллекте һәм унда йәшәгән туарег күсмә ҡәбиләләрен яҡшы белгән бербер халҡы вәкилдәре алып барыр булған. Ҡарауандың сүллек аша бер ниндәй юғалтыуҙарһыҙ үтеүе ҡарауанды хеҙмәтләндереүселәрҙең үҙ-ара килешеп эшләүенә бәйле була. Оазистарға тиклем бер нисә көнлөк юл ҡалғас, унан һыу килтереү өсөн алдан кеше ебәрәләр.

Транспорты

үҙгәртергә

Сүллек аша ике автомагистраль үтә, улар Алжирҙа башлана. Транссахара юлы «берҙәмлек юлы» Ин-Салах һәм Таманрассетта (ҡала) башлана һәм Лагоста тамамлана, артабан юл икегә айырыла: Агадесҡа (ҡала) (Нигер) һәм Гаоға (Мали). Икенсе автомобиль юлы Туат оазисы аша үтә. Адрар (ҡала), Таманрассет һәм ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙа аэропорттар бар[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 1,26 1,27 Sahara — Britannica Online Encyclopedia  (инг.)
  2. Голодный год: поток мигрантов увеличивается
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Сахара — Хәҙерге заман географик атамалар һүҙлеге / Акад. В. М. Котляков редакцияһы. — Электрон баҫма. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006  (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Сахарская плита — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  5. Northern Africa (ингл.). WWF. Дата обращения: 23 апрель 2014.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 [ Сахара] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә