15 декабрь
көнө
(15 декабря битенән йүнәлтелде)
15 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 349-сы көнө (кәбисә йылында 350-се). Йыл тамамланыуға 16 көн ҡала.
15 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Сәй көнө.
- : Заменгоф көнө (эсперантистар байрамы, яһалма телде төҙөгән Людвик Лазарь Заменһофтың тыуған көнө хөрмәтенә).
- АҠШ: Хоҡуҡтар тураһында билль көнө.
- Нидерланд: Короллек көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Һөнәри бурыстарын башҡарғанда һәләк булған журналистарҙы иҫкә алыу көнө.
- Индонезия: Армия көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби-космос көстәренең Радиотехника ғәскәрҙәре көнө.
- Украина: Суд хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1699: Пётр I указы менән Рәсәй батшалығында йыл башы 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсерелә.
- 1917: Ҡыҙыл Армияла мөһим айырыу билдәһе булараҡ ҡыҙыл йондоҙ индерелә.
- 1932: Хәҙерге «Почёт Билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты эш башлай.
- 1984: СССР-ҙа Венера планетаһын өйрәнеү өсөн «Вега-1» планета-ара автоматик станцияһы осорола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәйруллина Мөсәллиә Хәйрулла ҡыҙы (1915—2.10.2008), ғалим-педагог-методист, йәмәғәт эшмәкәре. 1950—1993 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1955—1956 йылдарҙа һәм 1972 йылдан урыҫ теле, 1977 йылдан — урыҫ теле һәм уны уҡытыу методикаһы,1990 йылдан — урыҫ филологияһы кафедраһы мөдире. 1970—1980 йылдарҙа республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Педагогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Ҡатын-ҡыҙҙарҙан республикала беренсе фән докторы. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949).
- Беляев Вячеслав Иванович (1920—5.02.2023), йөҙйәшәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кувыков ауылынан.
- Фәриҙә Ҡудашева (1920—9.10.2010), йырсы. 1956—1978 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР-ының (1968) һәм Татарстандың (1990) халыҡ артисы; Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).
- Петров (Ланде) Михаил Ефимович (1920—20.04.1986), ғалим-табип. 1978 йылдан хәҙерге Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1973). РСФСР-ҙың (1979) һәм Башҡорт АССР-ының (1966) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһенең Куйбышев ҡалаһынан.
- Занина Мөнирә Ғәрәф ҡыҙы (1930—17.10.2017), театр актёры. 1971 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
- Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (1935—27.01.1995), табип, йәмәғәтсе. 1959 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һының медицина-санитария часы һәм ҡала дауаханаһы табибы. Ишембайҙың 10-сы саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1973).
- Рәшит Солтангәрәев (1935—5.11.2000), журналист, яҙыусы. 1984—2000 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем баш мөхәррир урынбаҫары. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).
- Төхватуллина Ғәлимә Шәмсетдин ҡыҙы (1935), сауҙа өлкәһе ветераны. Көйөргәҙе районының ҡулланыусылар йәмғиәтенең элекке һатыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1983). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Имамов Зиф Нурихан улы (1940—10.08.2006), журналист. 1967 йылдан республика баҫмалары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1972—1975 йылдарҙа — «Вечерняя Уфа», 1988—1993 йылдарҙа — «Кызыл таң», 1994—1999 йылдарҙа — «Известия Башкортостана» гәзиттәре хәбәрсеһе. 1982 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йүкәлекүл ауылынан.
- Алтынғужин Артур Хөснулла улы (1945), спортсы. Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт һарайының элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Юлдаш ауылынан (хәҙер бөткән).
- Киселёв Вячеслав Александрович (1945), ветеран-спортсы, йәмәғәтсе. 2001—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Туризм-спорт союзы президенты, 1990—2012 йылдарҙа Башҡортостан төбәк-маршрут квалификация комиссияһы рәйесе. Спорт туризмы буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1995) һәм атҡаҙанған (2002) спорт мастеры, республика категорияһындағы судья (2004). Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе (1999). Рәсәй чемпионы (1992). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Вознесенка ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дан Кинельский (төп исеме Иҙрисов Абдулла Мәхмүтйән улы; 1896—5.11.1982), педагог. 1930—1956 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Иглин районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итеүсе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1956). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Динис Исламов (1921—14.04.1973), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945), I (1945) һәм II (1944) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Фәүзиә Рәхимғолова (1921—21.10.1996), яҙыусы, шағир һәм журналист. 1952 йылдан — КПСС, 1961 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Йосопов Абдрахман Рәхмәт улы (1931), матбуғат ветераны, журналист. 1972—1998 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
- Кашапов Борис Мырҙахан улы (1936), комсомол органдары, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт ветераны. 1961 йылдан ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары; 1963 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының баш белгесе, 1966 йылдан Свердлов исемендәге колхоз рәйесе; 1979 йылдан Ҡарман ГРЭС-ының, 1983 йылдан — Нефтекама автозаводының директор урынбаҫары; 1989—1993 йылдарҙа Борай район ауыл хужалығы идаралығының баш белгесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Саматов Фәтих Бикмырҙа улы (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. Ейәнсура районы мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Әнисә Таһирова (1941), хеҙмәт ветераны, журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).
- Винокуров Евгений Александрович (1946), рәссам. 1992—2004 йылдарҙа Өфө сәнғәт галереяһы директоры урынбаҫары. 1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кәримов Хөснөтдин Минһажетдин улы (Кәрим Хөсни; 1887—25.12.1965), уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре, яҙыусы. 1919 йылдан Өфө ҡала халыҡ мәғарифы бүлегенең мосолман әҙәбиәте секцияһы мөдире, РКП (б)-ның Өфө губерна комитеты ҡарамағындағы татар—башҡорт нәшриәтенең бүлек мөдире; 1926—1936 йылдарҙа Татар АССР-ының Әҙәбиәт һәм нәшриәттәр эштәре буйынса баш идаралығы начальнигы; республика радиокомитетының әҙәби-музыкаль тапшырыуҙар секторы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Таймырҙа ауылынан.
- Шабаев Ғариф Хафиз улы (1907—25.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. «Иҙел-Урал» легионының йәшерен төркөм ағзаһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнеүсе (1990, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Иҫке Турай ауылынан.
- Байрушин Михаил Александрович (1917—14.02.1998), партия һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1978 йылдарҙа КПСС-тың Благовещен район комитетының беренсе секретары. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Ҡурғаштамаҡ ауылынан.
- Йоносов Нәжип Кабил улы (1917—10.03.2003), ауыл хужалығы һәм совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы, 1972—1977 йылдарҙа Әсән ауыл советы рәйесе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән Әсән ауылынан.
- Йоносов Зәки Кабил улы (1922—25.02.2010), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, тау-сапёр полкының рота командиры. 1944 йылдың апреленән — СССР дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре; 1947 йылдан — Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары бүлеге начальнигы; 1971—1987 йылдарҙа — СССР Эске эштәр министрлығының Өфө махсус урта мәктәбе начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы. Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Әсән ауылынан.
- Аҡбулатов Фәтих Далха улы (1927—29.01.2012), агроном, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы агрономы, бригадиры һәм рәйесе; 1964 йылдан район мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры; 1982—1988 йылдарҙа «Аҡъяр» совхозы агрономы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Журналист һәм яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатованың атаһы. Сығышы менән ошо райондың Үрнәк ауылынан.
- Әхәтов Мөбәрәк Шәйхулла улы (1927—22.02.1998), нефтсе. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1987 йылдарҙа Коми Республикаһының Усинск вышка монтажлау идаралығының бригадир-монтажсыһы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1974), СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1971). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Усинск ҡалаһының почётлы гражданы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүрөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылынан[1].
- Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы (1932—20.12.2020), малсы. 1962—1987 йылдарҙа Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозының машина менән һыйыр һауыу оҫтаһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1973). Сығышы менән ошо райондың Ялсыҡай ауылынан.
- Мөстәҡимов Нәбиулла Айнулла улы (1932—2019), композитор, музыкант, уҡытыусы. 1986 йылдан хәҙерге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыкаль тәрбиә биреү интернат-гимназия уҡытыусыһы; 1998—2007 йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһы ның тынлы оркестр түңәрәге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан.
- Шафиҡов Бәхтегәрәй Сәлимгәрәй улы (1932—2021), төҙөүсе. Күмертау ҡалаһындағы 2-се төҙөлөш идаралығының ташсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ярмунса ауылынан.
- Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы (1937—2015), ғалим-инженер-механик. 1973—2006 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1993 йылдарҙа — хеҙмәтте һаҡлау, 1995 йылдан — ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу, 1998—2005 йылдарҙа — электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм электр энергияһын ауыл хужалығында ҡулланыу кафедралары мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1999), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978).
- Илембәтов Фәттәх Фәтхулла улы (1942), педагог, мәғариф, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1979 йылдан КПСС-тың Балаҡатай район комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире, 1982 йылдан — халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары; 1986 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1989 йылдан — секретары, 1990 йылдан — район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары; 1996—2004 йылдарҙа Аҡъярҙың 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Сәлихйән ауылынан. Дәүләт хеҙмәткәре Азамат Илембәтовтың һәм ғалим-этнограф Азалия Илембәтованың атаһы.
- Хафизов Нәзир Хәсән улы (1947), ғалим-табип. 1987 йылдан Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының бүлек мөдире, 2000—2012 йылдарҙа — дауахананың баш табибы, бер үк ваҡытта 1992—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты, доцент (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылынан.
- Ибраһимова Әнисә Хөрмәт ҡыҙы (1952), педагог. 1975 йылдан Хәйбулла районы Яңы Ергән, 1976 йылдан — Аҡъярҙағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1985 йылдарҙа уҡытыу эштәре мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). Мәғариф өҫтөнлөклө милли проектының «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2007). Сығышы менән ошо райондың Айыулы ауылынан.
- Сальникова Зоя Ивановна (1952), сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1975 йылдан Дүртөйлө тимер-бетон изделиелары заводы мастеры, 1976 йылдан — өлкән инженер, 1981 йылдан — производство-техник бүлеге начальнигы; 1987 йылдан — баш инженер, 1997 йылдан — завод идарасыһы; 1999 йылдан Дүртөйлө ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 2004—2014 йылдарҙа Дүртөйлө район советы секретары. «Роснефтегазстрой»ҙың почётлы хеҙмәткәре (1995), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ҡара Баян ауылынан.
- Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (1957), театр һәм кино артисы. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
- Иҙелбаев Урал Мирас улы (1972), композитор. 2001—2007 йылдарҙа һәм 2014 йылдан М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыкаль бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Голицын Петр Михайлович (1738—11.11.1775), Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, кенәз, Голицындар нәҫеленән. Флигель-адъютант (1762), генерал-поручик (1775). 1756—1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта, 1768—1774 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында, 1768—1772 йылдарҙағы Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын һәм 1773—1775 йылдарҙағы Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан етәкселәрҙең береһе.
- Мөхәмәтша Буранғолов (1888—9.03.1966), шағир, фольклорсы, драматург, башҡорт әҙәбиәте классигы. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Арыҫлан Мөбәрәков (1908—5.05.1977), башҡорт совет театр һәм кино актёры, режиссёр һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1948 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ (1955), РСФСР-ҙың (1944) һәм БАССР-ҙың (1940) атҡаҙанған артисы. Башҡорт АССР-ының I—V саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989, үлгәндән һуң). Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Никитенко Николай Максимович (1923—9.07.1999), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1994 йылдарҙа Бәләбәй ҡала һөт заводы директоры. Башҡорт АССР-ы аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990). Октябрь Революцияһы (1986), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1993). Сығышы менән хәҙерге танылмаған Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәләрендәге Лиман ҡалаһынан.
- Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы (1928—15.11.2005), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1988 йылдарҙа Илеш районы XXII партсъезд исемендәге колхоздың комплекслы бригада бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Татар Мәнәүезе ауылынан.
- Хәбетдинов Рауил Низам улы (1928—5.08.1997), спортсы. «Спартак» спорт йәмғиәте тренеры (Октябрьский ҡалаһы). Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1952). Олимпия уйындарының көмөш призёры (1956), Европа һәм СССР чемпионы (1957). Һигеҙ тапҡыр донъя рекорды ҡуйыусы. Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайы Абан районының Зимник ауылынан.
- Ляпина Нәфисә Кәбир ҡыҙы (1933), ғалим-нефтехимик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), химия фәндәре докторы (1983), профессор (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
- Жиляев Николай Петрович (1948), инженер-технолог, хеҙмәт ветераны. «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһе заводтарының элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы (1948—7.09.2015), малсылыҡ алдынғыһы. 1966—1998 йылдарҙа Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхоз һауынсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ишкинин Ишмәй Иштубай улы (1914—2.08.1964), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры, лейтенант (1946). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғүмәр Әбделмәнов (1929—30.10.2020), йырсы. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1969—1992 йылдарҙа СССР Музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989).
- Хәсәнов Вәсим Ғариф улы (1944), хужалыҡ эшмәкәре, 1978—1985 йылдарҙа Миәкә районының «Башҡортостан» колхозы рәйесе, 1985—2004 йылдарҙа «Миәкә» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), райондың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (2016).
- Виденеев Виктор Иванович (1959), ғалим-инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 2002 йылдан «Һарытаунефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының етештереү буйынса беренсе урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (2002). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 37: Нерон, Рим императоры.
- 1852: Антуан Анри Беккерель, Франция физигы, физика буйынса 1903 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1859: Людвик Лазарь Заменһоф, йәһүд сығышлы поляк күҙ табибы һәм тел белгесе, эсперанто телен төҙөүсе.
- 1859: Зента Мауриня, Латвия яҙыусыһы, эссеист, философ һәм тәржемәсе.
- 1938: Валерий Чкалов, СССР-ҙың хәрби осоусыһы.
- 1799: Сергей Иванович Ожегов, Рәсәй империяһы лингвисы.
- 1966: Уолт Дисней, Америка мультипликаторы.
- 1998: Риза Яхин, Башҡортостан механизаторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Управление культуры и национальной политики администрации МО ГО «Усинск». Официальный сайт. Аллея Славы. АХАТОВ МУБАРАК ШАЙХУЛЛИНОВИЧ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2022)