Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы
Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы (15 декабрь 1948 йыл — 7 сентябрь 2015 йыл) — 1966—1998 йылдарҙа БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының Иванай һөт-тауар фермаһы һауынсыһы. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 декабрь 1948 |
Тыуған урыны | Гөблөкөсөк, Тәкәрлек ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 7 сентябрь 2015 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Гөблөкөсөк, Тәкәрлек ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | оператор машинного доения |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРәзифә Сәлих ҡыҙы Ханова 1948 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Гөблөкөсөк ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлай.
1963 йылда һарыҡсылыҡ фермаһында хеҙмәт юлын башлай. 1966 йылдан башлап Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының Иванай һөт-тауар фермаһы һауынсыһы булып эшләй.
1983 йылда Рәзифә Ханова бер һыйырҙан план буйынса 2067 литр һөт урынына 2662 литр һөт һауа, 1985 йылға һауымды 4010 литрға тиклем еткерә. Ун беренсе биш йыллыҡта (1981—1985) бер һыйырҙан уртаса йылына 3182 литр һөт һауған.
1998 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районының Гөблөкөсөк ауылында йәшәй.
2015 йылдың 7 сентябрендә вафат була[2], тыуған ауылы Гөблөкөсөктә ерләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә- I (1986), II (1980), III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены
- миҙалдар
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Башкирская энциклопедия — Ханова Разифа Салиховна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2018) (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы . «Герои страны» сайты.
- Ханова Рәзифә Сәлих ҡыҙы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.