Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы
Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы (15 декабрь 1920 йыл — 9 октябрь 2010 йыл) — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР-ының (1968) һәм Татарстандың (1990) халыҡ артисы; Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995).
Фәриҙә Ҡудашева Фәридә Яһүдә кызы Кудашева | |||||||
Төп мәғлүмәт | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы | ||||||
Тыуған | |||||||
Тыуған урыны | |||||||
Үлгән | |||||||
Үлгән урыны | |||||||
Ил | |||||||
Һөнәрҙәре |
эстрада йырсыһы | ||||||
Әүҙем йылдары |
1939—2010 | ||||||
Наградалар |
| ||||||
Биографияһы
үҙгәртергәФәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Келәш ауылында тыуған башҡорт ҡыҙы.
Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата. Дүртөйлөлә 7 синыфты тамамлағас, 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә белем ала. 1939−1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда тәүге тапҡыр радио аша йырлағандан һуң бөтә илгә таныла.
1944—1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булараҡ тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше, күренекле башҡорт артисы һәм композиторы Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр.
Башҡорт эстрада сәнғәте үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Йырсының сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарай. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала.
Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн йырсыға 1956 йылда Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, 1968 йылда — «халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә. Фәриҙә Ҡудашева шулай уҡ Халыҡтар Дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән, ул — РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972) һәм Татарстандың халыҡ артисы (1990). 1995 йылда уға «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә, 1996 йылда йырсы Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90-сы йәшендә вафат булды, Өфө мосолман зыяратында ерләнде.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1956)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1968)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
- Татарстандың халыҡ артисы (1990).
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1995)
- Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһы (1996)
Хәтер
үҙгәртергә- 2015 йылдың 14 декабрендә Өфөлә Фәриҙә Ҡудашеваға мемориаль таҡтаташ асылды — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 декабрь[1].
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Фәриҙә Ҡудашева. Тормошо һәм ижады: альбом / Төҙөүселәре Ғәлиә Ғәлимова, Хәсән Назар. — Өфө: Китап, 2004. — 220 бит, илл., ISBN 5-295-03086-5. (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2021)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 декабрь 2022)
- СабироваЭ. В Уфе открыли мемориальную доску Фариде Кудашевойdate=2015-12-14 . «Башинформ». Дата обращения: 14 декабрь 2015.
- Өфө ҡала округы сайты
- Персоналия: Республика Татарстан(недоступная ссылка)
- Восточная музыка(недоступная ссылка)