Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы
Ғүмәрова Сәриә Ибраһим ҡыҙы (15 декабрь 1935 йыл — 27 ғинуар 1995 йыл) — табип, йәмәғәтсе. 1959 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һының медицина-санитария часы һәм ҡала дауаханаһы табибы. Ишембайҙың 10-сы саҡырылыш ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы.
Биографияһы
үҙгәртергәСәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрова 1935 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Смаҡай ауылында Ибраһим һәм Миңлекамал Ҡотлобаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә 3-сө бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде Смаҡай мәктәбендә ала, 5-се кластан Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлағас, табип һөнәрен үҙ итеп, әхирәте һәм класташы Зәйнәп Һөйәрғолова менән бергә Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда Сәриә үҙен алдынғы студент итеп күрһәтә, һөнәрен тәрәндәнерәк белеү өсөн төрлө ғилми хеҙмәттәр менән таныша, үҙе лә фәнни конференцияларҙа, симпозиумдарҙа сығыш яһай. 1958 йылда үҙенең класташы, нефть институтын шул йылда ғына тамамлаған Рәсүл Ғүмәровҡа кейәүгә сыға. 1956 йылда ҡулына табип дипломы алғас, йүнәлтмә буйынса тыуған яғы Ишембай ҡалаһына ебәрелә.
Хеҙмәт юлы
үҙгәртергә1959 йылдың 11 июлендә ул тәүге эш урыны — «Ишембайнефть» НГДУ-һының медицина-санитария часының берләштерелгән дауаханаһының ишеген асып инә һәм 1-се поликлиниканың цех терапевы булараҡ эш башлай. 1960 йылда врач-невролог итеп күсерелә. Ә 1964 йылда йәш белгесте неврология бүлексәһе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. 1966—1968 йылдарҙа ғаилә хәле буйынса уға Ишембайҙан ситтә йәшәргә тура килә.
Әммә 1968 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Ишембай ерендә сирлеләрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Бүлексә мөдире булараҡ, уға коллективта яҡшы атмосфера булдырыуҙы ғына түгел, ә неврологик ауырыуҙарҙы дауалағанда алдынғы алымдарҙы ҡулланыуҙы ла хәстәрләргә тура килә. 1981 −1982 йылдарҙа Ишембай неврология бүлексәһендә төрлө физиологик дауалау аппараттарынан тыш, ләм-һыу менән дауалау, энә терапияһы ысулдары киң ҡулланыла.
Ҡала һәм район халҡының байтағы Сәриә Ибраһим ҡыҙының энәләренең дауаһын татый. Күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, оло йәштәгеләр әле лә Сәриә Ибраһим ҡыҙын ихтирам менән иҫкә ала. Артабанғы йылдарҙа Сәриә Ибраһим ҡыҙы, даими рәүештә квалификацияһын күтәреү курстарында уҡып Өфө, Ҡазан, Киев, Мәскәү, Алма-ата ҡалаларындағы медицина институттарында неврологияның төрлө йүнәлештәре (нервылар ҡуҙғығанда рефлексотерапия, нерофармокология һәм башҡа йүнәлештәр) буйынса белемен камиллаштыра.
1987 йылда Сәриә Ибраһим ҡыҙына юғары категориялы врач-невролог квалификацияһы бирелә. 1989 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Юғары ғилми үҙәге курстарында уҡый. 1991 йылда хаҡлы ялға сыға, әммә эшен дауам итә. Медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты.
1996 йылда Ишембай ҡалаһы һәм районының медико-санитария часының неврология бүлексәһенә Сәриә Ибраһим ҡыҙы Ғүмәрованың исеме бирелә, һәм ул ғүмере буйы эшләгән бинаға мемориль таҡтаташ ҡуйыла. Сәриә Ибраһим ҡыҙының сирлеләрҙе дауалау буйынса фиҙакәр хеҙмәтен Ишембай халҡы бына шулай юғары баһалай.
Ғаилә хәле
үҙгәртергәТормош юлдашы Рәсүл Абдрахман улы менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Улдары Рөстәм, атаһы юлынан китергә ҡарар итеп, Өфө нефть институтын тамамлай һәм әлеге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһында үҙ һөнәре буйынса эшләй. Сәриә Ибраһим ҡыҙының ейәндәре: Ләйсән һәм Рәмил. Ләйсән Асель , Рәмил Әминә исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Рөстәм һәм уның балалары Ләйсән менән Рәмил — техник фәндәр кандидаттары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (11.06.1973 йыл);
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1991 йыл);
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
- К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).
- В. Л. Игнатьев «Ишимбай: ХХ век».