Пропага́нда (лат. propaganda — «таратылырға тейеш (ышаныс)», лат. propago — «таратам») — хәҙерге сәйәси дискурста, йәмәғәтселек фекерен булдырыу өсөн йәки башҡа маҡсатта, ниндәйҙер йүнәлештә сәйәси ҡараштар, факттар, аргументтар һәм башҡа мәғлүмәттәр, шул иҫәптән имеш-мимеш һәм ялған мәғлүмәт таратыу һәм аңлатыу эше алып барыу; Ниндәйҙер бер йүнәлештә тәғлимәт, белем таратыу, аңлатыу эше[1].

Пропаганда
Рәсем
Commons-logo.svg Пропаганда Викимилектә
Нимес листовкаһы, 1941 йыл
«Пропагандисты ҡулға алыу», И. Репин картинаһы
«Онотма, Мэн! Һәм ас кубалыларҙы онотма!» Испан-американ һуғышы ваҡытында американ пропагандаһы өлгөһө, Judge журналы, Виктор Гиллам, 1898

Төшөнсә варианттарыҮҙгәртергә

  • Ҙур совет энциклопедияһы пропаганданы сәйәси, фәлсәфәи, фәнни, нәфис һ.б. ҡараштарҙы һәм идеяларҙы йәмәғәтселек фекеренә индереп масса ғәмәли эшмәкәрлекте әүҙемләштереү тигән төшөнсә бирә. Пропаганданың төп элементтары: субъекты (социаль ҡатлам мәнфәғәтендә башҡарылған пропаганда), эстелеге, форма һәм ысулдары, пропагандалау саралары (радио, телевидение, матбуғат, лекциялар системаһы аша пропагандалау һ.б.), объекты (пропаганда адресланған аудитория йәки социаль дөйөмлөк булған төркөм).[2].
  • Британника энциклопедияһы «Пропаганда — йәмәғәтселек фекеренә йөғонто яһау өсөн факттар, аргументтар, имеш-мимештәр, ярым ялған йәки ялған мәғлүмәт таратыу. Пропаганда — башҡа кешеләрҙең ышанысына систематик рәүештә төрлө символдар (һүҙ, ишара, плакат, монумент, музыка, кейем, айырмалыҡлы билдәләр, рәсемдәр, почта маркалары) ярҙамында йоғонто яһау өсөн тырышлыҡ күрһәтеү. Пропагандистың мәсьәләне хәл итеү маҡсаты бар. Маҡсатына ирешеү өсөн пропагандист факттарҙы, аргумент һәм символдарҙы һайлап ала. Ҙур ҡаҙаныштарға ирешеү өсөн ул ҡайһы бер факттарҙы төшөрөп ҡалдыра йәки боҙоп күрһәтә, аудиторияныҡ иғтибарын ҡайһы бер сығанаҡтарҙан икенсе сығанаҡҡа йүнәлтә»[3].

Пропаганда тарихыҮҙгәртергә

«Пропаганда» һүҙе 1622 йылда папа Григорий XV ойошторған Congregatio de Propaganda Fide (Дин таратыу конгрегацияһы) тигән католик ойошманан килеп сыҡҡан[3]. Әммә пропаганда был термин барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ элек-электән булған. Пропаганданың иң тәүге өлгөһө итеп Хаммурапи ҡанундары йыйылмаһын ҡарарға була. Был ҡанундар илдә ғәҙеллек булдырыу өсөн, көсһөҙҙәрҙе көслөләрҙән яҡлау маҡсатында булдырылған тип ҡабул ителһә лә, ысынбарлыҡта киреһенсә. Закондарҙың эстәлеге маҡсатына ҡапма-ҡаршы килә. Ҡанун ярлы һәм хоҡукһыҙ ҡатлам кешеләрен иҙеп, бай һәм хәлле ҡатмам кешелеренең мәнфәғәтен яҡлай[4].

Пропаганданы күпләп ҡулланыу Беренсе донъя һуғышы йылдарында башлана. Донъяның күп дәүләттәре алдында, бер яҡтан — еңеүгә ирешеү өсөн мобилизация ихтыяжы һәм икенсе яҡтан — индивидуализм менән йәмғиәттең тарҡаулығы проблемаһы килеп баҫа. Дәүләт сәйәсәтен аҡлау һәм нығытыу өсөн төрлө алымдар, фотографиялар, радиотапшырыуҙар ҡулланыла. Шул ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының пропаганда таратыуҙа урыны билдәләнә.

Пропаганда теорияларыҮҙгәртергә

Дөйөм алғанда, пропаганда теориялары киң мәғлүмәт сараларына, уларҙың йөкмәткеһенә, йоғонтоһона иғтибарҙы йүнәлткән тәүге теориялар була: тикшеренеүселәр киң мәғлүмәт сараларының мәғлүмәт ярҙамында кешеләргә нисек йоғонто яһай алыуын аңлатырға тырыша, һөҙөмтәлә улар билдәле бер ҡараштарҙы үҙләштерә. Шуға ярашлы, пропаганданың тәүге теориялары бихевиоризм һәм фрейдизм идеяларына нигеҙләнә; уларҙың киҫелешендә кешенең ярайһы уҡ пессимистик ҡарашта тороуы, тышҡы психологик йоғонтоға ҡарата юғары дәрәжәлә йомшаҡлығы һәм шәхестең рациональ үҙ-үҙен тота алмауы күҙ уңында тотола.

Беренсе донъя һуғышынан һуңғы осорға хас булған үрҙә һаналған идеялар дөйөмләштерелмәй, әммә һуңыраҡ уларға «тылсымлы пуля теорияһы» тигән исем бирелә. Был теорияға ул ваҡытта булған психологик һәм социологик ҡараштар менән тап килеү юғары дәрәжәлә хас була һәм хәрби пропаганданың йоғонтоһо тураһында мәғлүмәт менән нығытыла. Һуңыраҡ уның төп положениелары ышанысһыҙ тип кире ҡағыла.

Көнбайыш тикшеренеүселәренең был осорҙа, 1930-сы йылдар аҙағына тиклем, пропагандаға иғтибары америка тибындағы сәйәси системаға һәм йәмғиәттең демократик ҡоролошона янау менән бәйле була: пропаганданың ирекле таралыуы демократия өсөн үлемесле булыр тигән фекер йәшәй. Әммә иһә пропаганданы тыйыу аралашыу азатлығын сикләүҙе тәшкил итер ине — демократик дәүләттең төп принциптарының береһе.

Төп теориялар булараҡ Г. Лассвелл, У. Липпман һәм Дж. Дьюи ижад иткән пропаганда теориялары телгә алына.

Пропаганда маҡсаттарыҮҙгәртергә

Пропаганда — сәйәси манипуляцияларҙың төп сараларының береһе. Рекламанан айырмалы рәүештә, пропаганда ҡаты ваҡыт арауығы менән генә сикләнмәй һәм уны асыҡлау еңел түгел. Пропаганда кешеләрҙең хис-тойғоларына ла, аңына ла ҡағыла. Шулай булғас, пропаганда, хис-тойғолар кеүек үк, кире йә ыңғай булырға мөмкин.

Позитив (конструктив) пропаганда[5] ҡулланыусыға билдәле бер инаныуҙарҙы аңлайышлы итеп еткерергә тырыша. Ыңғай пропаганданың маҡсаты — дөйөм ҡабул ителгән ҡиммәттәргә ярашлы социаль татыулыҡҡа, гармонияға, кешеләрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Ыңғай пропаганда, кире пропаганданан айырмалы рәүештә, манипулятив маҡсаттарға ынтылмай. Шуға ҡарамаҫтан, «конструктив» пропаганданың ысын маҡсаттары йыш ҡына пропагандистар иғлан иткән маҡсаттарға ҡаршы килә. Негатив (деструктив) пропаганда[5] кешеләргә теге йә был фекерҙәр таға. Кире пропаганданың маҡсаты — социаль нәфрәт уятыу, социаль конфликттарҙы көсәйтеү, йәмғиәттә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы көсәйтеү, кешеләрҙә нигеҙ инстинкттарын уятыу. Был кешеләрҙе бер-беренә ҡаршы ҡуйырға, уларҙы пропагандист ихтыярына буйһонорға мөмкинлек бирә. «Дошман образын» булдырыу технологияһы халыҡты пропагандист тирәләй тупларға, уның өсөн файҙалы булған халыҡ инаныуҙарына һәм стереотиптарына таянырға мөмкинлек бирә. Кире пропаганда был массаларҙы манипуляциялау маҡсатында түбән тәнҡитлелекте һәм тәҡдим итеүсәнлекте әүҙем ҡуллана.

Хәрби пропагандаҮҙгәртергә

 
Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы немец листовкаһы
  • Әсирлеккә төшөү пропагандаһы
Әсирлекте пропагандалау психологик һуғыштың иң перспективалы һәм һөҙөмтәле йүнәлештәренең береһе булып тора. Әммә дөрөҫ йоғонто яһау формаларын һәм сараларын һайлау бик мөһим:
  • әсирлеккә эләгеүҙе артыҡ матурлап күрһәтеү һәм идеаллаштырыу кәрәкмәй;
  • билдәһеҙ әсирлектән һәм уның ауырлыҡтарынан ҡурҡыуҙы таратырлыҡ аныҡ факттарҙы хәбәр итеү;
  • хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, өйҙәренә тере ҡайтыу маҡсаты хаҡына, әсирлеккә бирелеүҙең урынлы булыуы идеяһына инандырыу.
Психологик операцияларҙың һөҙөмтәлелеген Вьетнам һуғышы миҫалы менән күрһәтергә мөмкин. Хәрби ғәмәлдәр осоронда коммунистик көстәрҙең яҡынса 250 мең һалдаты үҙ ирке менән дошман яғына күсә. Вьетнам армияһының бер һалдатын үлтереү хаҡы уртаса 400 000 доллар тәшкил итһә, шул уҡ ваҡытта әсирлеккә күндереү бер кешегә ни бары 125 доллар тора.
  • Хәрби уңыштарҙы пропагандалау
  • Хаталарҙы тәнҡитле анализ аша пропагандалау
  • Еңелеүҙән ҡурҡыу уятыу юлы менән пропагандалау.

Пропаганданы әҙерләү һәм таратыу технологияһыҮҙгәртергә

Пропаганда өсөн идея, маҡсатлы аудитория һәм уларға идеяны еткереү өсөн аҡса кәрәк.

Эффектив пропаганданың өс төп критерийы:

  • Үҙәк тезистың булыуы;
  • маҡсатлы аудиторияға еңел аңлашылыуы;
  • тәнҡиткә бирешмәҫлек булыуы

Ежи Бузек 2009 йылда, Европарламент рәйесе вазифаһына һайланырына тиклем бер нисә көн алдан, «Евроньюс» каналына интервьюһында пропаганданың халыҡҡа аңлайышлы формалары тураһында былай тигән:

Граждандар мәнфәғәтенә яҡын булған мәсьәләләргә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтергә кәрәк, сөнки кешеләргә икмәк һәм май кәрәк, уларҙы көндәлек тормошҡа ҡағылышы булған әйберҙәр ҡыҙыҡһындыра. Һәм, көрсөк йәки энергетика тураһында әйтелгән юғары һүҙҙәр, уларҙың ҡолаҡтарына барып етмәй. Әгәр энергетик хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса һөйләһәк, беҙ, ул нимә була икәне тураһында һөйләргә, йәғни — һеҙҙең йортоғоҙҙағы плитәлә һәр саҡ газ буласаҡ, һеҙҙең розеткала һәр саҡ электр уты буласаҡ, тип әйтергә тейешбеҙ. Беҙ эшләй торған нәмә нәҡ ошо. Беҙ йәмғиәткә яңы технологиялар, яңы әйберҙәр алып килә алабыҙ, газ һеҙҙең йорттарығыҙға, һеҙҙең кухняларға киләсәк, электр уты һеҙҙең залығыҙға инәсәк инфраструктураны төҙөй алабыҙ, тип әйтер кәрәк. Ә беҙ, ергә төшөр урынға, ҡайһы берҙә һүҙҙәребеҙҙе стратосфераға осорабыҙ.

Жанр төрлөлөгөҮҙгәртергә

Плакат, брошюра, листовка, радио һәм телевидениенан белдереүҙәр кеүек ғәҙәти пропаганда ысулдарынан тыш, пропаганда һынлы сәнғәттең, кино [6], пропаганда һынлы сәнғәттең бөтә жанрҙары, шулай уҡ пропагандалаусы фильм театр, әҙәбиәт, шиғриәт, социаль төркөмдәрҙең дөйөм мәнфәғәткә ҡағылған социаль тормош проблемаларына йәки күренештәренә йөғонто яһай торған уйындар (интернет, чат, социаль селтәрҙәр) һәм башҡа жанрҙар ҙа ҡулланыла.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Пропаганда — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (рус.)
  3. 3,0 3,1 PropagandaБританника энциклопедияһында (инг.)
  4. Хаммурапи ҡанундары йыйнтығы (рус.)
  5. 5,0 5,1 Цуладзе А. М. Большая манипулятивная игра. М.: Алгоритм, 2000. — 336 с. С. 100—101.Рецензенты: доктор ист. наук, проф. К. С. Гаджиев, канд. полит, наук Г. Ш. Бокучава
  6. Эксперты: Пропаганде сопротивляются всего 14 процентов россиян