Зента Мауриня
Зента Мауриня (латыш. Zenta Mauriņa; 15 декабрь 1897 йыл — 25 апрель 1978 йыл) — Латвия яҙыусыһы, эссеист, М. Ф. Достоевский ижадын өйрәнеүсе, философ һәм тәржемәсе. Латвияла беренсе булып «филология фәндәре докторы» дәрәжәһен алыусы.
Зента Мауриня | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Латвия |
Имя в браке | Zenta Raudive[2] |
Тыуған көнө | 15 декабрь 1897[1][3][4][…] |
Тыуған урыны | Гулбене[d], Латвия |
Вафат булған көнө | 25 апрель 1978[1][3][5][…] (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Базель[d], Швейцария[1] |
Ерләнгән урыны | Баден-Вюртемберг |
Хәләл ефете | Константин Раудив[d] |
Әһәмиәтле кеше | Else Seel[d][6] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Латыш теле |
Һөнәр төрө | лингвист, яҙыусы, тәржемәсе, балалар яҙыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт ғилеме |
Эш урыны |
Латвия университеты[d] Уппсала университеты[d] |
Уҡыу йорто | Латвия университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Архивы хранятся в | University of Victoria Special Collections and University Archives[d][7] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Зента Мауриня Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМауриня Зента 1897 йылдың 15 декабрендә Рәсәй империяһы Лифлянд губернаһы[8] Леясциемс ауылында табип Роберт Мауринь һәм уның ҡатыны, пианист Мауриня Мелания ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Гробиня ҡалаһында үтә. Биш йәшендә Мауриня Зента полиомиелит менән ауырый, һәм бөтә ғүмере буйы инвалид коляскаһында, ҡот осҡос физик һыҙланыуҙар менән көрәшеп йәшәүгә дусар була.
Лиепая рус гимназияһын тамамлаған (1913—1915). 1921 йылда Зента Мауриня Латвия университетының философия һәм филология факультетына уҡырға инә. Ике йылдан һуң Балтика филологияһы бүлеге буйынса махсуслашыуҙы һайлай. Рига педагогия институтында уҡыта, Латвия университетында лекциялар уҡый. Валмиера халыҡ университетында төп лектор була.
1949 — 1963 йылдарҙа — Упсала университеты доценты. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Германияның көньяғында, Бад-Кроцинген тигән ерҙә үткәрә. Унда урындағы зыяратта ерләнгән. Вафат булған урыны — Швейцарияның Базель ҡалаһы.
Шәхси тормошо
үҙгәртергәИре Константин Раудив.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәБеренсе әҙәби баҫмаһы «Libausche Zeitung» гәзитендә — Янис Акуратерстың «Mana vismīļā» хикәйәһенең немец теленә тәржемәһе (1919). Зента Мауриня 1944 йылға тиклем Латвияла барлығы 19 әҫәр баҫтыра: Райнис, Достоевский, Данте тураһында монографиялар, «Поездағы тормош» романы («Dzīves vilcienā») (1941), ваҡытлы матбуғатта күп һанлы хикәйәләр, тәржемәләр һәм башҡа әҫәрҙәре. Һөргөндә ваҡытта 27 хеҙмәте латыш телендә һәм 20 хеҙмәте немец телендә, шулай уҡ итальян, инглиз, рус, швед, голланд, дания һәм фин телдәренә тәржемәләре нәшер ителгән. Үҙ ғүмерендә Латвияла, Германияла, Швецияла, Финляндияла, Австрияла һәм Францияла 600 самаһы асыҡ лекциялар уҡыған. Дөйөм алғанда 70-тән ашыу китап авторы.
Мауриня Зентаның түбәндәге эштәре немец телендә баҫылған:
- Tālais brauciens (Die weite Fahrt) (автобиография)
- Dostojevskis (Dostojewskij) (биографияһы)
- Sirds mozaīka (Mosaik des Herzens) (эссе)
- Prieks Sākumā bija (Im die Anfang Freude war) (хикәйә)
- Mīlētā dzīve — dzīve dzīvotā (Geliebtes Leben — gelebtes Leben) (эссе)
- Portreti Krievu rakstnieku (Schriftsteller russischer Porträts) (эссе)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1965 — Эльзас академияһының почётлы ағзаһы (Франция).
- 1968 — «Германия Федератив Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» 1-се дәрәжә орден.
- 1971 — Германия фондынан Конрад Аденауэр исемендәге премия
- 1977 — Бад-Кроцингендың почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118579266 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 3,0 3,1 Zenta Mauriņa // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Zenta Maurina // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Zenta Maurina // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=19056 (нем.)
- ↑ https://uvic2.coppul.archivematica.org/maurina-dr-zenta
- ↑ https://uvic2.coppul.archivematica.org/else-lubcke-seel-fonds
- ↑ Хәҙер Латвияның Гулбен крайы Леясцием улусы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Schepp O. Das Herz hat Flügel. — 1953. — (биография Зенты Маурини).
- Zenta Maurina. 15.12.1897 — 25.4.1978 : Gedenkschrift zum 100. Geburtstag. — Memmingen: Maximilian Dietrich Verlag, 1997.
- Zentai Mauriņai — 100 : Eiropa, Latvija — kultūru dialogs / Conf.; Ed.: A. Cimdiņa. — Riga: Nordik, 1998. (латыш.) (нем.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Маурини (Maurina) Зента (1897—1978) . Philatelia.Ru. Дата обращения: 22 апрель 2012. Архивировано 15 май 2012 года.
- Силава В. Десять заповедей от Зенты Маурини . Стихи.ру. Дата обращения: 22 апрель 2012. Архивировано 15 май 2012 года.