Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы

хеҙмәт ветераны, малсылыҡ алдынғыһы

Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы (15 декабрь 1932 йыл20 декабрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы (1973). КПСС-тың XXV съезы делегаты[2]. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), һигеҙенсе, туғыҙынсы (1971—1980), унынсы, ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Ялсыҡай ауылы, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (88 йәш)
Вафат булған урыны Ялсыҡай ауылы, Таймаҫ ауыл советы, Көйөргәҙе районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө скотоводство, һауынсы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXV съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәүәли Мөхәмәт улы Вәхитов 1932 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. 1947—1957 йылдарҙа Андреев исемендәге колхозда эшләй. 1957 йылда «Таймаҫ» совхозы ойошторолғас, Лена бүлексәһендә һауын гурты бригадиры булып эш башлай һәм был вазифаны 1962 йылғаса башҡара. 1962—1987 йылдарҙа машина менән һауыу операторы була. 1987—1994 йылдарҙа тағы ла ошо уҡ совхозда һауын гурты бригадиры.

Һәр һыйырҙан һөт һауыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1962—1979 йылдарҙа 5000 кг, ә 1980—1987 йылдарҙа 6432 кг һөт һауып ала.

Малсылыҡты үҫтереүҙәге күрһәткән уңыштары өсөн 1966 йылдың 22 мартында СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылы Ялсыҡайҙа йәшәй.

Шәүәли Мөхәмәт улы Вәхитов 2020 йылдың 20 декабрендә вафат булды[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • «Ильич юлы», 1968 й., 3 март, № 28.