Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы

Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы (15 декабрь 1957 йыл) — Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).

Ҡобағошова Рәмилә Сөләймән ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

15 декабрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Күмертау

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1978 -

Театр:

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1987)

Биографияһы үҙгәртергә

Рәмилә Сөләймән ҡыҙы Ҡобағошова 1957 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында тыуған. 1977 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған (Ю. С. Вертлиб курсы).

1978 йылдан алып Өфө ҡалаһының Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡурсаҡ йөрөтөүсе булып эшләй.

Спектаклдәрҙәге ролдәре үҙгәртергә

Рәмилә Ҡобағошованың төп ролдәре: Ғәли («Ғәлимә», Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса А. Баранов әҫәре), Гөлфирә («Әлдермештән Әлмәндәр», Таһир Миңнуллин), Ҡуянҡай («Тайыштабан йоҡлай алмай», Сафуан Әлибаев), Кендек («Хыял күпере», Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса), Дюймовочка (Х. К. Андерсендың шул уҡ исемле әҫәре буйынса), Зөләйха («Бөркөт балаһы ҡанат йәйә», А. С. Фәтҡуллин һәм Д. А. Рашкин), Дилбәр («Янһарының тылсымлы санаһы», С. Р. Сурина).

«13-сө раунд» кинофильмында Зөлфиә Шәрипова ролен башҡара.

Тыуҙырған образдары ихлас, эскерһеҙ, нескә хисле булыуы менән айырыла, сағыу тормошсанлығы менән йәлеп итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996);
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1987);
  • «Ҡолонсаҡ» Республика балалар өсөн спектаклдәр фестивале дипломанты (Өфө, 2001).

Һылтанмалар үҙгәртергә