Сотников Сергей Михайлович

«Комиавиатранс» федераль дәүләт унитар предприятиеһының «Ижма вертолёт майҙансығы» структура подразделениеһы начальнигы

Сотников Сергей Михайлович (5 февраль 1958 йыл) — хеҙмәт ветераны. Коми Республикаһындағы «Комиавиатранс» федераль дәүләт унитар предприятиеһының «Ижма вертолёт майҙансығы» структура подразделениеһының элекке начальнигы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2012).

Биографияһы үҙгәртергә

Сергей Михайлович Сотников 1958 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылында тыуған.

«Ижма» аэропорты ябылғандан һуң 12 йыл буйы үҙ көсө менән самолеттарҙың күтәрелеү-төшөү һыҙатын эшкә яраҡлы хәлдә тотоуы һәм ошо арҡала 2010 йылдың 7 сентябрендә аварияға осраған Ту-154 самолётының ергә уңышлы төшөп ултыра алыуы менән билдәле. Сотников Егорьевск граждандар авиацияһы авиация техник училищеһында уҡый[1], уны 1978 йылда тамамлай һәм Печорала техник, яғыулыҡ-майлау материалдары бүлеге начальнигы була.

Баһаламалар һәм фекерҙәр үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Сергей Сотников на фоне Ту-154
  Почетная грамота Сергею Сотникову от Федерального агентства воздушного транспорта.

Росавиация хәбәренән[2]:

Благополучному приземлению самолёта Ту-154М во многом способствовала добросовестная работа Сергея Сотникова по контролю за эксплуатационным состоянием взлётно-посадочной полосы вертолётной площадки «Ижма» и прилегающих к ней территорий.

С. М. Сотников менән интервьюнан[3]:

— Я что? Я просто по взлётке ездить не давал. На лошадях большинство, навоз падает, сохнет, вертолёт ветер поднимает — всё летит в глаза. Непорядок… Или бревно упадет, будет валяться, люди ещё бутылок накидают… Для себя, короче, убирал. Чтобы было приятно…

— Вы горды собой?

— Я просто безумно рад, что люди остались живы. Если бы на полосе оказалась хоть одна машина…

Танылыуы һәм халыҡ хөрмәтен яулауы үҙгәртергә

  • Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне һәм «Ижма» аэродромының күтәрелеү-төшөү һыҙатын эшкә яраҡлы хәлдә тотҡаны өсөн Федераль һауа транспорты агентлығы етәксеһе Александр Нерадько Сергей Сотниковҡа Почёт грамотаһы тапшыра[4].
  • 2010 йылдың 14 декабрендә Коми Республикаһы Башлығы Вячеслав Михайлович Гайзер Сергей Сотниковты Коми Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуя[5].
  • Томскиҙа ҡала сайттарының береһендә Сергей Михайловичҡа «Халыҡ симпатияһы» премияһын тапшырыу өсөн аҡса йыйыу кампанияһы башлана[6]. Йыйылған аҡсаға Сотников райондың вертолет майҙансыҡтарына төшөү һыҙатын яҡтыртыу уттары алып ҡуйыу теләген белдерә.
  • 2010 йылдың декабрендә dirty.ru блогерҙары тарафынан Сергей Михайловичҡа ҡарйөрөгөс һатып алыу өсөн аҡса йыйыу акцияһы башлана, уны Сотниковҡа 2011 йылдың 26 ғинуарында тапшыралар[7][8].
  • 2010 йылда Сергей Михайлович Сотников «бурысҡа тоғролоҡ, профессионализм һәм шәхси ҡаһарманлыҡ өсөн» Владимир Высоцкий исемендәге «Своя колея» тигән премияға лайыҡ була[9].
  • 2012 йылдың февралендә Сергей Сотников II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнә.[10].
  • 2013 йылдың ноябрендә «Аргументы и Факты» гәзитенең «Рәсәйҙең милли ғорурлығы» премияһы менән бүләкләнә[11].
  • 2013 йылдың ноябрендә Сотников Сыктывкарҙа "Олимпия уты эстафетаһы"нда ҡатнаша[12].

Кинола һәм әҙәбиәттә үҙгәртергә

  • «Ёлки 2» фильмына ингән тарихтарҙың береһендә (режиссёр Александр Коттың «Самолёт» новеллаһы) һәләкәткә тарыған Ту-154 самолётының ташландыҡ аэродромға төшөүе һүрәтләнә. Уның әлеге ваҡытта эшләүе-эшләмәүе тураһында бер ни белмәгән пилоттар (һәм пассажирҙар) бәхетенә, авиацияның ябай бер хеҙмәткәре нәҡ ошонда хеҙмәт бурысын үтәүен дауам итә. Был ролде Владимир Меньшов башҡара. Персонаждың прототибы Сергей Сотников була[13].
  • Сергей Сотников Роман Сенчиндың «Полоса» тигән повесының төп геройы Алексей Шулиндың да прототибы була. Әҫәр 2012 йылда «Дружба народов» журналында баҫылып сыға[14][15].

Артабанғы карьераһы үҙгәртергә

Киң билдәлелек алған был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс, «Ижма» вертолет майҙансығы ябыла, электр тәьминәте туҡтатыла. Сотников 2013 йылдың 1 ноябренән эштән сығыу тураһында ғариза яҙырға мәжбүр була[16], ләкин эшләүен дауам итә. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларында шау-шыу башланғас, 10 көндән аэропорт бинаһына электр бирәләр[17]. 2013 йылда Ижма аэропортының һыҙатына тикшереү ойошторола һәм Л-410 самолеттарын ҡабул итеүгә яраҡлы булһын өсөн ниндәй ремонт эштәре күләме кәрәклеге асыҡлана. Тикшереү һөҙөмтәләре баҫылмай. 2016 йылдың мартында Коми Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Гапликов Ижма районына эш сәфәре ваҡытында Сотников менән осрашҡандан һуң аэропортты тергеҙеү мөмкинлеген өйрәнергә фарман бирә[18][19]. Гапликовтың фарманын үтәү һөҙөмтәләре баҫылмай. Сергей Сотников "Ижма вертолёт майҙансығы"нда эшләүен дауам итә, әммә 2018 йылдың февралендә пенсияға сығыу мәле етә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Артеев А. Сергей Сотников задал вопрос Владимиру Путину о перспективах малой авиации на Севере (рус.) // Республика : газета. — 2010. — № 232 (4389).
  2. Росавиация наградила начальника вертолетной площадки «Ижма». Информационное агентство «Север-Медиа». 19.10.2010.
  3. Ульяна Борисовна Скойбеда Как простой работник заброшенного аэродрома спас самолет с 72 пассажирами (рус.) // «Комсомольская правда» : газета. — 2010-12-02.
  4. Сообщение о награждении(недоступная ссылка) (рус.)(рус.) на официальном сайте Росавиации.
  5. Указ Главы Республики Коми от 14 декабря 2010 г. № 184 «О награждении Почетной грамотой Республики Коми» 2018 йыл 25 ноябрь архивланған. (рус.)(рус.) на официальном сайте Республики Коми.
  6. Премия «Народная симпатия» для Сотникова Сергея 2018 йыл 2 ноябрь архивланған. (рус.)(рус.) на сайте gorod.tomsk.ru 2018 йыл 7 ноябрь архивланған..
  7. Начальнику вертолетной площадки села Ижма Сергею Сотникову блогеры подарили снегоход (рус.)(рус.) на сайте Aviation Explorer.
  8. Сергею Михайловичу подарили снегоход (рус.)(рус.).
  9. Лауреаты 2010 года 2012 йыл 26 ғинуар архивланған. (рус.)(рус.) на официальном сайте премии.
  10. Награждён начальник ижемского аэродрома, где аварийно сел Ту-154 webarchive|url=https://web.archive.org/web/20131224104447/http://news.rambler.ru/12922542/%7Cdate=2013-12-24
  11. Национальная гордость России. Названы имена лауреатов премии «АиФ»
  12. Светлана Быковская.;Огонь на факеле горел всего несколько минут, но я успел ощутить всю торжественность этого момента — Сергей Сотников // ИА Комиинформ. 2013, 2 ноября.
  13. Егиазарова И. Ёлки 2: Иван Ургант взасос целуется со Светлаковым (рус.) // Вокруг ТВ. — 2011-12-06.
  14. Анна Сивкова. Сергей Сотников стал литературным героем // Республика : газета. — 2013. — № 6 (4883).
  15. Роман Сенчин. Полоса // Дружба народов : журнал. — 2012. — № 5.
  16. Герой России, спасший самолет на заброшенном аэродроме в тайге, вынужден уволиться. Проверено 8 сентября 2016.
  17. Татьяна Уланова. Чудо на Ижме. Как живёт Сергей Сотников, спасший 81 человека и самолёт? // Аргументы и факты. — 2018. — № 1—2. — С. 38. — ISSN 0204-0476.
  18. Аэропорт в Ижме, где села аварийная «тушка», снова хотят восстановить // «КомиОнлайн». — 2016. — 3 марта.
  19. Гапликов хочет восстановить аэропорт в Ижме из-за «знака свыше» 2018 йыл 16 ноябрь архивланған. // РИА FlashNord (Срочный по Северу). — 2016. — 7 марта.

Һылтанмалар үҙгәртергә