Сенченко Геннадий Степанович
Сенченко Геннадий Степанович (5 февраль 1919 йыл—17 июль 1985 йыл) — ғалим-геолог, Көньяҡ Уралдың геологияһын өйрәнеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1976). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) ордендары кавалеры[1].
Сенченко Геннадий Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 5 февраль 1919 |
Тыуған урыны |
Украина Совет Социалистик Республикаһы Злынка[d], Елисаветградский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Украинская Народная Республика[d] |
Вафат булған көнө | 17 июль 1985 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институты[d] |
Уҡыу йорто | Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәГеннадий Степанович Сенченко 1919 йылдың 5 февралендә Украина ССР‑ы Кировоград өлкәһенең Маловисковский районы Злинка ауылында тыуа. 1941 йылда Һарытау университетын тамамлағандан һуң ул университетта эшләй, тәүҙә геолог, һуңынан Геология ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре була[2].
Г.С. Сенченко – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943 йылда 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм 1944, 1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].
1952 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Геннадий Степанович Өфөлә, Фәндәр академияһының Геология инстиутында эшләй, башта өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1964 йылдан – бүлек мөдире, ә 1965 йылдан – тектоника лабораторияһы мөдире[2].
1975 йылда Мәскәү дәүләт университетының геология факультетында Г.С.Сенченко «Складчатая структура Южного Урала и ее соотношение со строением глубоких горизонтов земной коры» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].
Геннадий Степанович Сенченко 1985 йылдың 17 июлендә Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге геоморфология һәм тектоника менән бәйле. Сенченко тарафынан Көньяҡ Уралдың йыйырсыҡлы формаларының морфологияһы өйрәнелгән һәм уларҙың арауыҡта урынлашыу законлыҡтары, хәҙерге геологияла өҙөк боҙоҡлоҡтар (шул иҫәптән шарьяждар һәм ҡаплау шыуҙырмалары) роле һәм Ер ҡабығының тәрәндәге төҙөлөшө менән уларҙың корреляцияһы асыҡланған.
ГДР ғалимдары менән берлектә Альп һәм Уралдың герцин структураларын тикшереүҙә, 1954 йылда 1:200000 масштаблы СССР‑ҙың Дәүләт геологияһы картаһын төҙөүҙә ҡатнаша[1]. 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[3]
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы (1945)[4]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[5]
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Складчатые структуры Южного Урала. М., 1976.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Сенченко Геннадий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Воин, геолог-съемщик, тектонист:к 100-летию со дня рождения Геннадия Степановича Сенченко
- ↑ Сенченко Г.С.
- ↑ Память народа Сенченко Геннадий Степанович
- ↑ Сенченко Геннадий Степанович
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Сенченко Геннадий Степанович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.