Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы

Советтар Союзы Геройы
(Шакирйән Мөхәмәтйәнов битенән йүнәлтелде)

Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (Александр Матвеевич Матросов; 5 февраль 1923 йыл27 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң)[1].

Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов

Шакирйән Мөхәмәтйәнов
Тыуған ваҡыты

5 февраль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Ҡунаҡбай ауылы

Үлгән ваҡыты

27 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (20 йәш)

Вафат урыны

Псков өлкәһе Плетень ауылы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1942—1943

Хәрби звание

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Учалы районына ҡарай) тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт.

Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә.

 
Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәйкәле

1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[2][3][4]

Батырҙы башта Чернушки ауылы янында ерләйҙәр, һуңынан Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә.

 
Тыуған ил өсөн яуҙа һәләк
булыусыларға мәңгелек дан!
  • Өфөлә Александр Матросовҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Салауат ҡалаһында Матросов бульварында Матросовҡа бюст ҡуйылған.
  • 2015 йылда Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросовтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 19 июня 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 23 июня (№ 23 (229)). — С. 3
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. [ОБД Мемориал|55053408]
  4. [ОБД Мемориал|261003691]
  • Насыров Р. Х. Откуда ты родом, Матросов? [Лит. запись Я. Бурангулова]. — Уфа: Китап, 1994. — 170,[2] с. ил.
  • Шакирйән Мөхәмәтйәнов — Александр Матросов // Ватандаш. — 1997. — № 2. — С. 152—158. — ISSN 1683-3554.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 106-108 с. ISBN 5-295-02294-3.

Здание, где воспитывался Матросов А. М. Каменская улица, 2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә