Ҡытай Республикаһы (Тайвань)
Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бутамаҫҡа. Ҡытай Республикаһы (ҡыт. ғәҙәти 中華民國, , пиньин: Zhōnghuá Mínguó); йыш ҡына республика контроле аҫтында булған биләмәләрҙең күп өлөшөн алып торған утрау исеме менән Тайва́нь тип тә йөрөтөлә) — Көнсығыш Азиялағы өлөшләтә танылған дәүләт. Ҡайсандыр бер партиялы система менән йәшәп, киң дипломатик танылыуға эйә булған һәм бөтә Ҡытай өҫтөнән контроллек иткән. Хәҙерге ваҡытта Тайвань һәм уға яҡын ятҡан утрауҙарҙы ғына контролдә тотҡан һәм сикләнгән дипломатик танылыуы булған демократик дәүләткә әйләнгән. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын төҙөүсе дәүләттәрҙең береһе, түҙәрәк БMO-ның Именлек Советы составына инә. 1971 йылда Ҡытай Республикаһының Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы урыны БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 2758-се резолюцияһына ярашлы Ҡытай Халыҡ Республикаһына бирелә.
| |||||
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]] | |||||
Рәсми телдәр | гоюй[d][1], тайванский хакка[d][2], тайваньский язык[d], амисский язык[d], пайван[d], Kinmen dialect[d], O-ku-uā[d], Matsu dialect[d], Тайваньский жестовый язык[d], Saisiyat[d], Пуюма[d], атаяльский язык[d], Цзоу[d], Бунун[d], Rukai[d], Truku[d], Seediq[d], Sakizaya[d], Язык тао (ями)[d], Kavalan[d], Канаканабский язык[d] һәм Saaroa[d] | ||||
Баш ҡала | Тайбэй | ||||
Территория • Бөтәһе |
35 980 км² | ||||
Валюта | новый тайваньский доллар | ||||
Интернет-домен | .tw | ||||
Код ISO | TW | ||||
МОК коды | TPE | ||||
Телефон коды | +886 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d], Asia/Taipei[d][3] һәм NST[d] |
2018 йылдың авгусындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡытай Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ағза булып торған 17 дәүләт тарафынан ғына танылһа ла, ғәмәлдә ул үҙ вәкиллектәре аша донъяның күпселек илдәре менән бәйләнеш тота.
Тарихы
үҙгәртергәҠытай Республикаһы 1911 йылда нигеҙләнә һәм ҡоро ерҙәге Ҡытайҙың күп өлөшән һәм 1917 йылдан һәм 1921 йылдың 3 февраленә тиклем Монголияны контролдә тота. Быға тиклем Японияныҡы булған Тайвань һәм Пенху (Пэнхуледао) утрауҙар төркөмө Икенсе донъя һуғышынан һуң Ҡытай Республикаһы ҡарамағына күсә. Ҡытайҙа барған граждандар һуғышында 1946—1950 йылдарҙағы еңелеүҙәрҙән һуң Гоминьдан партияһы Тайвань утрауына күсенә һәм илдең ваҡытлыса баш ҡалаһы итеп Тайпейҙы иғлан итә. Ҡытай Республикаһы контроле аҫтында Тайвань, Пенху, киньмень, Мацзу һәм уларҙың эргәләрендәге ваҡ утырауҙар ҡала. Ғәмәлдә бары тик ошо утрауҙарға ғына хужа булыуына ҡарамаҫтан 1970-сы йылдарға тиклем Ҡытай Республикаһы күпселек илдәр һәм халыҡ-ара ойошмалар тарафынан барлыҡ Ҡытайҙың законлы власы итеп ҡабул ителә; шуға ла Ҡытай Республикаһы вәкиле 1971 йылға тиклем Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы урынын алып тора.
Конституцион йәһәттән Ҡытай Республикаһы «материктағы Ҡытай»ға ҡарата үҙенең хоҡуҡтарынан баш тартмаған, шулай ҙа һуңғы ваҡыттарҙа был турала бик әүҙем һөйләмәй. Ҡытай Республикаһы сәйәси партияларының илдең бойондороҡһоҙлоғына ҡараштары бер-береһенән радикаль рәүештә айырылып тора. Ике элекке президент Ли Денхуэй һәм Чень Шуйбянь, Ҡытай Республикаһының материктағы Ҡытайҙан айырылған үҙаллы һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булып йәшәү тейешлеге фекерендә торғанлыҡтан, формаль рәүештә илдең суверенитеты һәм бойондороҡһоҙлоғо тураһында белдереү зарурлығын күрмәй.
Ҡытай Республикаһы — идаралыҡтың яртылаш президент системаһы һәм дөйөм һайлау хоҡуғы булған демократия. "Азияның дүрт юлбарыҫы"ның (Көньяҡ Корея, Сингапур, Гонконг һәм Тайвань) береһе булараҡ, Ҡытай Республикаһы донъя иҡтисадында 19-сы урынды биләй. Уның технология индустрияһы Ер шарында мөһим роль уйнай. Дәүләттә тормош кимәле ныҡ юғары, ә кеше башына иҫәпләнгән эске тулайым продукт буйынса ил хәҙерге ваҡытта Ҡытай Халыҡ Республикаһынан күпкә алда тора.
Географик хәле
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәКитайская Республика Викимилектә | |
Китайская Республика Викияңылыҡтарҙа | |
Китайская Республика Викигид |
- Taiwan from UCB Libraries GovPubs
- Ҡытай Республикаһы (Тайвань) Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Taiwan country profile BBC News
- Taiwan flashpoint BBC News
- Background Note: Taiwan US Department of State
- Taiwan Travel Information and Travel Guide Lonely Planet
- Taiwan’s 400 years of history New Taiwan, Ilha Formosa
- Key Development Forecasts for Taiwan from International Futures
- Taiwan Encyclopædia Britannica entry
- Chinese Taipei OECD
- Викисклад: Атлас: Ҡытай Республикаһы (Тайвань)
- Office of the government
- Office of the President
- Executive Yuan
- Judicial Yuan
- Control Yuan
- Examination Yuan 2018 йыл 22 ноябрь архивланған.
- Ministry of Foreign Affairs
- Taipei Economic & Cultural Representative Office in the US
- Taiwan, The Heart of Asia 2016 йыл 23 декабрь архивланған., Tourism Bureau, Republic of China (Taiwan)