Бөрйән-Түңгәүер кантоны

Бөрйән-Түңгәүер кантоны (рус. Бурзян-Тангауровский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһы кантоны.

Бөрйән-Түңгәүер кантоны
Бөрйән-Түңгәүер кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Темәс ауылы
Ойошторолған 1917/1919
Майҙаны 15 906 км
Халҡы 103 418 кеше. (1920)
Берләштерә Байназар-Ҡыпсаҡ,
1-се Бөрйән,
2-се Бөрйән,
3-сө Бөрйән,
5-се Бөрйән,
Бөрйән-Таналыҡ,
Воскресенка,
Ҡананикольский,
Ҡарағай-Ҡыпсаҡ,
Преображенка,
Свобода,
1-се Түңгәүер,
2-се Түңгәүер,
Яңы Никольск улустары
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Темәс ауылы.

Тарихы үҙгәртергә

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарҙы ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Бөрйән-Түңгәүер кантоны ла була.

Административ үҙәге — Темәс ауылы.

Һабын ҡайнатыу һәм күн заводтары, Түбә бегун фабрикаһы эшләй. 1-се һәм 2-се баҫҡыс 110 мәктәп, 4 дауахана (1922), 6 китапхана (1921) була.

1920 йылда кантон Бөрйән Түңгәүер ихтилалының үҙәге була.

1922 йылдың 5 октябрендә бөтөрөлә, уның территорияһы (Байназар-Ҡыпсаҡ, 1-се Бөрйән, 2-се Бөрйән, 3-сө Бөрйән, 5-се Бөрйән, Бөрйән-Таналыҡ, Воскресенка, Ҡананикольский, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Преображенка, Свобода, 1-се Түңгәүер һәм 2-се Түңгәүер, Яңы Никольск улустары) Йылайыр кантоны составына инә.

Халҡы үҙгәртергә

Халҡы 1920 йылда — 103418 кеше.

 
1920 йылда Башҡортостандың кантондарға бүленеше

Географияһы үҙгәртергә

Майҙаны — 15906 км². Кантон Орск өйәҙенең 12 улусынан төҙөлә. Төньяҡта Тамъян-Ҡатай кантоны, көнсығышта Ырымбур губернаһы, көньяҡта Үҫәргән кантоны, көнбайышта Ҡыпсаҡ кантоны һәм Юрматы кантоны менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә