Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы

ғалим-педагог, партия хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы
(Сәбилә Сөләймәнова битенән йүнәлтелде)

Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5 февраль 1940 йыл) — ғалим-педагог, партия хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).

Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (84 йәш)
Тыуған урыны Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d][1] (1981)
Әүҙемлек урыны Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Вазифа биләй министр[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова 1940 йылдың 5 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған, атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.

1954 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Был урта махсус уҡыу йорттарын берләштереү сәбәпле, 1956 йылда Белорет педагогия училищеһына күсерелә һәм уны 1958 йылда «отлично»ға тамамлай.

Ике йыл Баймаҡ районының Ишмырҙа ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй һәм 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша һәм шуның өсөн 1965 йылда ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

1965—1966 йылдарҙа йүнәтмә буйынса Темәс урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1966—1970 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләй.

1970 йылдың декабрендә Өфөгә, РСФСР Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр фәнни-тикшеренеү инстиутының Башҡортостан филиалына ғилми хеҙмәткәр итеп күсерелә.

1979 йылда «Методика обучения видо-временным формам русского глагола в 1—3 классах башкирской школы» исемле тәүге монографияһын баҫтыра, ә 1981 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә ошо уҡ темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм «педагогия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.

1976—1983 йылдарҙа Милли мәктәптәр фәнни-тикшеренеү институты Башҡортостан филиалының тәүге партия ойошмаһы секретары була.

1983 йылдың ғинуарында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдиренең урынбаҫары итеп эшкә күсерелә.

1985 йылдың ғинуарында Башҡорт АССР-ының мәғариф министры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1988 йылда министрлыҡ бөтөрөлгәнсе башҡара. Ошо осорҙа Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1988—1991 йылдарҙа Сәбилә Сөләймәнова Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡытыусы булып эшләй. 1991—2001 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтында уҡытыу методикаһы кафедраһында мөдир һәм уҡытыусы була.

2003 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының методик үҙәгендә бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара.

Ғилми хеҙмәттәре һәм китаптары

үҙгәртергә
  • Гөлбәҙрән (1980)
  • Дидактический материал по русскому языку (1983) (рус.)
  • Методика обучения глагольным конструкциям русского языка в башкирской начальной школе (1983) (рус.)
  • Тормош миңә үҙе ҡанат ҡуйҙы: Текст, автобиография. — Өфө: Китап, 2014. — 286 бит.

Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре

үҙгәртергә

Үҙе тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Маҡтау грамотаһы (1965)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976)
  • Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980)[6]
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Сулейманова Сабиля Гайзулловна: Основные даты жизни и деятельности. Список печатных изданий. — Уфа: РИО РУНМЦ МО РБ, 2010. — 12с. (рус.)
  • Родом она из Темясово. Ю. А. Узиков. Сказание о земле Баймакской.- Уфа: Слово, 1998.-222с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә