Рәсмәкәй (Кушнаренко районы)
Рәсмәкәй (рус. Расмекеево) — Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районындағы ауыл. [ 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 224 кешебулған[2]. Почта индексы — 452243, ОКАТО коды — 80240865003.
Ауыл | |
конфессиональный состав башҡ. Рәсмәкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452243 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Кушнаренко): 22 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байталлы): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 80 км
Рәсмәкәй ауылы Сәрмәсән йылғаһы буйында, район үҙәге Кушнаренко ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 22 километрҙа һәм Өфө тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 80 километрҙа урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәҠазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Рәсмәкәй ауылына нигеҙ һалған. Ауыл 1713—1714 йылдарҙағы сығанаҡтарҙа рәсми рәүештә телгә алына. Уға тәүге төпләнеүсе Рәсмәкәй Баҡаевтың исеме бирелгән. Йәниҫәп яҙмаларында шулай уҡ Рыс(з)мекеево, Урасмекеево атамалары менән теркәлгән. 1722 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса Рәсмәкәйгә мишәрҙәр, XVIII быуат уртаһында — һуңғараҡ типтәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар индерелгән[4].
Дыуанай улусы башҡорто Рәсәмкәй Баҡаев тағы Ҡормаш ауылы материалдарында ла сағылған.
1714 йылда башҡорттар Кинйәғол Байышев һәм Иван Татыев, иптәштәре менән, Рәсмәкәй ауылына татарҙар Ҡырымҡай Алмаҡаев менән Үсәнде Киҙгенде һәм Әрәс йылғалары буйындағы аҫаба ерҙәренә «ауыл булып ултырырға» рөхсәт бирә.
Керҙәшлек хаҡы — ҡаҙнаға Кинйәғол һәм уны иптәштәре өсөн йылына
«йыл һайын 14 һуҫар тиреһе һәм шти бессырей? бал»[5]Оригинал текст (рус.)«по 14 куниц да по шти бессырей меду на год»
.
1717 йылдың 28 июнендәге яҙыу буйынса, рәсмәкәй башҡорттары Әлбәк һәм Мәсәғүт Тәнәевтәр башҡорттары Яръяҙы һәм Мансияҙы йылғалары буйындағы аҫаба ерҙәрен Монастырские Дуванеи дьячогы М. Г. Халтуринға һәм крәҫтиән П. О. Бобровскийға, йылына 3-әр һуҫар тиреһе тапшырыу шарты һәм «ихата» биләмәһенә эйә булыу хоҡуғы менән, ҡуртымға бирә.
1728 йылда Нуғай даруғаһы татары Мәсәғүт Аҙнағолов тәүге төпләнеүсенең улы башҡорт Асҡар Рәсмәкәевтән 15 һум аҡса алған, һәм, кредиторға бурысын хеҙмәт итеп ҡаплау йөкләмәһе менән, әрһеҙләшеп бында төпләнеп китә.
Бында 1793 һәм 1818 йылдарҙа Ҡаңлы улусы башҡорттарынан ерҙе ҡуртымға алған яһаҡлы татарҙар ҙа йәшәгән. Мишәрҙәр һәм уларҙың ер менән файҙаланыуына ҡағылышлы түбәндәге фекер бар: «1722 йылдың 11 июнендә, 1723 йылдың 1 авгусында — 1727 йылдың 1 авгусы, 11 ғинуары, 1778 йылдың 22 июнь көнө аҫаба башҡорттарҙан һатып алынған ерҙәрә эйә» тигән яҙмалар нигеҙендә йәшәйҙәр[6][7].
Икенсе йыйынтыҡта типтәрҙәр хаҡында ла әйтелә: «Ергә документтары юҡ, ләкин купчая крепость буйынса ер биләүсе яһаҡлы татарҙар рөхсәте буйынса йәшәйҙәр».
XVIII быуат башында бында дыуанай башҡорттары йәшәгән. Керҙәшлек институты аша бында татарҙар, улар аша — типтәрҙәр, һуңынан мишәрҙәр ултырған. 1762 йылда ауылда Пенза наместниклығынан 20 татар йәшәгән.
1816 йылда бында 15 башҡорт — Балтасовтар, 72 мишәр, 7 типтәр иҫәпкә алына. 1834 йылда башҡорттар 8 кеше, типтәрҙәр — 10, мишәрҙәр — 91 кеше тәшкил иткән. Татарҙар тураһында мәғлүмәт юҡ. 1896 йылда 978 кеше иҫәпкә алынған. 1920 йылда 216 йортта 1198 мишәр йәшәгән[8].
1843 йылда 91 мишәргә ужым игененең — 168 бот, яҙғы игендең — 192 бот сәсеүлеге тура килә. 47 йортта (294 кеше) 65 ат, 170 һыйыр, 266 һарыҡ, 4 кәзә аҫыралған. 2970 дисәтинә ергә эйә булғандар[9].
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1865 йылда Рәсмәкәй ауылындағы 38 йортта 631 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.
ХIХ быуат аҙағында 2-шәр мәсет һәм кибет булған[10].
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда 2 мәсет, 3 бакалея кибете, запас иген һаҡлай торған мөгәзәй теркәлгән.
Әлеге ваҡытта ауылда Иҫке Ҡормаш урта мәктәбе филиалы — Рәсмәкәй Башланғыс мәктәбе фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[11].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәРәсмәкәй ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1198 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 850 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 475 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 268 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 236 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 224 | 104 | 120 | 46,4 | 53,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (2 сентябрь 1927 йыл — 30 август 1971 йыл) — бейеүсе. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы:
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001
- А. З. Асфандияров. Любезные вы мои… Уфа: Китап, 1992, с.18
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2023)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 1. Оп. 1. Д. 791. С. 113. С. 117. С. 157—158. С. 258—259. С. 280.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Рәсмәкәй (Кушнаренко районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [https://mapdata.ru/bashkortostan/kushnarenkovskiy-rayon/derevnya-rasmekeevo/ Карта д. Расмекеево. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |