Сәтләүек
Сәтләүек — ҡайһы бер үҫемлектәрҙең (ағас йәки ҡыуаҡтың), ғәҙәттә, ҡаты ҡабыҡлы һәм ашауға яраҡлы үҙәкле емеше[1].
Сәтләүектәр Корея эрбете.
|
Ботаникала ике билдәләмә бар:
- Сәтләүек ( емеш төрө; лат. nux);— ҡоро, асылмай торған синкарпик аҫҡы емеш ағас кеүек емешлек эргәлеге менән (мәҫәлән, сәтләүек ҡыуағының эсендә 1-2 иркен ятҡан орлоҡ). Сәтләүек бер нисә сәскә ҡолаҡсыны менән уратылған, уларҙан тышлыҡ барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, урман сәтләүеге йәки фундук . Башҡа емештәрҙе кеүек үк, аҙыҡҡа ҡулланырға була (мәҫәлән, кокос сәтләүектәре 3 ай йылға буйлап сәйәхәт иткәндән һуң да үҫеп китә алалар; ғөмүмән, кокос пальмаһы кешеләр сәтләүекте үҙҙәре менән ашарға алғас, алыҫҡа таралған[2];
- Сәтләүек ;— сәтләүеклеләр ғаиләһенең төрө, (Juglandaceae ), ҡайһы берҙә — ырыу төрө сәтләүек (Juglans, мәҫәлән, грек сәтләүеге), ҡайһы саҡтарҙа — Бук сәскәлеләр тәртибе (Fagales) вәкиле, унда Сәтләүеклеләр ғаиләһе лә инә[3]. Ул арала Сәтләүеклеләр ғаиләһе үҫемлектәренең емешен сәтләүек (беренсе билдәләмә) тип атайҙар. Ғәҙәттә, ул һөйәксә эсендә орлоғо булған емеш, уның һөйәген орлоғо менән бергә яңылыш сәтләүек тиҙәр. Сәтләүек ағасы бик юғары баһалана, сәтләүектең төрлө өлөштәре дарыу әҙерләүҙә кәрәкле.
Башҡа «сәтләүектәр» ботаника ҡарамағынан ысын булмаған йәки дөрөҫ аталмаған сәтләүектәр. Мәҫәлән, «ер сәтләүеге», арахис, ысынында иһә ноҡот үләне генә[4].
- Кулинарияла сәтләүек тип бөтә ашауға яраҡлы, ҡабыҡ (ҡаты йә йомшаҡ) эсендә йомшаҡ үҙәкле емештәрҙе атайҙар. Сәтләүектән ҡайнатма, тәм-томдар (торттар, пирожныйҙар, хәлүә) эшләйҙәр, ингредиент итеп ҡушалар. Бәлки шуғалыр ҙа күп кулинарҙар үҙ өлкәләрендә уны емеш-еләк тип атайҙар.
- Ауыл хужалығында бындай емешле үҫемлектәрҙе сәтләүек емешле культура тип атайҙар. Ботаник мәғәнәһендәге сәтләүектән башҡа бында эрбет сәтләүеге, кокос сәтләүеге һ.б. инәләр.
Грек сәтләүегенең йәҙрәһе мейегә оҡшаған, шуға Вавилонда уны күп ашауҙан тыйғандар. Геродот яҙыуынса, әһелдәр кеше грек сәтләүеген ашауҙан ҡапыл аҡыллана тигәндәр, Платон «Атлантида тураһында әңгәмәләр»ендә сәтләүектәр, йыйыусыларҙан ҡасып, фекерләйҙәр, ә Свен Гедин, швед сәйәхәтсеһе, өҙөлгән сәтләүектәр илай, тип уйлаған.
Сәтләүек төрҙәре
үҙгәртергәБук сәскәлеләр (Fagales ) тәртибе үҫемлектәренең емештәре
үҙгәртергәБыл тәртип сәтләүектәре араһында ашауға яраҡһыҙҙар ҙа бар. Ашауға яраҡлылар рәтенә алда күрһәтелгән ғаилә емештәре инә:
- Сәтләүеклеләр ғаиләһе (Juglandaceae )
- грек сәтләүеге/0} (Juglans regia )
- ҡара сәтләүек (Juglans nigra )
- маньчжур сәтләүеге (Juglans mandshurica ),
- пекан (пекан сәтләүеге, кария, гикори) (Carya illinoensis )
- әсе сәтләүек (Hicoria minima )
- Ҡайынлылар ғаиләһе (Betulaceae ) — емеш төрөнә ҡарағанда, емештәре ысын сәтләүек
- урман сәтләүеге (сәтләүек ағасы (Corylus avellana ))
- төрөк йәки айыу сәтләүеге (ағасы — сәтләүек ҡыуағы (Corylus colurna ))
- фундук йәки ломбард сәтләүеге (ағасы — эре сәтләүек ҡыуағы (Corylus maxima ))
- Бук һымаҡтар ғаиләһе (Fagaceae ) — кулинарияла был ғаилә емештәре сәтләүек тип һаналмай:
- каштан (Castanea sativa )
- бук сәтләүеге йәки чинарик (Fagus spp)
- имән сәтләүеге (Quercus spp)
Башҡа тәртип сәтләүектәре
үҙгәртергәҒәҙәттә, сәтләүек тип исемләнгән емештәр, әммә ҡәтғи фәнни яҡтан сәтләүек булмағандар.
- Роза сәскәлеләр ғаиләһе (Rosaceae )
- баҙам сәтләүеге (Amygdalus communis )
- Күрәнлеләр ғаиләһе (Cyperaceae )
- ер баҙамы, чуфа (Cyperus esculentus )
- Сумах ғаиләһе (Anacardiaceae )
- кешью (кажу, акажу, көнбайыш анакардиумы; Anacardium occidentale )
- фисташка (Pistacia )
- Дербенниклылар ғаиләһе (Lythraceae )
- чилим, һыу сәтләүеге, рогульник (Trapa natans )
- Ноҡотлолар ғаиләһе (Leguminosae )
- арахис йәки ер сәтләүеге (Arachis spp)
- пажитник сенной, фенугрек, шамбала (Trigonella foenum-graecum )
- Лецитислылар ғаиләһе (Lecythidaceae )
- Бразилия сәтләүеге (Bertholletia excelsa )
- ожмах сәтләүеге (Lecythis spp. )
- Протейнлылар ғаиләһе (Proteaceae )
- макадамия (Macadamia spp. )
- гевуина, Чили урман сәтләүеге; (Gevuina ) — (ағасы — Чили сәтләүек ҡыуағы)
- Бурзерлылар ғаиләһе (Burseraceae )
- Филиппин канариумы (Canarium ovatum )
- Комбретлылар ғаиләһе (Combretaceae )
- тропик баҙам (Terminalia spp. )
- Бесәй тырнаҡтар (Malvaceae )
- Малабар каштаны (Pachira aquatica )
- Һөтлөләр ғаләһе (Euphorbiaceae )
- монгонго (Ricinodendron rautanenii )
- Пальмалылар ғаиләһе (Arecaceae йәки Palmae )
- кокос сәтләүеге — кокос пальмаһы (Cocos nucifera )
- Сейшел сәтләүеге, Мальдив, батшалар — Сейшел пальмаһы (Lodoicea maldivica )
- Ҡарағайҙар ғаиләһе (Pinaceae )
- эрбет сәтләүеге — Себер сәтләүеге, себер эрбет ҡарағайы (Pinus sibirica )
- пиния сәтләүеге йәки пиниоли — пиния, Италия ҡарағайы (Pinus pinea )
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәГрек сәтләүегенең төшө кеше мейеһенә оҡшаған, шуға күрә боронғо Вавилонда был сәтләүекте ашау тыйылған (Геродот яҙып ҡалдырғанса, сәтләүек ашаған кеше ҡапыл аҡыллы булып китә), Платон Атлантидаһында сәтләүектәр фекер йөрөтә, сәтләүек йыйыусынан йәшенәләр тип яҙа, ә швед сәйәхәтсеһе Свен Гедин өлгөрөп етмәгән сәтләүектәрҙе йыйһаң улар илай тип яҙған[5].
«Ҡаты сәтләүек» тигән төшөнсә сәтләүекте ватып ашай торған өлөшөн алыу еңел булмауы менән бәйле.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Африка музыка ҡоралы ахоко ағас таяҡҡа бәйләнгән сәтләүектәрҙән яһала.
- Австралия сәтләүеге макадамия, урындағы аборигендар өсөн мөһим аҙыҡ төрө булһа, бөгөнгө көндә деликатес һанала, иң ҡиммәт аҙыҡтарҙың береһе ( 30 доллар 1 кг өсөн). Донъяла сәтләүекте йылына 40 мең тонна самаһы йыялар. Австралиянан башҡа, макадамия Бразилияла, Көньяҡ Африка республикаһында һәм АҠШ-та (көньяҡ штаттар һәм Гавай утрауҙары) үрсетелә.
- Ашауға яраҡлы йәҙрәле, ҡаты тышлы емеш ағасы (йәки ҡыуаҡ), шулай уҡ уның ҡаты ағасы, ағас эштәрендә шулай уҡ «сәтләүек».
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ожегов С. И. Словарь русского языка. — 8-е изд., стереотип. — М.: Сов. энциклопедия, 1970. — С. 447.
- ↑ Артюшенко З. Т., Фёдоров Ал. А. Атлас по описательной морфологии высших растений. Плод / АН СССР; Бот. ин-т им. В. Л. Комарова. — Л.: Наука, Лен. отд, 1986. — С. 64. — 392 с.
- ↑ М. Аксёнова и др. Бобовые // Энциклопедия для детей. Биология. — 7-е изд. — М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2010. — С. 319. — 589 с. — ISBN 9785989862658.
- ↑ М. Аксёнова и др. Бобовые // Энциклопедия для детей. Биология. — 7. — М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2010. — С. 319. — 589 с. — ISBN 9785989862658.
- ↑ М. Аксёнова и др. Кактусы // Энциклопедия для детей. Биология. — 7-е изд. — М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2010. — С. 289. — 589 с. — ISBN 9785989862658.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Артюшенко З. Т., Фёдоров Ал. А. Атлас по описательной морфологии высших растений. Плод / АН СССР; Бот. ин-т им. В. Л. Комарова. — Л.: Наука, Лен. отд, 1986. — 392 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСәтләүек Викимилектә | |
Сәтләүек Викияңылыҡтарҙа |
- Сәтләүек ағасы, сәтләүектәр, сәтләүек баҡсаһы Һүрәтле Библия Энциклопедияһында (1891—92) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2011)