Бешкәк
Бешкәк (ҡырғ. Бишкек) — Ҡырғыҙ Йөмһүриәтенең баш һәм иң ҙур ҡалаһы. Айырым административ берәмек, йөмһүриәт әһәмиәтендәге ҡала. Боронғо исемдәре — Пишпек, Фрунзе (М. В. Фрунзеның исеме бирелгән).
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы | |||||
Бешкәк ҡырғ. Бишкек | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
4 район | ||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Элекке исеме |
Пишпек (1926 йылға ҡәҙәр) | ||||
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы с | |||||
Майҙаны |
169,9 км² | ||||
Высота |
750—900 м | ||||
Климат тибы |
ҡырҡа континенталь | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
5307 кеше/км² | ||||
Агломерация |
1 млн. кеше[2] | ||||
Милли состав |
ҡырғыҙҙар — 66,2 % | ||||
Конфессиональ составы |
мосолмандар, христиандар һ. б. | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+996 312 | ||||
Почта индексы |
720001-720083[3] | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
01 | ||||
Рәсми сайт |
meria.kg (рус.) | ||||
Ҡала Ҡырғыҙстандың төньяғында, Сөй үҙәнендә, Тәңре тауҙары алдында, Ҡырғыҙ Алатауы һыртынан 40 км төньяҡта, диңгеҙ бейеклегенән 700—900м өҫтә, Ҡаҙағстан сигенән 25 км алыҫлыҡта. Ҡала майҙаны 169,9 км²[4].
Административ бүленеше
үҙгәртергәАдминистратив яҡтан 4 районға бүленгән. Халыҡ һаны 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[5]:
- Октябрь районы (ҡырғ. Октябрь району) — 242 382 (2009)
- Беренсе Май районы (ҡырғ. Биринчи май району) — 175 894 (2009)
- Свердлов районы (ҡырғ. Свердлов району) — 231 801 (2009)
- Ленин районы (ҡырғ. Ленин району) — 201 626 (2009)
Райондар башлыҡтары дәүләт район хакимиәте башлыҡтары (хәкимдәр) мэрия һәм ҡала кәңәше тарафынан тәғәйенләнә.
Исеме
үҙгәртергәБер версия буйынса, ҡала исеме XVIII быуатта ошо тирәлә йәшәгән билдәле Бешкәк-Батыр исеменән, икенсеһе буйынса, «бешкәк» тигән ҡымыҙ, айран кеүек нәмәләрҙе һаба, көбөгә һалып бешә торған ҡоралҙан.
Тарих
үҙгәртергәТәүтормош кешеләре хәҙерге Бишкәк янында б. э. т. V—IV мең йыл элек торған. Ҡала өсөн һайланған урын Бөйөк Ебәк Юлына бәйле. Юлдың көнсығыш өлөшө Сөй үҙәне аша үтеп, Үҙәк Тәңре тауҙары аша үткән икенсе юл менән осраша. Бешкәк ерендә VII—XII быуаттарҙа Джуль төрөк ҡаласығы урынлашҡан.[6] XVI быуатҡа ҡарай «ебәк юл», ҡалалар юғала. Сөй үҙәне Солто ырыуының (ҡырғыҙҙарҙың 40 ырыуының береһе) ҡышҡы көтөүлегенә әйләнә.[7]
1825 йылда хәҙерге ҡала ерендә Мадали-хан[7] фарманы буйынса Коканд (Ҡуҡан) ҡәлғәһе төҙөлә, бында ҡуҡандар каруансыларҙан яһаҡ йыя.
1860 йылының һарысайының 4‑ендә, 1862 йылының ҡарасайының 24‑ендә урыҫ ғәскәрҙәре ҡәлғәне баҫып ала. 1862 йылының ҡырпағайында ҡәлғә емерелеп, ике йылдан урынында казак пикеты урынлаша, һуңынан бында баҙар йыйыла башлай. 1868 йылында Пишпек ауылы барлыҡҡа килә, 1878 йылының алағарайының 29‑ында ҡала статусын ала.
1924 йылында ҡалаға «Интергельпо» Чехословакия кооперативы килеп инә, ҡаланы замансаға үҙгәртә. 1924 йылының ҡарасайынан Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәнең үҙәге, 1925 йылының һабанайынан Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһенең үҙәге булып китә. 1926 йылының һабанайының 12‑һендә Пишпек Фрунзе исемен ала (бында тыуған совет ғәскәре башлығы Михаил Фрунзе хөрмәтенә). 1936 йылдан Фрунзе ҡалаһы — Ҡырғыҙ ССР-ның баш ҡалаһы була.
1991 йылының шаҡайының 1-ендә Ҡырғыҙ ССР-ның Юғары Советы ҡарары менән ҡалаға Бешкәк (ҡырғ. Бишкек) исеме ҡайтарыла.
Климаты
үҙгәртергәБешкәк ҡалаһы Сөй үҙәнендә, Ҡырғыҙ Алатауы итәгендә урынлашҡан. Ҡояш иң күп майайҙа, яҡынса 322 сәғәт буйынса яҡтырта, иң әҙе иһә аҡъюлайҙа— 126 сәғәт. Бешкәктә климат ҡырҡа континенталь. Иң һыуыҡ ай — һыуығай (-10 °С), иң йылыһы иһә майай (+38 °C). Айына уртаса дымлылыҡ һөтайҙа һәм майайҙа 44 %, буранайҙа — 74 %, уртаса йыллыҡ күрһәткес — 60%. Ҡала эсенән Ала-Арса һәм Аламөҙөн йылғалары аға, Бешкәктең көнсығышынан көнбайышҡа табан Оло Сөй Каналы урынлашҡан.
- Йыллыҡ уртаса йылылыҡ — +11,3 C°
- Уртаса ел тиҙлеге — 1,7 м/с
- Уртаса һауа дымлылығы — 60 %
Иҡтисад
үҙгәртергәБешкәк — илдең иҡтисади үҙәге.
2011 йылда ҡалала 28108,4 млн сом (һум) күләмендә иҡтисад тауары етештерелгән ине. Йөмһүриәттә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 58,7% Бешкәккә тура килә. 2011 йылының һыуығай-ҡырпағай айҙарында уртаса хеҙмәт хаҡы 12035 сом тәшкил итә, был йөмһүриәттәге уртаса дәрәжәнән юғарыраҡта булған ине. Бешкәк Ҡырғыҙстандың башҡа төбәктәрен аҫрай. Баш ҡала тирәләп «Бешкәк» ирек иҡтисад аланы иғлан ителгән.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- «Ата-Бейит» мемориаль комплексы
- Дәүләт циркы
- Ипподром
- «Сейтек» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика үҙәге
- Көньяҡ ҡапҡа
Майҙандар
үҙгәртергә- Ала-Тоо (Алатау) майҙаны — Бишкәктең үҙәк майҙаны, бында «Миһырбанлы Манасҡа» монументы ҡуйылған
- Иҫке майҙан
- Еңеү майҙаны һәм монументы
- Вокзал янындағы майҙан
- Университет майҙаны
- Театр майҙаны
- Совет майҙаны — хакимиәт һәм филармония араһындағы архитектура комплексы.
Бульварҙар
үҙгәртергә- Эркиндик (Иркенлек) бульвары[8]
- Йәш гвардия бульвары
- Cөй проспекты
Дин
үҙгәртергәИслам
үҙгәртергәБишкәктә 7 мәсет, 10 ислам дини фонды, бер Ислам университеты эшләп килә.[9]
Христианлыҡ
үҙгәртергәУрыҫ православие сиркәүенең 4 ғибәҙәтханаһы бар. Шулай уҡ протестантлыҡҡа ҡараған сиркәүҙәр ҙә бар[9].
Спорт
үҙгәртергәБишкәктең «Алға» футбол клубы — 5 тапҡыр чемпион, 9 тапҡыр Ҡырғыҙстан кубогына эйә булыусы.
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
үҙгәртергәТуғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергә- Алматы,Ҡаҙағстан (1997)
- Астана, Ҡаҙағстан (2011)[10]
- Измир, Төркиә (1994)[11]
- Минск, Белоруссия (2008)
- Тегеран, Иран (1994)[12]
- Казвин, Иран (2003)
- Хемниц, Германия (1997)
- Куми, Корея Республикаһы (1991)
- Доһа, Катар (2014)
Партнёр-төбәктәр
үҙгәртергә- Сөй өлкәһе, Ҡырғыҙстан (1993)
- Эҫек-Күл өлкәһе, Ҡырғыҙстан (1993)
- Силәбе өлкәһе, Рәсәй (1996)
- Сәмәрҡәнд өлкәһе, Үзбәкстан (1993)
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Бейшеналиева Бюбюсара — билдәле балет артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы
- Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы — донъяла билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы
- Акрамов Эрнст Хашим улы — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
- Арзамасцев Николай Михайлович — Ҡырғыҙ ССР-ның баскетбол буйынса атҡаҙанған тренеры
- Мамакеев Мамбет Мамакеевич — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
- Видугирис Альгимантас Стасевич — кинорежиссёр, оператор
- Курманов Карпек Шамсединович — атаҡлы ғалим-юрист, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фәнни эшмәкәре
- Дараган Сергей Борисович — билдәле рәссам
- Брудный Арон Абрамович — күренекле психолог, философ, Ҡырғыҙстан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения областей, районов, городов и поселков городского типа Кыргызской Республики в 2015 г. постоянное население на 1 января 2015 года, наличное население 953,0 тыс. жителей
- ↑ Rafis Abazov, Historical Dictionary of Kyrgyzstan, с. 91, ISBN 0-8108-4868-6
- ↑ Отделения связи. Бишкек 2017 йыл 3 май архивланған.
- ↑ DEMOGRAPHIC YEARBOOK 2012.
- ↑ Перепись населения Киргизии 2009.
- ↑ VirCity.kg — информационно-справочный сайт г. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 История города . Сайт мэрии города Бишкек. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ Бишкек. Бульвар «Дзержинка» . central-asians.ru (10 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йыл 13 октябрь архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 Религиозное положение в Бишкеке — Сайт мэрии города Бишкек 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Астана и Бишкек – города-побратимы . Официальный сайт города Астаны (07.09.11). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2011 йыл 21 сентябрь архивланған.
- ↑ İzmir'in kardeş kentleri . Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ Международные связи . Официальный сайт мэрии Бишкека. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2016 йыл 8 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт мэрии г. Бишкек
- Бишкекский городской Кенеш депутатов
- Фрунзе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Пишпек // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- The Spektator — городской гид и журнал 2020 йыл 23 июнь архивланған.
- Коллекция 3D панорам города
- Фотосайт «Бишкек-Сити»: фотографии города Бишкек
- Карта города Бишкек 2009 йыл 11 февраль архивланған.
- Бишкек в энциклопедии Кирилла и Мефодия
Бешкәк Викимилектә | |
Бешкәк Викияңылыҡтарҙа | |
Бешкәк Викигид |
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |