Ғәлин Венер Йәғәфәр улы

Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2 апрель 1937 йыл) — ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999).

Ғәлин Венер Йәғәфәр улы
Тыуған көнө

2 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районы [1] Мәсетле ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

физика-математика фәндәре кандидаты (1972)

Награда һәм премиялары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы — 2000

Биографияһы

үҙгәртергә

Венер Йәғәфәр улы Ғәлин 1937 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Мәсетле ауылында тыуған.

1956 — Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәп-интернатын (балалар йорто) тамамлай.

1961 — Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай.

1961 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

1964 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Бөтә Союз үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1972 йылдан — Новосибирск университетында уҡыта.

1982 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының иҫәп математика институтында өлкән, 1995 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1982—1992 — йылдарҙа Мәскәү физика-техник институтында уҡыта. Институттың фәнни совет ағзаһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), доцент.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе

үҙгәртергә

Атмосфера физикаһы, радиация процестары, атмосфераның дөйөм циркуляция моделен үҙләштереү, программаға һалыу һ. б.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000)
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1999)
  • Салауат районының почетлы гражданы[2].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Параметризация радиационных процессов в атмосферной модели ИВМ РАН, Изв. РАН. Физика атмосферы и океана, 1998, том 34, № 3, с. 380—389:
  • Численное моделирование влияния уменьшения концентрации озона на зимнюю атмосферную циркуляцию в Северном Полушарии в последнее десятилетие, Доклады Академии Наук, 1998, том 362, № 4, с. 544—547 (соавтор Володин Е. М.);
  • Interpretation of Winter Warming on Northern Hemisphere Contintntsin 1977- 94, Journal of Climate, 1999,№ 12, 2947—2955 (with D.M.Volodin);
  • AGCM simulation of intraseasonal variability associated with the Asian summer monsoon, Climate Dinamics,2003,21,pp.423- 446 (with D.E.Waliser, K.Jin, I.S.Kang, K.M.Lau et aI);
  • Assessing ID Atmospherik Solar Radiative Transfer Models: Interpretation and Hadling of Unresolved Clouds, Joural of Climate,3003,v. 16,№ 16, pp.2676- 2699 (with H.W.Barker, G.L.Stepfens, P.T.Partain et al);
  • Модельное исследование межгодовой изменчивости содержания атмосферного озона в средних широтах, Известия РАН. Физика атмосферы и океана, 2004, том 40, № 2, с. 210—221 (соавторы Смышляев С. П.,Володин Е. М.)

Китаптары

үҙгәртергә
  • Галин В. Я. Фронтовые дороги отца. Уфа, Китап, 2011[3]
  • Ғәлин В.Й. Ауылыма хат.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә