Страупе Борис Петрович
Страупе Борис Петрович (2 апрель 1909 йыл, Санкт-Петербург — 31 декабрь 1960 йыл, Өфө) — совет хужалыҡ эшмәкәре, инженер-энергетик. РСФСР Юғары Советы депутаты (1947), Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты.Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Страупе Борис Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 апрель 1909 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 декабрь 1960 (51 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБорис Петрович Страупе 1926—1940 йылдарҙа Ленинград металл заводында эшләй, разметка яһаусы өйрәнсеге булараҡ башлай, завод директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем етә.
1933 йылда производствонан айырылмайынса завод эргәһендәге втузды тамамлай. Турбина цехы начальнигы сифатында 100 МВт-ға тиклем ҡеүәтле беренсе совет пар турбинаһын сығарыуҙы ойоштора.
1940—1943 йылдарҙа — Нева машиналар эшләү заводы директоры.
1943—1950 йылдарҙа — Ленэнерго идарасыһы. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында емертелгән Түбәнге Свирь, Дубровка, Энсо һәм Раухиала ГЭС-тарын тергеҙеүгә һәм файҙаланыуға тапшырыуға етәкселек итә.
Страупе бөтә блокада барышында Ленинградта эшләй һәм ҡаланы электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн бөтәһен дә, хатта мөмкин булмағанды ла эшләй. Ялғанға ҡоролған «Ленинград эше» буйынса язаға тарттырылыуҙан уны бәхетле осраҡ ҡына һаҡлап алып ҡала. Даниил Граниндың "История создания «Блокадной книги» тигән китабында шундай юлдар була: «Управляющим у нас в „Ленэнерго“ был тогда Борис Страупе…», артабан үҙ эшен тәрән белгән намыҫлы был кеше тураһындағы бүлектә уның хаҡында һөйләнә, әммә цензура был киҫәкте үткәрмәй, яҙыусы уны айырым баҫтыра.
Йоғонтоло дуҫтары булышлығы менән Страупены Уралға ебәрәләр[1].
1950 йылдан — УфаГЭСстрой начальнигы, ул Ҡариҙел йылғаһындағы Павловка ГЭС-ы[2] төҙөлөшөнә етәкселек итә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРСФСР Юғары Советы депутаты (1947), Башҡорт АССР-ының дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты, хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ленинград ҡала һәм Нуриман район Советтары депутаты итеп һайлана.
Иҫтәлектәрҙән
үҙгәртергәПавловка ГЭС-ы ветераны В. В. Маковеевтың иҫтәлектәренән:
— Это был горячий, любитель острого слова человек. Но справедливый. Дисциплина жесткая была. Иначе, наверное, и нельзя было. Более четырех тысяч человек трудились. В основном молодые. Всякое случалось: и пьянки, и женщин делили. С нарушителями Борис Петрович не церемонился: отправлял за шлагбаум. Поэтому и объект на совесть возвели, считаю (Альфред СТАСЮКОНИС, Нуримановский район. Гарантия — на сто лет. А простоит и тысячу// Республика Башкортостан. 07.04.2007).
Чикина Александра Михайловнаның хатынан:
«…На память все больше приходят те моменты, которые помогли кого-то спасти, не дали возможности пасть духом, не позволили опуститься… А разве можно забыть первую премию в первую блокадную весну за подачу тока раньше намеченного, её вручал управляющий Ленэнерго Борис Петрович Страупе. Она была продуктами!!» (Даниил Гранин китабынан)
Бүләктәре
үҙгәртергәХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, миҙалдар.
Ғаиләһе
үҙгәртергәСтраупеларҙың хеҙмәт династияһына ҡарай[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Моя Энергия: Страупе Борис Петрович 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Пресс-релизы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Ленинградский металлический завод — Страупе 2016 йыл 4 март архивланған.