Зәғифлек

кешенең хәлен, уның эшмәкәрлеген сикләгән ҡаршылыҡтар, физик, аҡыл, йәки сенсор психик тайпылыштар

Зәғифлек (лат. invalidus — һүҙмә-һүҙ «көсһөҙ», in — «юҡ» + validus — «көслө») — кешенең хәлен, уның эшмәкәрлеген сикләгән ҡаршылыҡтар йәки физик, аҡыл, йәки сенсор психик тайпылыштар[2].

Инвалидтар өсөн уңайлылыҡ символы[1]

Зәғиф — йәмғиәттә физик, аҡыл, йәки сенсор йәки психик тайпылыштары булыуы арҡаһында шәхси мөмкинселектәре сикләнгән кеше[2]. Рәсәй Федерацияһында «инвалид» статусын билдәләү медик-социаль экспертиза учреждениеларында башҡарыла һәм бер үк ваҡытта медик һәм юридик процедураны тәшкил итә. Инвалидлыҡ төркөмөн билдәләү юридик һәм социаль мәғәнәгә эйә, сөнки йәмғиәт менән айырым мөнәсәбәттәрҙе билдәләй: инвалидтың льготалары булыуы, инвалидлыҡ буйынса пенсия түләү, эш буйынса сикләүҙәр һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ. Ҡайһы бер белгестәр инвалидтарҙы социаль тигеҙһеҙлек формаларының береһе булараҡ ҡарай[2].

1-се төркөм инвалидлыҡты билдәләү үҙгәртергә

1-се төркөм инвалидлығын билдәләү критерийҙары[3]:

  • үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндерә алмау йәки тулыһынса кеше ҡарауында булыу;
  • үҙ аллы хәрәкәт итә алмау һәм тулыһынса кеше ҡарауында булы;
  • ориентацияға һәләтһеҙлек ((дезориентация);
  • аралашыуҡа һәләтһеҙлек;
  • үҙ тәртибен контролдә тота алмау.

2-се төркөм инвалидлыҡты билдәләү үҙгәртергә

2-се төркөм инвалидлығын билдәләүҙәге күрһәткестәр:

  • үҙ-үҙен хеҙмәтләндереүҙә ярҙамсы саралар һәм (йәки) башҡа кешенең ярҙамын ҡулланыу һәләте булыу;
  • үҙ аллы һәм ярҙамсы саралар ҡулланып хәрәкәт итеү һәм (йәки) башҡа кеше менән ярҙамын ҡулланыу һәләте булыу;
  • эшкә яраҡһыҙлыҡ йәки махсус йыһазландырылған эш урындарында, махсус шарттарҙа ярҙамсы саралар ҡулланып, башҡа кешеләрҙең ярҙамы менән хеҙмәт эшмәкәрлеген башҡарыу һәләте булыу;
  • уҡыу һәләте булмаған йәки махсус уҡыу йортонда ғына уҡыу һәләте булған, йәки махсус программа буйынса өй шарттарында уҡыу һәләте булыу ;
  • башҡа кешеләрҙең ярҙамы менән ваҡыт һәм киңлек арауығында ориентация һәләте булыу;
  • аралашыуҙа ярҙамсы саралар һәм (йәки) башҡа кешеләр менән ярҙамы ҡулланыу;
  • үҙ -үҙен өлөшләтә йәки сит кеше ярҙамы менән генә контролдә тотоу һәләте.

3-сө төркөм инвалидлыҡты билдәләү үҙгәртергә

3-сө төркөм инвалидтарҙы билдәләүҙәге күрһәткестәр :

  • ярҙамсы саралар ҡулланып үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү һәләте;
  • оҙайлы ваҡыт исраф итеп үҙ аллы хәрәкәт итеү һәләте;
  • махсус режим талаптарын үтәп. дөйөм типтағы махсус уҡыу йорттарында ярҙамсы саралар ҡулланып, башҡа кешеләр ярҙамында (белем биреү персоналдарынан башҡа) уҡыу һәләте;
  • хеҙмәт эшмәкәрлеге етештереү күләмен кәметеү йәки квалификацияһын төшөрөү шарттарында хеҙмәт эшмәкәрлеген башҡарыу һәләте , һөнәре буйынса үҙ эшен башҡара алмау;
  • ярҙамсы саралар менән ваҡыт һәм киңлек арауығында ориентация һәләте булыу;
  • информация алғанда һәм биргәндә күләмен, тиҙлеген кәметеп ҡабул итеп аралашыу һәләте,

Инвалид балалар үҙгәртергә

Инвалид балалар категорияһына 18 йәшкә тиклемге йәшәү эшмәкәрлегендә баланың үҫешендә булған етшһеҙлектәр һөҙөмтәһендә социаль дезадаптацияға килтергән, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереүҙе, хәрәкәт итеүҙе, ориентация, үҙ-үҙе контролдә тотоуҙы, уҡыу, аралашыу, киләсәктә хеҙмәт эшмәкәрлегенең үҫешен тотҡарлауға килтереүҙә мөһим сикләүҙәр булған балалар ҡарай<ref>Региональная общественная благотворительная организация инвалидов</ref. Төрлө кимәлдәге дауаханалар (республика, край, үҙәк, район, шул иҫәптән балалар өсөн); һәм махсуслаштырылған дауаханалар, бүлексәләр (неврологик, психиатрия, туберкулез һ. б.); консультатив-диагностик үҙәктәр тикшереүҙән һәм дауалауҙан һуң балаға инвалидлыҡ билдәләүҙе тәҡдим итә ала.

Тәҡдимдәр "Баланың үҫеш тарихы"нда (№ 112/у формаһы) һәм "Амбулатор, стационар ауырыуҙың медицина картаһы"нда теркәлә. Был тәҡдимдәр балаға инвалидлыҡ биргәндә иҫәпкә алына. Медицина картаһы даими йәшәү урыны буйынса балалар дауалау учреждениеларына ебәрелә. Дауалау учреждениеларың табип-консультация комиссияһы табип-белгестәре, баланың даими йәшәү урыны буйынса медицина-социаль һығымта төҙөй. Медик-социаль һығымта баланың һаулыҡ торошо боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм шул һөҙөмтәлә уның йәшәү эшмәкәрлегендә барлыҡҡа килгән сикләүҙәр булған осраҡта төҙөлә.

Медицина-социаль һығымтаға инвалид бала өсөн тәҡдимдәр индерелә:

  • баланың махсуслаштырылған балалар учреждениеларында булыуы;
  • өйҙә йәки махсус уҡыу йорттарында белем алыуы;
  • кәрәкле ҡорамалдар, ярҙамсы саралар менән тәьмин итеү;
  • кәрәкле шифахана-курорт дауаһы; профиль шифахана, ваҡыты;
  • төп реабилитация саралары комплексы; МСЭК 1-се, 2-се төркөм бала саҡтағы инвалидлыҡ буйынса 18 йәштән өлкәндәргә инвалидлыҡ тәғейенләгәндә, уларға ҡартлыҡ буйынса минималь социаль пенсия күләме алыуға хоҡуҡ бирелә.

20 йәштә инвалид булған граждандарға эш стажына ҡарамаҫтан пенсия тәғәйенләнә.

Инвалид балаға тейешле льготалар:

  • 1 октябрҙән 15 майға тиклем осорҙа тимер юл, һауа транспорттарында,ҡала-ара автобус маршруттарында 50 % ташламалар;
  • инвалид балалар, уларҙың ата-әсәһе, опекуны, попечителе һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ҡала транспортының бөтә төрҙәрендә (таксиҙан башҡа) бушлай йөрөү хоҡуғы менән файҙалана;
  • инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе кешеләргә дауалау (тикшереү) урынына ҡала-ара, ҡала яны, регион эсендәге автобус маршруттарында бушлай йөрөү хоҡуғы бирелә;
  • инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөгән кешеләр дауалана торған ергә бушлай барыу һәм ҡайтыу хоҡуғына эйә;
  • социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениеларында йәшәүсе, ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм булған йәки етем ҡалған 18 йәшкә етеүсе инвалид-балалар торлаҡ менән сираттан тыш тәьмин ителә;
  • инвалид-балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә, фатир өсөн түләүҙәрҙә 50%-тан кәм булмаған (дөйөм торлаҡ фонды) ташлама яһала.

Зәғифлек тураһында мәҙәниәттә үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә