Фәйрүзов Рауил Закирйән улы

эске эштәр органдары һәм дәүләт эшмәкәре

Фәйрүзов Рауил Закирйән улы (2 апрель 1949 йыл — 10 февраль 1996 йыл) — эске эштәр органдары һәм дәүләт эшмәкәре. Милиция генерал-майоры. 1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.

Фәйрүзов Рауил Закирйән улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Ҡыйғы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 февраль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Хәрби звание генерал-майор[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Биографияһы

үҙгәртергә

Рауил Закирйән улы Фәйрүзов 1949 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын һәм СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Өфө приборҙар эшләү заводында слесарь булып башлай, артабан Ҡыйғы районының «Сельхозтехника» берекмәһендә эшләй. 1968 йылдан 1970 йылға тиклем армия сафында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғандан һуң Өфө моторҙар эшләү заводында, «Союз» Өфө машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһында, Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй.

1973 йылдан 1985 йылға тиклем — уголовный розыск бүлексәһе инспекторы, начальник урынбаҫары һәм начальнигы, Калинин район Советы башҡарма комитетының эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары. 1985 йылдан — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының уголовный розыск бүлеге начальнигы урынбаҫары, Өфө ҡалаһы Октябрьский районының эске эштәр бүлеге начальнигы.

1989 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының 6-сы бүлеге начальнигы, артабан Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1995 йылдан 1996 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры вазифаһында эшләй. Башҡортостан Республикаһының Именлек Советы ағзаһы була.

1996 йылдың 10 февралендә вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

  • М. А. Кутлугаллямов, Р. А. Киреев, А. Г. Нуртдинов, Н. А. Супряга — Кто есть кто в Республике Башкортостан — «Известия Башкортостана», 1995 г.- 43 с. — ISBN 5-8258-0073-5

Һылтанмалар

үҙгәртергә