Дөмәй
Дөмәй (рус. Дюмеево) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы татар ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 851 кеше булған[1]. Почта индексы — 452264, ОКАТО коды — 80230824001.
Дөмәй Дөмәй | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәИҫке Дөмәй һәм Яңы Дөмәй ауылдары 12-се Башҡорт кантонының 13-се йортона ҡараған. Төп ауыл Дөмәй атамаһы менән Илеш районына, ә Яңы Дөмәй Саҡмағош районына ҡарай. Дөмәй ауылы тарихы архив документтарында ярайһы уҡ яҡшы сағылдырылған: 1704 — 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыу менән шөғөлләнгән Ҡаҙан комиссары Сергеев Бүләр улусынан 11 кешене Ҡаҙанға саҡыртып ала. Улар араһында Яҡуп бай, улы Мәмәт мулла менән, Ишғәле, Ата бай атлы уҙамандар ҙа була. Ата бай төрмәлә үлеп ҡала. Сергеев командаһы, Минзәлә йылғаһы буйында урынлашҡан Дөмәй ауылын туҙҙырып, талай, ир-егеттәрен ҡулға ала һәм Минзәлә төрмәһендә тотолған башҡорттар менән бергә Ҡаҙанға алып бара һәм, уның өҫтөнән император ғәли йәнәптәренә ялыу бирергә ниәтләнеүҙәрендә ғәйепләп, төрмәгә яба, ә Дөмәйҙе язаға тарттыра[2].
Шулай ҙа Ҡыр-Йылан ырыуы кешеләренән кем ауылға нигеҙ һалған һуң? Крайҙы өйрәнеүсе Хажғәле Яппаров, Дөмәй ауылы 1717 һәм 1722 йылдар араһында барлыҡҡа килгән, тип фаразлай. Әммә Ә. З. Әсфәндийәров раҫлауынса, ауылға нигеҙ 1666 йылда һалынған, сөнки 1697 йылда Йылан улусы башҡорттары Ҡарабаш Туҡтағолов менән Дәүәй Байсуриндар араһындағы низағты тикшергән мәлдә шул асыҡлана: Ҡарабаштың атаһы Туҡтағол Бөйрәкәй, 1662 -1664 йылдарҙа булып үткән башҡорт ихтилалы осорона, Дөмәйҙең атаһы Дәүәйгә тотоноп тороу өсөн үҙенең аҫаба ерҙәрен биреп тора. Аҙаҡ Дәүәй, был ерҙәр минеке, сөнки мин яһаҡты түләп торҙом, тип белдерә. Тимәк, Ҡыр-Йылан улусында урынлашҡан Дөмәй ауылына нигеҙ 1666 йылда һалынған һәм ул тәүге мәлдә Дәүәй тип аталған[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1592 | 743 | 849 | 46,7 | 53,3 |
1959 йыл 15 ғинуар | 1288 | 614 | 674 | 47,7 | 52,3 |
1970 йыл 15 ғинуар | 1477 | 663 | 814 | 44,9 | 55,1 |
1979 йыл 17 ғинуар | 1169 | 516 | 653 | 44,1 | 55,9 |
1989 йыл 12 ғинуар | 900 | 404 | 496 | 44,9 | 55,1 |
2002 йыл 9 октябрь | 878 | 405 | 473 | 46,1 | 53,9 |
2010 йыл 14 октябрь | 851 | 403 | 448 | 47,4 | 52,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 23 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 87 км
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Маликов Рәйеф Сәлих улы (24.08.1952) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001), Дуҫлыҡ (2008) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры[4]. Нефтекама ҡалаһының Почётлы гражданы (2007)[5].
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (2.04.1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1997 йылдан Өфөләге «Жилстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2012)[6][7] (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019).
- Яппаров Хажғәле Муллағәле улы (28.02.1929) — хужалыҡ эшмәкәре, педагог. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967), доцент (1969). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, РСФСР юғары мәктәбе отличнигы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9, часть 1. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051-637-6 (т.9, ч.1).
- ↑ Маликов Рәйеф Сәлих улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 август 2017)
- ↑ Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан. Почетные граждане города Нефтекамска (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 август 2017)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Салихов Рабис Салихович (рус.)
- ↑ ООО ГК «Жилстройинвест». Награды и достижения
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Яппаров Х. М. Наше шежере. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с. — ISBN 5-295-02630-2.
- Яппаров Х. О времени возникновения некоторых деревень Илишевского района // Ватандаш. — 2002. — № 7. — ISSN 1683-3554.
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9, часть 1. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051-637-6 (т.9, ч.1).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дөмәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2022)