Мәсетле

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл

Мәсетле, Мырҙалар, Мырҙалар Мәсетлеһе, Мырҙа—Мәсетле (рус. Мечетлино) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Мәсетле ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 713 кеше булған[2]. Почта индексы — 452482, ОКАТО коды — 80247840001.

Ауыл
Мечетлино
башҡ. Мәсетле
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Ауыл биләмәһе

Мәсетле ауыл Советы

Координаталар

55°21′47″ с. ш. 58°00′21″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1672

Халҡы

713[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34777

Почта индексы

452482

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 840 001

ОКТМО коды

80 647 440 101

ГКГН номеры

0520678

Мечетлино (Рәсәй)
Мечетлино
Мечетлино
Мәсетле (Башҡортостан Республикаһы)
Мечетлино

Географик урыны

үҙгәртергә

Мәсетле ауылы Йүрүҙән йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 24 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юлы станцияһынан төньяҡҡа табан 53 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Боронғо исеме Мырҙалар, Мырҙалар Мәсетлеһе, Мырҙа—Мәсетле. Мәсетле ауылы Мырҙалар атамаһы аҫтында тәүге тапҡыр 1672 йылда яһаҡ кенәгәһендә телгә алына. Мәсетле Мырҙалар ырыуының һәм шул уҡ исемдәге улустың төп ауылы, үҙәге, булараҡ танылған. Себер даруғаһы Мырҙалар улусындағы Мырҙалар ырыуы халҡы үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә законлы документын, Жалованная грамотаны, XVII быуаттың 1695 йылында алған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Мырҙалар улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 10-сы йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Мырҙалар улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Мырҙалар-Мәсетле ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Мәсетле ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

Мәсетлелә 1795 йылда 177 кеше йәшәгән. 1816 йылда — 342 кеше, 1834 йылда  428 кеше йәшәгән.

1816 йылда 53 хужалыҡтың 14-дә күп ҡатынлы ғаилә (ике ҡатынлы 13 ир, 4 ҡатынлы 1 ир) теркәлгән, был дөйөм күрһәткестән 26,4 % тәшкил иткән.

Тағы шундай мәғлүмәттәр бар: 1842 йылда ауылда йәшәгән 464 кешегә 113 сирек (1 сирек — 8 бот арышҡа тиң) ужым һәм 608 сирек яҙғы иген сәселгән. Шулай уҡ 18 сирек бәрәңге лә ултыртылған. Хужалыҡтарҙа 451 баш ат, 271 һыйыр, 235 һарыҡ, 76 кәзә булған. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә теркәлгән — 7 умарта, 5 солоҡ. Ауылда мәсет төҙөлгән.

1859 йылдағы рәүиз материалы Мәсетлелә 548 кеше йәшәгәнен күрһәтә.

1865 йылда 83 хужалыҡта 587 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсетле ауылында улус идаралығы, мәсет, һыу тирмәне булған[5][6].

Ауылдың XIX быуат аҙағындағы хәлен бер статистик йыйынтыҡта былай тасуирлағандар:

Мырҙалар ауылы (Мәсетле) — тау итәгендә бүлеп бирелгән ерҙең көньяҡ сигендә урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Йүрүҙән йылғаһы аға. Халҡы: 103 йортта 184 рәүиз йәне. Ере тораҡ эргәһендә бер урында. Һөрөнтө ерҙәр ҡалҡыулыҡлы урында урынлашҡан. Боронғо замандарҙан бирле һөрөлгән. Тупрағы — кәүшәк ҡара тупраҡ. Хужалығы тәртипһеҙ ҡоролған. Арыш, һоло, бойҙай сәсәләр. Ашламалар ҡулланыла. Көнгөр һәм ябай һабан менән һөрәләр. Ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс һәм 3 елгәргес бар. Өй хужалыҡтарында йәшелсә баҡсалары таралған. Хужалыҡтар малсылыҡ менән көн күрә; башҡорт тоҡомло ваҡ мал көҙөн баҫыу һәм туғайҙарҙа көтөлә. Көтөүлектәре ауыл эргәһендәге таулыҡтарҙа. Йүрүҙән йылғаһында малдарға һыу эсереү урыны бар, икенсеһе — ҡалҡыулыҡтар араһында. Бесән әҙерләйҙәр. Һөрөнтө ерҙәрҙе һәм сабынлыҡтарҙы бөтә ауыл менән йә айырым хужалар ҡуртымға бирә. Ауылда 1 бакалея кибете бар.{{oq|ru|

«Селение Мурзалар (Мечетлина тожъ) — уподошвы горы, у южного края надела. При селении протекает р. Юрюзань. Население: башкиры-вотчинникив в числе 103 дворов и 184 ревизских душ. Земля в одномъ месте при селении. Пашня расположена на холмистой местности. Распахана с незапамятныхъ временъ. Почва — рыхлый чернозем. Хозяйство безсистемное. Сеют: рожь, овес, пшеницу. Удобрение практикуется. Пашут кунгурскими и простыми башкирскими сабанами. В селении 3 молотилки и 3 веялки. Огороды разводят для домашнего хозяйства. Скотоводство хозяйственное; скот мелкой башкирской породы; пасется по полям и лугам осенью. Выгон присельный, по возвышенной равнине. Водопой в р. Юрюзань, второй — по холмистой местности. Сеном обходятся. Аренда: существует сдача пашни и покоса как всем селением, так и отдельными домохозяевами. В селении 1 бакалейная лавка.»

[7][8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге көндәге үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда ауылда мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған. 1920 йылда Мәсетлелә 679 кеше йәшәгән. XX быуаттың 1930-сы йылдарынан Мәсетле ауылының хәҙерге исеме нығынған. Әлеге ваҡытта Мәсетле төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[9].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Мәсетле ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 535
1920 йыл 26 август 679
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 691
1959 йыл 15 ғинуар 677
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 620
2002 йыл 9 октябрь 648
2010 йыл 14 октябрь 713 321 392 45,0 55,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Мәсетлелә тыуып-үҫкәндәр

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Рәми Ғарипов урамы (рус.  Рами Гарипова (улица)
  • Яңы төҙөлөш урамы (рус.  Новостройка (улица)
  • Совхоз урамы — (рус.  Совхозная (улица)
  • Тау аҫты урамы (рус.  Подгорная (улица)
  • Үҙәк урам — (рус.  Центральная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
 
Мәсетле киҫелеше

Мәсетле киҫелеше — Ер йөҙөндәге тормош эволюцияһының иртә пермь этабындағы пермь системаһының (290—285 миллион йыл элек) әртә һәм көңгөр ярустары интервалын биләгән фоссилияларҙан торған бай комплекслы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған төп геологик объект. Ултырмаларҙа фораминиферҙар (фузулинид), аммоноидеялар, конодонттар, остракодтар, брахиоподтар, балыҡтар, каламиттар, эзбизташ ылымыҡтарҙың ҡаҙылма ҡалдыҡтары бар. Әртә-көнгөр йәшендәге ылымыҡтарҙың һирәк ҡалынлыҡтағы ҡомло-балсыҡлы һыҙаты аша кәүҙәләнә. Геологик өҫкә сығыу оҙонлоғо — 750 метрға, бейеклеге 100 метрға тиклем.

Мәсетле киҫелеше Халыҡ-ара стратиграфик шкаланың көңгөр ярусының аҫҡы сиге глобаль стратотибы («алтын ҡаҙаҡтар») кандидаты булып тора. Әртә һәм көңгөр ярустары араһындағы сиктәр Neostreptognathodus pnevi Kozur et Movshovitsch конодонттар барлыҡҡа килеүе буйынса билдәләнә. Глобаль корреляция өсөн Мәсетле киҫелешендә күп һанлы аммоноидеяларҙың (әртә ярусы ултырмаларында — Uraloceras fedorowi, көңгөр тоҡомдарында — Clausiuraloceras ырыуы вәкилдәре) булыуы мөһим.

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Аҙаш ауылдар

үҙгәртергә

Дыуан-Мәсетле — Мәсетле районындағы ауыл. Ауыл Советы үҙәге.

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 98-104 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ғинуар 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Мәсетле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Әсфәндиәров Ә.З. Башҡортостан ауылдары тарихы. 9-сы китап. Өфө: Китап, 2001, 98-103 б.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Мәсетле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.1. Уфимской уезд. С. 118; Әсфәндиәров Ә.З. Башҡортостан ауылдары тарихы. 9-сы китап. Өфө: Китап, 2001, 103—104 б.
  9. Мәсетле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. Карта д. Мечетлино. Улицы