У́го Рафаэ́ль Ча́вес Фри́ас (исп. Hugo Rafael Chávez Frías, МФА (исп.): [ˈuɣo rafaˈel ˈtʃaβes ˈfɾi.as]; 28 июль 1954 йыл, Сабанета — 5 март 2013 йыл[2], Каракас) — Венесуэланың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, 1999—2013 йылдарҙа Венесуэла президенты, 2007—2013 йылдарҙа Венесуэла Берҙәм социалистик партияһы башлығы.

Уго Рафаэль Чавес Фриас
Hugo Rafael Chávez Frías
Уго Рафаэль Чавес Фриас
Флаг
Флаг
Венесуэла Президенты
2 февраль 1999 — 5 март 2013
Вице-президент: Хулиан Исаиас Родригес Диас (2000),
Адина Бастидас Кастильо (2000—2002),
Диосдадо Кабельо Рондон (2002),
Хосе Висенте Ранхель (2002—2007),
Хорхе Родригес Гомес (2007—2008),
Рамон Каррисалес (2008—2010),
Элиас Хауа Милано (2010—2012),
Николас Мадуро (2012—2013)
Алдан килеүсе: Рафаэль Кальдера
Дауамсы: Николас Мадуро[1]
 
Дине: католицизм
Тыуған: 28 июль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Сабанета, Баринас штаты, Венесуэла
Үлгән: 5 март 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (58 йәш)
Каракас ҡалаһы, Венесуэла
Ерләнгән: Каракас
Исеме: исп. Hugo Rafael Chávez Frías
Атаһы: Уго де Лос Рейес Чавес
Әсәһе: Елена Фриас
Ҡатыны: Ненси Кольменарес (беренсе ҡатын), Марисабель Родригес де Чавес
Балалары:

улдары: Уго Рафаэль һәм Рауль Альфонсо

Ҡыҙҙары:Роса Вирхиния, Мария Габриэла һәм Роса Инес
Партия: Революционное боливарианское движение-200[d], Движение за Пятую республику[d] һәм Единая социалистическая партия Венесуэлы[d]
Белеме: Венесуэла хәрби академияһы
Эшмәкәрлеге: хәрби офицер, сәйәсмен (1992 йылдан)
 
Сайт: chavez.org.ve
todochavez.gob.ve
 
Хәрби хеҙмәт
Ғәскәр төрө: Сухопутные войска Венесуэлы[d]
Звание: подполковник
Бәрелештәр: First Venezuelan coup d'etat attempt of 1992[d]
 
Автограф:

Тормош юлының башы

үҙгәртергә

Уго Рафаэль Чавес Фриас 1954 йылдың 28 июлендә Венесуэланың Баринас штатындағы Сабанета ҡалаһында тыуа. Атаһы Уго де лос Рейес Чавес афро-һинд сығышлы, бер аҙ ғына испан ҡаны ҡушылған. Әсәһе Елена Фриас де Чавес — креолка[3]. Чавестың биш ир туғаны була, бер туғаны сабый сағында уҡ мәрхүм булған[4].

Чавес һауа-десант частарында хеҙмәт итә, десантсыларҙың ҡыҙыл береты уның образының ғүмерлек һыҙаты булып ҡала. 1982 йылда (академияла уҡыған сағында тип тә әйтәләр) Чавес хеҙмәттәштәре менән COMACATE (кесе офицер чиндары атамаларындағы беренсе-икенсе хәрефтәрҙән төҙөлгән аббревиатура) тигән йәшерен ойошма төҙөй. Аҙағыраҡ COMACATE Революцион боливарсылар хәрәкәте тип үҙгәртелә исп. (Movimiento Bolivariano Revolucionario), уға Латин Америкаһының бойондороҡһоҙлоғо өсөн алыштар батыры Симон Боливар исеме бирелә.

1992 йылғы февраль революцияһы

үҙгәртергә
«Америка тауышы» видеорепортажы: Социализм төҙөгән һәм Американы тәнҡитләгән Уго Чавестың тормошо һәм вафаты

Уңышһыҙ иҡтисади реформа халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Төрлө сәйәси хәрәкәттәр барлыҡҡа килә. Кесе офицерҙар подполковник Уго Чавес ҡулы аҫтына туплана. 1992 йылдың 4 февралендә Чавес дәүләт түңкәрелеше ойоштора, ләкин уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Заговорҙа 133 офицер һәм меңгә яҡын һалдат ҡатнаша, граждандар араһынан ҡушылыусыларҙың иҫәбе-һаны булмай. Юғары командование фетнәне баҫтырырға бойороҡ бирә. Бәрелештәрҙә, рәсми һандар күрһәтеүенсә, 17 һалдат һәләк була, 50-нән ашыу хәрби һәм граждан яралана.[5]

4 февраль төштән һуң Уго Чавес властарға бирелә, эйәрсендәренә ҡорал һалырға ҡуша, был операцияны әҙерләгән һәм уҙғарған өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала. Ҡулға алынған мәлдә Чавес көрәштең дауам итәсәген белдерә. Чавес һәм уның көрәштәштәренән бер нисә кеше төрмәгә ябыла.

Сәйәси эшмәкәрлегенең башы

үҙгәртергә

Чавес ике йыл төрмәлә була, уны президент Рафаэль Кальдера азат итә. Төрмәнән сыҡҡас та ул "V республика хәрәкәте"н ойоштора. Кубала була. Гавана университетында сығыш яһағанда, үҙенең революцион принциптарын иғлан итә[6]. Ул саҡта Уго Чавес аргентин Норберто Сересоле йоғонтоһо аҫтында була, уның тәҡдиме буйынса Ливия лидеры Ҡаддафи идеяларына иғтибарын йүнәлтә. Күп йылдар үткәс — 2004 йылдың ноябрендә — Уго Чавесҡа Триполи ҡалаһында кеше хоҡуҡтарын яҡлауға индергән өлөшө өсөн Муамар Каддафи исемендәге премия тапшырыла. Республика президенты вазифаһында булғанда, Чавес, Ираҡҡа ҡаршы эмбарго индерелеүгә ҡарамаҫтан, Саддам Хөсәйен менән осрашыу өсөн был илгә килә. Шулай итеп, Чавес Ираҡтың Күвәйткә һөжүменән һуң Саддам Хөсәйен менән осрашҡан беренсе сит ил башлығы була.

Президент һайлауҙа еңеү

үҙгәртергә

1998 йылда, президент һайлауында еңгәндән һуң, Чавес Венесуэланың башлығы булып китә.

2001 йылда Чавес менән уға ҡаршылар араһында ҡаршы тороу көсәйә. 2002 йылда Уго Чавесты ҡолатыу хәрәкәте башлана.

Ҡолатыуҙы Каракас мэры А. Пен һәм ҡоро ер ғәскәрҙәре командующийы Э. Васкес ойоштора. Путч башлаған фетнәселәр президентты ҡулға ала һәм билдәһеҙ яҡҡа алып китә.

Генерал Лукас Ринкон Ромеро илгә Уго Чавестың отставкаға сығыуы тураһында хәбәр итә. Хәүефһеҙлек министры урынбаҫары, милли гвардия командующийы генерал Альберто Комачо Кайрус, президент Уго Чавестың хөкүмәте илгә идара итергә һәләтһеҙ, ул властан төшөрөлдө, ә ил ҡораллы көстәр контроле аҫтында, тип белдерә. Урындағы телевидение буйынса сығыш яһап, генерал Комачо Кайрус ҡолатылған президентҡа хөкүмәткә ҡаршы ризаһыҙлыҡ маршын баҫтырғандағы ҡан ҡойош өсөн яуаплылыҡты һала.

Президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп фетнәселәр Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар ассоциацияһы президенты Педро Кармонаны тәғәйенләй.

Ул парламентты тарата, генераль прокурорҙың һәм дәүләт контролёрының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатып тора, Чавес президент булғанда ҡабул ителгән һәм милли байлыҡты фәҡирҙәр файҙаһына бүлгән ҡануниәтте юҡҡа сығара.

АҠШ түңкәрелеште хуплап ҡаршы ала.

Ләкин армияның ҙур өлөшө президентҡа тоғро ҡала, «Боливарсылар комитеттары» саҡырыуы буйынса ҡалаларҙың ярлы биҫтәләрендә йәшәгән йөҙҙәрсә мең кеше урамдарға сыға. Улар ҡулға алынған һәм ике тәүлек буйы алыҫ утрауҙа тотолған президентты ҡайтарыуҙы һәм власты яңынан уға тапшырыуҙы талап итә.

Кармона илгә идара итеүҙән баш тарта, ә фетнәселәр, хөкөмдән ҡурҡып, үҙҙәре ҡулға алған президентты президент һарайына ҡайтарыуҙы тиҙләтә.

Чавес власҡа ҡайта, уның дошмандары ҡулға алына.

Бер нисә айҙан, 6 октябрҙә, Венесуэла президенты Уго Чавес уның махсус хеҙмәттәре тағы бер түңкәрелеште саҡ булдырмай ҡалыуы тураһында хәбәр итә. Президент әйтеүенсә, заговорҙа оппозицияның күренекле вәкилдәре, шулай уҡ апрелдә уны ҡолатырға тырышҡан хәрбиҙәр ҡатнашҡан.

Венесуэлала сәйәси кризис бының менән генә бөтмәй. Оппозиция, иҡтисади ҡыйынлыҡтар һәм инфляция үҫеүенән файҙаланып, йыл эсендә Чавес хөкүмәтенә ҡаршы дүрт дөйөм забастовка үткәрә. Уларҙы Венесуэла хеҙмәтсәндәренең профсоюз конфедерацияһы лидерҙары һәм «Демократик координация» сәйәси блогы ойоштора. Улар Чавестың отставкаға китеүен һәм уның президентлығы тураһында референдум үткәреүҙе талап итә. 2004 йылдың 15 авгусында уң оппозиция талабы буйынса Чавестың президентлығын ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында референдум үтә. Һайлаусыларҙың 59,10%-ы президентлыҡты туҡтатыуға ҡаршы тауыш бирә.

Чавес тәнҡит утына йыш тотола, айырыуса йәмғиәттең юғары һәм урта ҡатламдары уның эшмәкәрлеген хупламай. Чавесты һайлау ҡануниәтен һанға һуҡмауҙа, кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа һәм сәйәси репрессияларҙа, Куба дәүләте сығымдарын ҡаплауҙа һәм ил аҡсаһын туҙҙырыуҙа ғәйепләйҙәр. Улар Чавесты «яңы типтағы диктатор» тип атай. Шуға ҡарамаҫтан, Уго Чавесты бик күптәр хөрмәт итә һәм эшмәкәрлеген хуплай.

Уго Чавес һәм «Изгелек күсәре»

үҙгәртергә

Уңышһыҙ түңкәрелештән һуң Венесуэла һәм Куба лидерҙары араһында хеҙмәттәшлек тағы ла көсәйә төшә. Улар Көнбайыш ярымшарҙағы «агрессив режимдарға» ҡаршы тороу өсөн империализмға ҡаршы берҙәм фронт асырға ҡарар итә. Уго Чавес Венесуэла тирәләй уның революцион Боливарсы идеяларын уртаҡлашырлыҡ дәүләттәрҙе тупларға уйлай. Ул мәлгә президент итеп Эво Моралес һайланғандан һуң Боливияла ла шундай режим урынлаша. 2006 йыл аҙағына Үҙәк һәм Көньяҡ Америкалағы бер нисә дәүләттә Уго Чавесҡа арҡаҙаш булырҙай шәхестәр — Никарагуала Даниэль Ортега, Эквадорҙа Рафаэль Коррега дәүләт башына килә.

Венесуэла — Куба — Боливия союзына Уго Чавес 2006 йылда, Американың "яуызлыҡ күсәре"нә ҡаршы тороу мәғәнәһен һалып, «изгелек күсәре» тигән атама бирә. Был илдәрҙе империализмға һәм Америкаға ҡаршы тороу риторикаһы ғына түгел, үҙ-ара файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлек тә берләштерә: АҠШ мәғлүмәттәре буйынса, Венесуэла Кубаға йыл һайын льготалы хаҡҡа 90 мең баррель нефть һата — был Кубаға нефтте реэкспортлап аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Куба иһә Венесуэлаға тиҫтәләрсә мең техник белгесен, шул иҫәптән 30 меңләп табибын ебәрә. Ә Боливияла Венесуэла газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе инвестициялай.

2006 йылдың июлендә Чавес, Африка союзының Гамбияла үткән саммитында почётлы ҡунаҡ сифатында сығыш яһап, Африка илдәрен «Америка неоколониализмына ҡаршылыҡ күрһәтергә» һәм Латин Америкаһы менән Панафрика ойошмаһының 53 ағза иле араһында тығыҙыраҡ бәйләнештәр урынлаштырырға өндәй.

2006 йылдың июлендә Уго Чавес империализмға ҡаршы берҙәм фронт ағзаһы булырҙай илдәр буйлап сәфәрҙә йөрөй — Фидель Кастро менән осрашҡандан һуң ул Беларусҡа, Рәсәйгә (Волгоград — Ижевск — Мәскәү) һәм Иранға бара. Башта был исемлектә КХДР ҙа була, ләкин һуңғараҡ исемлектән ул һыҙыла, ә Вьетнам, Катар, Мали һәм Бенин индерелә.

Иранда Уго Чавес былай тип белдерә: «Венесуэла һәр ваҡыт, бөтә ерҙә, бар хәлдә лә Иран менән бергә. Тарих шуны күрһәтә: беҙ берҙәм булған саҡта, империализмға ҡаршы тора һәм уны еңә алабыҙ». Был белдереү БМО Именлек Советының даими ағзаһы булған биш дәүләттең Иранға уран байыҡтырыуҙы туҡтатыу тураһында һуңғы иҫкәртеүенең икенсе көнөнә, 28 июлдә, яһала. Мәхмүд Әхмәдинижад былай тип яуап бирә: «Мин үҙемде туғанымды һәм окопташымды осратҡан кеүек итеп һиҙәм… Иран менән Венесуэла йәнәш һәм бер-береһенә терәк булып тора. Президент Чавес Көньяҡ Америкала прогрессив һәм революцион ағым сығанағына әйләнде һәм империализмға ҡаршы тороуға ҙур өлөш индерә». Уго Чавес Ислам Республикаһының юғары дәүләт ордены менән бүләкләнә.

Әйләнеп ҡайтҡас, Уго Чавес «Алло, президент!» телетапшырыуында сығыш яһай. Ошонда ул милли һауа һөжүменә ҡаршы оборона системаһы төҙөйәсәге, был системаның «Карибты тотош ҡаплаясағы» тураһында белдерә. Яңы система Венесуэла территорияһынан 200 километрҙағы һауа сәптәрен күҙәтергә һәм сиккә етергә 100 километр ҡалғанда уны юҡ итергә мөмкинлек бирә.

Чавес АҠШ-тың экспансионистик сәйәсәтен һәм глобалләшеүҙе ҡаты тәнҡитләй. 2006 йылдың 20 сентябрендә БМО Генераль ассамблеяһы сессияһында Чавес кесе Бушты «иблес» тип атай. Чавес әйтеүесә, Буш БМО-ла «донъяның хужаһы» ҡиәфәтендә сығыш яһай, һәм донъя Америка етәкселегенең бындай ҡылығына борсолорға тейеш.

 
Уго Чавес, Несто Киршнер һәм Лула де Силва.

2007 йылдың ғинуарында Венесуэлаға Иран президенты Мәхмүд Әхмәдинижад килә. Әле 2006 йылда уҡ Иран менән Венесуэла 29 иҡтисади килешеү төҙөй, атап әйткәндә: нефть сығарыу һәм эшкәртеү, металлургия, машиналар эшләү һәм фармацевтика тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла. Уртаҡ проекттарҙы финанслауға 2 млрд долларлы фонд төҙөргә һүҙ ҡуйыла. 2007 йылдың ғинуарында сираттағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла, һәм Әхмәдинижад 3 йыл эсендә Ирандың Венесуэлаға инвестиция күләмен 3 млрд долларға еткерергә, ә Уго Чавес Ирандың тыныс ядро технологияларын үҫтереү хоҡуғын яҡлашырға вәғәҙә бирә. Ошонда уҡ АҠШ сәйәсәтенә ҡаршы тороу буйынса уртаҡ фонд ойошторола.

Эске сәйәсәт

үҙгәртергә

Венесуэла президенты Уго Чавес тәҡдиме буйынса 1999 йылғы конституцияла илдең 300 мең кешеле ерле халҡының — индеецтарҙың — әүәлдән йәшәгән ерҙәрендә көн итергә һәм уларҙың сиктәрен рәсмиләштерергә хоҡуҡлы булыуы нығытыла, илдең төп законына бындай пункт индейҙар тарихында беренсе тапҡыр индерелә. Иҫке конституцияла иһә ерле халыҡтың дәүләт һаҡлауы аҫтында булыуы һәм яйлап ил халҡы тормошона ҡушылырға тейешлеге тураһында һүҙ барған була.[7]

Уго Чавес 2006 йылдың 4 декабрендә президент һайлауында еңгәндән һуң, «Бишенсе республика хәрәкәте» (ингл. Venezuelan presidential election, 2006) тигән идара итеүсе партия үҙен-үҙен таратыуы тураһында иғлан итә. Был 20-нән ашыу сәйәси ойошма ҡатнашлығында президент яҡлы партия ойоштороу йүнәлешендә яһалған тәүге аҙым була. Уго Чавес фекеренсә, бер көслө партия булғанда илдә «XXI быуат социализмын» төҙөү еңел буласаҡ: «Беҙгә бер партия кәрәк… Беҙ социализмға тылсымлы таяҡ ярҙамында ғына килә алмайбыҙ. Социализм — ул көндән-көн даими дауам иткән ижади төҙөү процессы».

Уго Чавес тәҡдиме буйынса, яңы партияға «Венесуэланың берҙәм социалистик партияһы» тигән атама бирелә.

«Власть партияһы» төҙөү менән бер ыңғайы Уго Чавес Венесуэла конституцияһын ҡайтанан ҡарарға, атап әйткәндә, президентлыҡ вәкәләттәрен ике мөҙҙәт менән сикләргә тәҡдим итә.

2007 йыл башында Уго Чавес Венесуэлалағы иң эре телекоммуникация һәм электр энергетикаһы компаниялары — Америка фирмаларының контролендә булған Compania Nacional de Telefonos de Venezuela (CANTV) һәм Electricidad de Caracas — национализацияланасағы тураһында иғлан итә. Улар ошо йылда уҡ дәүләт ҡарамағына күсә. Шулай уҡ Венесуэланың файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы һәм нефть эшкәртеүсе Exxon Mobil, Chevron, Total, ConocoPhillips, Statoil, BP компаниялары акцияларының контроль пакетын алырға ниәтләнеүе тураһында ла һүҙ бара.

2007 йылдың 18 ғинуарында Венесуэла парламенты (ул оппозицияның 2005 йылғы һайлауҙы бойкотлауы һөҙөмтәһендә тик Уго Чавес яҡлыларҙан тора) Чавесҡа йыл ярымға ғәҙәттән тыш закон сығарыу вәкәләттәре биреү тураһында закон ҡабул итә. Ошо ваҡыт эсендә президент иҡтисадтың төп тармаҡтарын национализациялар, Ориноко йылғаһы буйында эш иткән сит ил нефть компаниялары акцияларының контроль пакетын дәүләткә күсерер, илдә мөҙҙәтһеҙ президент идараһы индерер һәм илде Венесуэла Социалистик Республикаһы тип атар тип көтөлә. Был революцион үҙгәртеп ҡороуҙар, Чавес уйынса, Венесуэлала «XXI быуат социализмы» төҙөргә мөмкинлек бирер. Оппозиция ҡарарҙы диктатураға табан тағы бер аҙым тип баһалай.

2007 йылдың 25 майында Чавес илдәге вуздарға инеү имтихандарын бөтөрә.

Чавес университеттарҙа уҡыу осоронда БДИ-ларҙы туҡтатыу яғында сығыш яһай. Студенттарға $100 стипендия түләргә һәм льготалы ашханалар асырға, уҡыу бүлмәләрен заманса йыһазландырырға вәғәҙә итә. Чавестың сығышын студент йәштәр: «Бына ил менән нисек идара итер кәрәк!» тип ҡыуанып ҡабул итә[8]

2008 йылдың 1 майында Венесуэла президенты указы менән 372 АҠШ доллары күләмендә Латин Америкаһында иң юғары минималь эш хаҡы билдәләнә[9][10][11].

2007 йылда энергетика секторын национализациялағанда, бөтә нефть ятҡылыҡтары дәүләт ҡарамағына алына, ә Американың Exxon Mobil и ConocoPhillips компаниялары яңы шарттарҙа эшләүҙән баш тарта һәм Венесуэла баҙарынан китә.

2008 йылдың 3 апрелендә Венесуэла президенты цемент сәнәғәтен национализациялай.

Цементты Венесуэлала нигеҙҙә сит ил компаниялары етештерә. Мексиканың Cemex компанияһы, Венесуэлала йылына 4,6 миллион тонна цемент етештереп, баҙарҙың яртыһын тиерлек биләй. Lafarge тигән француз һәм Holcim Ltd тигән швейцар компанияларының да өлөшө ҙур була. Чавес был компанияларға дәүләттең уларға лайыҡлы компенсация түләп ебәрәсәге тураһында белдерә. Венесуэла президенты цемент сәнәғәтенең Венесуэла иҡтисады өсөн ғәйәт мөһим тармаҡ булыуын билдәләй.

Венесуэла вице-президенты Рамон Каррисалес 2008 йылдың 9 апрелендә хөкүмәттең илдәге иң эре металлургия комбинаты Sidor'ҙы национализацияласағын хәбәр итә. 1997 йылғы хосусилаштырыуҙан һуң был комбинат Techint аргентин-итальян сәнәғәт төркөмө ҡулында була. Латин Америка тимер һәм ҡорос институты мәғлүмәттәре буйынса, «Сидор» Латин Америкаһында әһәмиәте буйынса дүртенсе урындағы металлургия компанияһы, Анд милләттәр берләшмәһе илдәренә — Боливияға, Колумбияға, Перу һәм Эквадорға прокат һәм металл һатыусы төп предприятие.

Уны национализациялау эшселәрҙең хужа менән «оҙайлы хеҙмәт конфликты» һәм шул сәбәпле яңы коллектив договор төҙөп булмау менән аңлатыла.

2008 йылдың 1 майында «Сидор»ҙы национализациялау тураһында указға ҡул ҡуйыла[12].

2007 йылдан президент Уго Чавес эш көндәрендә кис һайын сәғәт ярым буйына 20:00 сәғәттән 21:30-ға тиклем ил халҡы менән аралаша. Августа Чавес, халыҡ менән 7 сәғәт 43 минут аралашып, рекорд ҡуя. Ә сентябрҙә 30 градуслы эҫелә тапшырыуҙы 8 сәғәт 06 минут буйы алып бара[13].

Чавес һәм троцкизм

үҙгәртергә

Президенттың яңы министрҙар кабинетында троцкист Хосе Рамон Риверо хеҙмәт министры була. Был хаҡта Чавес шулай ти:

Сталинсыларҙан айырмалы рәүештә, Чавес XXI быуат социализмының СССР-ҙағыға оҡшамаясағын белдерә. Үҙен социалист тип иғлан итерҙән алда, Чавес Троцкийҙың «Перманентная Революция» тигән китабын уҡып сыға.

Чавес Боливар социализмының марксизмға ҡағылышы юҡлығын һәм Латин Америкаһы ысынбарлығына бәйлелеген, Советтар Союзының ыңғай ролен билдәләй[14]. 2006 йылда Белоруссияға килгәнендә белорус моделенең Венесуэлала яңы йәмғиәт төҙөү моделе булыу ихтималлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Чавес 1920-се йылдарҙан һуң Троцкий идеяларының социалистик йәмғиәт төҙөү өсөн ҡулай булыуы тураһында белдергән тәүге дәүләт эшмәкәре була[15].

Рәсәй менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек

үҙгәртергә

2006 йылдың беренсе яртыһында АҠШ Венесуэлаға ҡорал һатыуға эмбарго индерҙе. Уго Чавес АҠШ-тан ҡорал алыуҙы тулыһынса туҡтатыуын белдерҙе.

2005 йылда Венесуэла менән Рәсәй 100 мең Калашников автоматы алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Контракт үтәлде. 2006 йылдың 3 июлендә Венесуэла тағы 100 мең Калашников автоматы һәм уларға патрондар алыу тураһында контракт ($52 млн) төҙөнө, ә 2006 йылдың 12 июлендә Венесуэлала лицензия буйынса АК-103 автоматтарын етештереү заводы һәм 7,62 мм калибрлы патрондар сығарыусы предприятие төҙөү буйынса ике контрактҡа ҡул ҡуйылды.

2006 йылдың 15 июлендә Венесуэланың хәрби һауа көстәре өсөн $484 миллионға Рәсәйҙә етештерелгән 38 дана Ми-35 вертолетын һәм 17 июлдә 24 дана Су-30МК2 истребителен һатып алыуға контракт төҙөлә. Ҡоралланыуҙың төп сәбәбе тип Уго Чавес «Америка яғынан хәрби һөжүм янауын» атай. «Рәсәй Венесуэла тирәләй Америка таҡҡан блокаданы өҙөргә ярҙам итте. АҠШ Венесуэланы ҡоралһыҙ ҡалдырырға ла унан һуң илгә бәреп инергә йыйына. Шунлыҡтан мин Рәсәйгә рәхмәтлемен», — тине ул 2006 йылдың 26 июлендә Ижевскиға килгәнендә.

АҠШ етәкселеге раҫлауынса, атыу ҡоралы уны Латин Америкаһының башҡа төбәктәренә — атап әйткәндә, Колумбияның хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүселәренә (ФАРК) оҙатыу өсөн алынған.

АҠШ-тың дәүләт секретары Кондолиза Райс Мәскәүгә килгәнендә был хаҡта борсолоу белдерҙе, ләкин Рәсәй эске эштәр министры Сергей Лавров Рәсәйҙең Венесуэла менән хәрби хеҙмәттәшлеге халыҡ-ара ҡануниәткә ҡаршы килмәй, тип яуап бирҙе.

2006 йылдың июлендә Америка яғы Уго Чавестың әйткәндәренә ҡарата йәнә борсолоу белдерҙе. АҠШ дәүләт департаменты матбуғат секретары Том Кейси, АҠШ Венесуэланың заманса Рәсәй ҡоралдарын алыу пландары өсөн хәүефләнә һәм Рәсәйҙе күҙҙә тотолған контракттарҙы ҡайтанан ҡарарға өгөтләргә тырыша, тине.

Рәсәй вәкилдәре ундай мөмкинлекте кире ҡаҡты.

2007 йылдың февралендә Уго Чавес оборона министрлығының Рәсәйҙән $290 млнға 12 дана яҡын алыҫлыҡлы «Тор-М1» зенит ракетаһы комплексын алыу тәҡдимен хупланы.

2009 йылдың икенсе яртыһында Рәсәй Венесуэлаға Ми-28Н вертолеттарын оҙата башлауҙы планлаштырҙы.

2008 йылдың 10 сентябрендә Рәсәйҙә етештерелгән ике Ту-160 стратегик бомбардировщигы Венесуэланың Либертадор хәрби аэродромына төштө. Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, самолеттар бер нисә көн буйы «нейтраль һыуҙар өҫтөндә уҡыу-күнекмә осоштар үткәрәсәк».[16] 11 сентябрҙә Чавес АҠШ властарын үҙен үлтерергә йыйыныуҙарында ғәйепләй һәм Америка илсеһен персона нон грата тип иғлан итә. Сығышында Чавес Рәсәй менән партнерлыҡҡа ышаныуын һыҙыҡ өҫтөнә ала: «Йөҙ ҡат иблескә олағығыҙ, Америка хәшәрәттәре! Ошонан алып Венесуэла яңғыҙ түгел — Рәсәй беҙҙең менән! Ул беҙҙең стратегик партнер. Беҙ хәҙер яңғыҙ түгел. Беҙҙең ярҙарға рус флоты килеп етһәме, ә ул юлда инде, американдар аҡылдан яҙасаҡ!»[17]

Белоруссия менән мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

Чавес Белоруссия президенты Александр Лукашенконы үҙенең дуҫы һәм союздашы тип һананы. Ул Белоруссияла бер нисә тапҡыр булды, белорус президенты ла Венесуэлаға барғылап торҙо. Белоруссияға Венесуэлала нефть (Гуара-Эсте ятҡылығында), газ (әлегә проектта) сығарыу рөхсәт ителде. Илдә белорус өлгөһө буйынса агроҡаласыҡтар һәм ауыл хужалығы кооперативтары төҙөлдө. Чавес хөкүмәте Белоруссияға кредиттар менән ярҙам итте.

Венесуэла белорус техникаһы һатып алды.

2010 йылда Венесуэла президентының Белоруссияға эш сәфәре ваҡытында сәнәғәттә, төҙөлөштә, тау эшендә, ауыл хужалығында хеҙмәттәшлек тураһында тағы бер нисә килешеү төҙөлдө.

Уго Чавес вафат булғас, Белоруссияла матәм билдәһе итеп бөтә дәүләт флагтары төшөрөлдө[18].

Чавес капитализмға һәм АҠШ-тың тышҡы сәйәсәтенә ҡаршы булды. Чавес был хаҡта ошолай тине:

Марста берәй заман цивилизация булғанлығы сәйер түгел, ләкин ул, күрәһең, капитализм осорона еткәндер ҙә, империализм барлыҡҡа килеп, планетаны харап иткәндер[19]

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Чавес ике тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны Нэнси Колменарес (Nancy Colmenares) менән 1992 йылда айырылыша. Журналистка Марисабель Родригес Оропеса (Marisabel Rodríguez Oropeza) икенсе ҡатыны була, уның менән 2002 йылда айырылыша.

Биш балаһы була: беренсе никахтан дүртәү — Роса Вирхиния (Rosa Virginia), Мария Габриэла (Maria Gabriela), Уго Рафаэль (Hugo Rafael), Рауль Альфонсо (Raul Alfonzo), икенсе никахтан ҡыҙы Росинес (Rosinés) бар.

2013 йылдың мартында тағы ике ҡыҙының тыуыу тураһындағы таныҡлығының скандары нәшер ителә — Сара Мануэла (2008 йылдың 3 майында тыуған һәм Чавес тарафынан шул йылдың декабрендә танылған) һәм Хенесис Мария (2005 йылдың 1 майында тыуған (2009 йылдың мартында атаһы тарафынан танылған)[20]

Уго Чавес шиғырҙар һәм хикәйәләр яҙҙы, һынлы сәнғәт менән мауыҡты. 2007 йылда Чавес йырҙар йыйынтығы баҫтырҙы. 2008 йылда революцион йырҙар йыйынтығы өсөн композиция яҙҙырҙы: «Musica Para la Batalla» («Көрәш музыкаһы»).[21]

Twitter'ҙа микроблогы бар ине. Куба лидеры Фидель Кастро менән Боливия президенты Эво Моралесҡа ла унда микроблог асырға тәҡдим итә.[22] 2010 йылдың 10 сентябрендә Чавестың микроблогы кем тарафынандыр ватыла[23], ләкин тиҙҙән хужаһының контроле тергеҙелә.

2011 йылдың июнендә Уго Чавес Кубаға дауаланырға килә. 2011 йылдың 1 июлендә, Венесуэлаға ҡайтҡас, Чавес ике операция — янбаш эсендәге абсцесс[24] һәм яман шеште алдырыу — операцияларын үткәреүе тураһында белдерә[25]. 2011 йылдың октябренәсә дүрт курс химиотерапия ала[26].

2011 йылдың 17 октябрендә Мексика матбуғатында уның дауалаусы табибы Сальвадор Наварретеның (илдән ҡаса) интервьюһы баҫыла, ул Чавестың ауыр онкологик сиргә тарыуы һәм һауығыу ихтималлығы юҡлығы тураһында белдерә. Медицина эксперты тарафынан Чавестың ике йыл ғына ғүмере ҡалғанлығы тураһында фараз әйтелә[27].

2011 йылдың декабрендә Чавес АҠШ-тың уға һәм Латин Америкаһындағы американ сәйәсәтенә ҡаршы сыҡҡан тағы бер нисә ил лидерына рак йоҡтороуы тураһында фаразын әйтә[28].

2012 йылдың февралендә Чавес тағы бер операцияға ятырын хәбәр итә[29] һәм был операция Кубалағы «Симек» клиникаһында башҡарыла[30].

25 мартта Кубаға радиотерапия курсы алырға бара[31].

24 апрелдә Чавес дәүләт телевидениеһының тура эфирында сығыш яһай һәм 26 апрелдә илгә әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә итә[32], ләкин 12 майҙа ғына ҡайта ала[33].

2012 йылдың 31 майында уның сиренең аныҡ диагнозы хәбә ителә: Чавес рактың агрессив төрө — метастатик рабдомиосаркома менән ауырый. Ауырыу һуңғы стадияһына етә[34].

2012 йылдың 9 декабрендә Чавес Кубаға тағы бер операцияға бара. Китер алдынан вариҫы итеп Венесуэла вице-президенты Николас Мадуроны атай, уның социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар юлынан барасағын белдерә[35].

11 декабрҙә яман шеш күҙәнәктәрен алдырыу буйынса 6 сәғәтлек операция үткәрә[36]. Был операция ике йыл эсендә дүртенсеһе була[37]. Куба һәм Венесуэла табиптары Чавесҡа 2013 йылдың апреленә тиклем генә йәшәрен хәбәр итә[38][39].

2012 йылдың 31 декабрендә Чавес операциянан һуң яңы ҡатмарлашыуҙар кисерә[40]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Чавес операциянан һуң комаға төшә[41][42].

2013 йылдың 15 февралендә һуңғы ике айҙа тәүге тапҡыр Чавестың операциянан һуңғы фотоһы баҫыла. Фотола Венесуэла лидеры Гаванала ҡыҙҙары араһында йылмайып ултыра һәм гәзит ҡараштыра[43]. Шул уҡ ваҡытта Чавес әлегә үҙ аллы һулыш ала һәм һөйләшә алмай тип әйтелә[44].

2013 йылдың 18 февралендә Чавес Венесуэлаға ҡайта һәм дауаланыуын дауам итә.[45]

2013 йылдың 2 мартында Венесуэла хөкүмәте Чавестың Каракастағы хәрби госпиталдә химиотерапия курсы үтеүе хаҡында хәбәр итә[46][47].

2013 йылдың 5 мартында Венесуэла властары Чавестың хәле тағы ла насарланыуы тураһында белдерә[48]. Шул уҡ көндө кис Чавестың вафат булыуы тураһында рәсми белдереү яһала.[49]

Уго Чавес 2013 йылдың 5 мартында Венесуэла ваҡыты буйынса 16:25 сәғәттә вафат була. Был хаҡта Венесуэла вице-президенты Николас Мадуро милли телевидение аша хәбәр итә[50]. Үлемдең сәбәбе киң күләмле инфаркт була[51].

8 мартта Николас Мадуро Чавес кәүҙәһенең бәлзәмләнәсәген белдерә, ләкин 14 мартта Венесуэла властары Рәсәй белгестәре менән кәңәшләшкәндән һуң был ниәттән кире ҡайта[52]. Команданте Каракаста Революция музейында ерләнә. Чавес кәүҙәһе һалынған табут мәрмәр саркофагҡа һалына һәм һыу уртаһындағы сәскә рәүешендә яһалған постаментҡа ҡуйыла[53][54].

Наградалары һәм званиелары

үҙгәртергә
  • Подполковник (запаста) (1990 йылдан)
  • «Карабобо йондоҙо» ордены
  • Ҡоро ер ғәскәрҙәре тәреһе
  • Франсиско Миранда ордены
  • Рафаэль Урданета ордены
  • V класс Азат итеүсе ордены
  • Хосе Марти исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2005, ЮНЕСКО)
  • Иран Ислам Республикаһының I дәрәжә ордены (2006, Иран)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008, Белоруссия)[55]
  • Сандино ордены (2007, Никарагуа)
  • «Уацамонга» ордены (2010 йыл, Көньяҡ Осетия)[56]
  • Хосе Марти милли ордены (Куба)[57]
  • «Карлос Мануэль де Сеспедес» ордены (Куба, 2004 йыл)[57]
  • I дәрәжә Омейядтар ордены (Сүриә)
  • 2009 йылда Ливиялағы Бәнғәзи ҡалаһындағы футбол майҙанына Уго Чавес исеме бирелә[58], Муамар Ҡаддафи ҡолатылғандан һуң исеме үҙгәртелә.
  • Сербия Республикаһы орденының таҫмаһы (Сербия, 2013 йылдың марты, вафатынан һуң)[59]
  • Журналистика өлкәһендәге Симон Боливар исемендәге милли премия, 2013 йылдың 6 июне, вафатынан һуң.[60]
 
Уго Чавес портреты төшөрөлгән почта маркаһы. Рәсәй почтаһы, 2014 йыл (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1845)
Венесуэла
  • Сан-Антонио ҡалаһында бюст[61]).
Фәләстин Дәүләте
  • Әл-Бира ҡалаһында Уго Чавес урамы[62]
Рәсәй Федерацияһы
  • Санкт-Петербургта Уго Рафаэль Чавес Фриас ис. Латин Америкаһы мәҙәниәте үҙәге[63]
  • Мәскәүҙә Хорошевский районында Уго Чавес урамы[64]
  • Омскиҙың «Четвёртая высота» төркөмө Уго Чавес иҫтәлегенә йыр бағышланы http://www.youtube.com/watch?v=doW6p_M62MM
Белоруссия
  • Минскиҙың Фрунзе районында Уго Чавес исемендәге парк[65]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Чавес назвал своего преемника
  2. После продолжительной болезни скончался Уго Чавес, rt.com
  3. Beaumont, Peter The new kid in the barrio. The Observer (2006-05-07). Дата обращения: 12 февраль 2008. Архивировано 27 август 2011 года.
  4. Сапожников К. Н. Уго Чавес. — М.: Молодая гвардия, 2011. — С. 43.
  5. Биография Уго Чавеса
  6. Hugo Chávez 1994 La Habana con Fidel Castro (исп.)
  7. «Лесное обозрение» — сайт «Всё о российских лесах» 2010 йыл 18 февраль архивланған.
  8. Чавес, Уго, Уго Чавес, Hugo Chávez, президент Венесуэлы ePop.ru аналитическое издание 2016 йыл 5 март архивланған.
  9. В Венесуэле установлен самый высокий уровень минимальной зарплаты в ЛА | РИА Новости
  10. Venezuelan Labor Day Rally Attracts Hundreds of Thousands, Wages Raised by 30 % | venezuelanalysis.com
  11. Cable: 08CARACAS609_a 2015 йыл 11 апрель архивланған.
  12. Хорхе Мартин Национализация SIDOR — историческая победа венесуэльских рабочих
  13. Новости NEWSru.com :: Уго Чавес побил все рекорды: его программа «Алло, президент» продолжалась 7 часов 43 минуты
  14. NR2. 2014 йыл 18 ғинуар архивланған.
  15. Срок регистрации домена истек
  16. Российские Ту-160 вернутся из Венесуэлы, возможно, позже 15 сентября // РИА Новости, 11 сентября 2008
  17. Габуев А. Уго Чавес пригрозил Америке Россией // Коммерсантъ, № 165 (3982), 13 сентября 2008
  18. В Белоруссии приспущены государственные флаги в связи со смертью Чавеса
  19. Чавес объявил капитализм причиной гибели марсианской цивилизации
  20. [1] // «NEWSru.com»
  21. Биография Уго Чавеса // «РИА Новости»
  22. Уго Чавес позвал Фиделя Кастро в Twitter 2010 йыл 12 июнь архивланған.
  23. Twitter Уго Чавеса взломали накануне выборов 2010 йыл 20 ноябрь архивланған.
  24. Уго Чавес прооперирован на Кубе. Все прошло «удовлетворительно». NEWSru.com (11 июнь 2011). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  25. Саша Пятницкая. Уго Чавес заявил, что перенес операцию по удалению раковой опухоли. Комсомольская правда (1 июль 2011). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  26. У.Чавес начал сбор сторонников за год до выборов президента Венесуэлы. РосБизнесКонсалтинг (8 октябрь 2011). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2013 йыл 15 декабрь архивланған.
  27. Лечащий врач У.Чавеса: Президенту осталось жить два года. РБК (17 октябрь 2011). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2013 йыл 17 март архивланған.
  28. Чавес раскрыл козни США: раковые заболевания и митинги в России — это их рук дело. NEWSru (29 декабрь 2011). Дата обращения: 4 декабрь 2013.
  29. Уго Чавесу предстоит новая операция. NEWSru.com (22 февраль 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  30. У.Чавес прооперирован кубинскими врачами. РосБизнесКонсалтинг (22 февраль 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  31. Президент Венесуэлы У.Чавес продолжит лечение от рака на Кубе. РосБизнесКонсалтинг (25 март 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2013 йыл 15 декабрь архивланған.
  32. У.Чавес: Слухи о моей смерти — происки недоброжелателей. РосБизнесКонсалтинг (24 апрель 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2012 йыл 21 июнь архивланған.
  33. Уго Чавес вернулся в Венесуэлу после лечения на Кубе. Газета.Ru (12 май 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  34. Рассекречен тип рака Уго Чавеса — болезнь «вошла в последнюю стадию». NEWSru.com (31 май 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  35. Уго Чавес назвал имя своего преемника». РосБизнесКонсалтинг (9 декабрь 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2013 йыл 11 ғинуар архивланған.
  36. Вице-президент Венесуэлы Н. Мадуро: У. Чавес находится в лучшем состоянии с момента операции 11 декабря. РосБизнесКонсалтинг (26 ғинуар 2013). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  37. У. Чавес перенес 6-часовую операцию по удалению раковых образований. РосБизнесКонсалтинг (12 декабрь 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.
  38. Врачи: У. Чавес не переживет следующую весну. РосБизнесКонсалтинг (11 декабрь 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года. 2013 йыл 21 март архивланған.
  39. Дмитрий Знаменский. По прогнозу венесуэльского врача, Чавесу осталось жить до апреля. РИА-Новости (11 декабрь 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 27 март 2013 года.
  40. У Чавеса появились новые осложнения после операции по удалению раковой опухоли. Российская газета (31 декабрь 2012). Дата обращения: 26 март 2013.
  41. Уго Чавес впал в кому. Московский комсомолец (2 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 ғинуар 2013. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  42. Уго Чавес находится в коме. Вечерняя Москва (2 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 ғинуар 2013. Архивировано 26 март 2013 года. 2013 йыл 31 март архивланған.
  43. Венесуэльцам показали улыбающегося Уго Чавеса. РосБизнесКонсалтинг (15 февраль 2012). Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йыл 18 февраль архивланған.
  44. Власти показали народу если не самого Чавеса, то фотографии. Он в сознании и улыбается, но не может говорить. NEWSru.com (15 февраль 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  45. У. Чавес вернулся в Венесуэлу после лечения на Кубе. РосБизнесКонсалтинг (18 февраль 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года. 2013 йыл 22 февраль архивланған.
  46. Власти Венесуэлы: У. Чавес проходит курс химиотерапии. РосБизнесКонсалтинг (2 март 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 4 март архивланған.
  47. Здоровье лидера Венесуэлы стало поводом для многотысячных демонстраций. Первый канал (4 март 2012). Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  48. Власти Венесуэлы: Состояние У. Чавеса ухудшилось :: Политика :: Top.rbc.ru. Дата обращения: 7 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. 2013 йыл 8 март архивланған.
  49. Уго Чавес умер — вице-президент Венесуэлы — Интерфакс-Украина, 06.03.2013
  50. Скончался президент Венесуэлы Уго Чавес | РИА Новости. Дата обращения: 10 март 2013. Архивировано 11 март 2013 года.
  51. Причиной смерти Уго Чавеса стал обширный инфаркт — Игорь Дунаевский — "Чавес умер от инфаркта" — Российская газета — Стало известно, что причиной смерт … Дата обращения: 10 март 2013.
  52. Власти Венесуэлы отказались от идеи бальзамирования Чавеса в России. Дата обращения: 16 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
  53. Чавеса похоронили в Музее революции в Венесуэле.
  54. Уго Чавеса похоронили в Каракасе в Музее революции. Дата обращения: 16 март 2013.(недоступная ссылка)
  55. Лукашенко вручил Чавесу Орден Дружбы народов за вклад в независимость Белоруссии
  56. Указ Президента Республики Южная Осетия от 7 июля 2010 года «О награждении орденом „Уацамонга“ Уго Рафаэля Чавеса Фриаса»(недоступная ссылка)
  57. 57,0 57,1 Выступление на акте награждения Президента Боливарианской Республики Венесуэла Уго Рафаэля Чавеса Фриаса орденом Карлоса Мануэля де Сеспедоса в десятую годовщину его первого визита на Кубу 2016 йыл 5 март архивланған.
  58. В Ливии построили стадион имени Чавеса Новость на сайте [SportBox.ru] от 6 марта 2009 года
  59. Председник Николић постхумно одликовао Уга Чавеса, председника Венецуеле. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
  60. Уго Чавесу посмертно присвоена национальная премия в области журналистики имени Симона Боливара
  61. Статуя Чавеса в Венесуэле осталась без головы // Взгляд.ua, 27.02.2014
  62. Палестинский город переименовал улицу в честь Уго Чавеса
  63. Петербургский культурный центр назвали именем Уго Чавеса
  64. В Москве появились улицы Уго Чавеса и Галины Вишневской
  65. В Минске появился парк имени Уго Чавеса 2014 йыл 13 февраль архивланған.
  • Дабагян Э. С. Уго Чавес. Политический портрет, ИНИОН РАН, 2005 г. ISBN 5-248-00229-X
  • Сапожников К. Н. Уго Чавес: одинокий революционер. М., Молодая гвардия, 2011 (серия ЖЗЛ: биография продолжается, вып.22)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә