Ағиҙел (журнал)

журнал
(Әҙәби Башҡортостан (журнал) битенән йүнәлтелде)

«Ағиҙел» (тыңлау)  — әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Яҙыусылар союзы һәм редакция коллективы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыға.

Ағиҙел
Нигеҙләү датаһы 1923
Мөхәррир Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы
Ил  СССР
 Башҡортостан Республикаhы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Рәсми сайт agideljurn.ru
Периодичность издания 1 ай
 Ағиҙел Викимилектә

«Ағиҙел» журналының беренсе һаны 1923 йылдың 24 мартында Дауыт Юлтый етәкселегендә «Яңы юл» исеме менән сыға. Ҙур форматлы, 48 биттән тора. Тәүге бите Хәбибулла Ғәбитовтың шиғыры менән асыла. 1923 йылдың аҙағында журнал сығыуҙан туҡтай.

1924 йылдың апреленән «Белем» журналы менән берләшә. Мөхәррире итеп Имай Насыри, редколлегия ағзалары Ш. Сүнчәләй, Ғ. Дәүләтшин, К. Иҙелғужа тәғәйенләнә. Журналдың төп рубрикалары: «Тел һәм әҙәбиәт», «Тәнҡит һәм библиография», «Донъя һәм рус әҙәбиәтенән тәржемәләр». Авторҙары: И. Насыри, Д. Юлтый, Ғ. Фәхретдинов, М. Ғафури, Б. Ишемғол, Х. Ғәбитов, Ғ. Дәүләтшин, Ғ. Хәйри, Т. Йәнәби һ.б. була[1].

1927 йылдан яңынан үҙ аллы булып китә һәм «Сәсән» исеме мәнән нәшер ителә башлай. 1930 йылдан «Яңылыҡ» журналы менән берләшкәндән һуң — «Үктәбер», 1949 йылдан — Әҙәби Башҡортостан, 1961 йылдан — хәҙерге исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нәшер ителмәй. 1990‑сы йылдар уртаһына тиклем республикала башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле, милли мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйнаған берҙән‑бер әҙәби журнал була.

1990‑сы йылдарҙан «Ағиҙел» башҡорт халҡының әхлаҡи, рухи һәм милли үҙаңын үҫешен нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Уҡыусыға онотолған исемдәрҙе ҡайтара. Журналда тәүге тапҡыр М. А. Буранғолов, Ә.Ә.Вәлидов, Ғ.Ғ.Тағановтың әҫәрҙәре һәм хеҙмәттәре баҫыла. Журнал биттәрендә башҡорт һәм донъя шиғриәте һәм прозаһы, драматургияһы һәм публицистикаһының яңы әҫәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың социаль-сәйәси, иҡтисади, тарихи, этнография темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре баҫыла. 1980—1990 йылдарҙа «Оран» тарихи‑этнографик, ижтимағи‑сәйәси ҡушымтаһы, «Бәпембә» («Аҡбуҙат»), «Шоңҡар» журнал эсендәге журналдар нәшер итә. Тиражы — 1,7 мең дананан ашыу (2015)[2].

Ҡалмыҡстандың халыҡ шағиры Эльдышев Эрдни Антонович:

  «Ағиҙел» журналы — Рәсәйҙә иң өлкән һәм абруйлы милли баҫмаларҙың береһе. Уның редакцияһы туғандаш халыҡтар әҙәбиәттәренең үҙ-ара бәйләнешен һәм бер-береһен тулыландырыуҙы нығытыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Журнал биттәре бөгөнгө заман һулышы, кешегә һөйөү һәм ышаныс, берҙәм мәҙәни майҙан булдырыуға ынтылыш менән һуғарылған[3].  

Рубрикалар

үҙгәртергә

«Ағиҙел» журналында мәҡәләләр түбәндәге рубрикалар менән донъя күрә:

  • Шиғриәт
  • Сәсмә әҫәрҙәр
  • Публицистика
  • «Ағиҙел» ҡунағы
  • Шишмәләр
  • Әҙәби тәнҡит
  • Сәнғәт
  • Беҙҙең календарь
  • Беҙҙең юбилярҙар
  • Донъя әҙәбиәте үрнәктәре
  • Әҙәби мираҫ
  • Сатира, юмор
  • Тамсылар
  • Ижад оҫтаханаһы
  • Сәхнә әҫәрҙәре
  • Фәһем
  • "Ағиҙел"гә хаттар килә
  • Әҙәбиәт һәм сәнғәт
  • Яҙмыштан һыҙмыш юҡ
  • Дуҫлыҡ күперҙәре
  • Ҡәләмдәштәр төҫө

Авторҙар

үҙгәртергә

М.Ғафуриҙың «Шағирҙың алтын приискыһында», А. М. Таһировтың «Һалдаттар» һәм «Ҡыҙылгвардеецтар», Ғ.Ә.Дәүләтшиндың «Коммуна», Һ.Л.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ», А.Карнайҙың «Далалағы уттар», И.Насыриҙың «Сибай», М.Кәримдең «Ҡара һыуҙар», З. А. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», С.Агиштың «Нигеҙ», Ғ.Ибраһимовтың «Кинйә», Я. Х. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын», Р. Й.Ғариповтың «Табыныу» һ.б әҫәрҙәре иң тәүҙә «Ағиҙел» журналында нәшер ителә. Шулай уҡ урыҫ классиктары: М.Горький, М. Ю. Лермонтов, А. С. Пушкин, А. А. Фадеев, А. П. Чехов әҫәрҙәренең тәржемәләре баҫыла.

Баш мөхәррирҙәр

үҙгәртергә
  1. Имай Насыри (1925, 1926 йылдарҙа)
  2. Дауыт Юлтый (1930-31, 1933 йылдарҙа)
  3. Булат Ишемғол (1932, 1934, 1935-36 йылдарҙа)
  4. Төхвәт Йәнәби (1932, 1936-37 йылдарҙа)
  5. Ғабдулла Амантай (1934-35 йылдарҙа)
  6. Хәниф Кәрим (1937 йылдан)
  7. Низам Ҡәрипов (1941 йылда)
  8. Ғәли Зөлҡәрнәев (1946 йылдан)
  9. Сәғит Агиш (1949 йылдан)
  10. Назар Нәжми (1952 йылда)
  11. Әкрәм Вәли (1952 йылдан)
  12. Хәким Ғиләжев (1955 йылдан)
  13. Әсхәт Мирзаһитов (1968 йылдан)
  14. Рәйес Низамов (1973 йылдан)
  15. Әмир Гәрәев (1978 йылдан)
  16. Булат Рафиҡов (1988 йылдан)
  17. Сафуан Алибай (1998 йылдан)
  18. Әмир Әминев (2002 йылдан)
  19. Рәлиф Кинйәбаев (2016 йылдан)
  20. Мөнир Ҡунафин (2020 йылдан)

Редколлегия / Мөхәрририәт

үҙгәртергә
1941

Низам Ҡәрипов (яуаплы редактор), Баязит Бикбаев (Баязит Бикбай), Сәғит Мифтахов, Ғәйнан Әмиров, Әмир Чанышев, Хәниф Кәримов

1946, 1947, 1948

Ғәли Зөлҡәрнәй (яуаплы редактор), Сәғит Агиш, Әхнәф Кирәй (Кирәй Мәргән), Сәйфи Ҡудаш (1946 йылдың икенсе һанынан), Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Әбүбәкер Усман

1949, 1950, 1951, 1952 (беренсе өс һанда)

Сәғит Агиш (яуаплы редактор), Әхнәф Кирәй (Кирәй Мәргән), Сәләх Кулибай, Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири

1952 (дүртенсе һандан), 1953, 1954, 1955 (ноябрь һанына тиклем)

Әкрәм Вәли (редактор), Назар Нәжми, Сәғит Агиш , Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири

1955 (декабрь һанында)

Хәким Ғиләжев (редактор), Назар Нәжми, Сәғит Агиш , Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири

1956, 1957, 1958

Хәким Ғиләжев (редактор), Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли , Хәниф Кәрим, Рәшит Ниғмәти, Әхнәф Харис, Ғәйнан Әмири

1959 (август һанына тиклем)

Хәким Ғиләжев (редактор), Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли , Миҙхәт Ғәйнуллин, Хәниф Кәрим, Кирәй Мәргән, Әхнәф Харис, Мөхөтдин Тажи

1959 (сентябрь һанынан)

Хәким Ғиләжев (редактор), Баязит Бикбай, Әкрәм Вәли , Миҙхәт Ғәйнуллин, Хәниф Кәрим, Кирәй Мәргән, Әхнәф Харис, Ғәли Ибраһимов

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендәге тупланмаһы