Таҙтүбә (Дыуан районы)

{{Таҙтүбә (БМ)|Таҙтүбә}}

Ауыл
Тастуба
башҡ. Таҙтүбә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Вознесенка ауыл Советы

Координаталар

55°45′44″ с. ш. 57°53′06″ в. д.HGЯO

Халҡы

1148[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452540

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 806 002

ОКТМО коды

80 623 406 106

ГКГН номеры

0521592

Тастуба (Рәсәй)
Тастуба
Тастуба
Таҙтүбә (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Тастуба

Таҙтүбә (рус. Тастуба) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Вознесенка ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1148 кеше[2]. Почта индексы — 452540, ОКАТО коды — 80223806002.

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 115 км

Таҙтүбә ауылы Мәләкәҫ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 40 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 115 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Таҙтүбә ауылына Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1787 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән Пермь наместниклығы дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған.

Әй йылғаһының һул ҡушылдығы Кәртйә һәм Суханка (Ҡорйылға?) йылғаһы буйындағы Таҙтүбә ауылы урыҫ дәүләт крәҫтиәндәре иң иртә урынлашҡан ауылдарҙың береһе.

Һарт улусы башҡорттары:

«Ҡошсо һәм Дыуан аҫаба башҡорт ерҙәре менән сиктәш ятҡан ерҙәребеҙ алпауыт та, ҡаҙна ере лә түгел, һәм ул эшкәртелмәй буш ятмаһын өсөн, 1787 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса Пермь губернаһының төрлө өйәҙҙәре крәҫтиәндәрен 35 йылға йыл һайын 20 һум һалым түләү шарты менән, индерҙек, Таҙтүбә ауылына нигеҙ һалынды. Һәм бында, яйлап арта барып, килешеү буйынса ниеҙләргә тәҡдим ителгән 50 йорт урынына хәҙер 200 йорт төҙөлдө» [4][5]

.

Ыҙанлау буйынса Таҙтүбә халҡына барлығы 13611 дисәтинә уңайлы һәм 450 дисәтинә уңайһыҙ ер бүленә. Ыҙан контораһы «ошо ерҙе ситләтелгән ер рәтенә» индерә, быға башҡорттар протест иғлан итә, әммә иғтибарһыҙ ҡалдырыла. Эш шунда: крәҫтиәндәр 1817 йылға ҡуртым түләүен туҡтата һәм 35 йыллыҡ керҙәшлек ваҡыты тамамланыуға яҡыная. Яҡтарҙың судлашып тартышыуы дауам итә. Өҫтәүенә, күскенсе пермяктарҙың башҡа төркөмдәре Дыуан һәм Ҡошсо улустары башҡорттары менән килешеүҙәр төҙөй. Дыуандарҙан ер алған крәҫтиәндәр һаны 1816 йылда 125 кешегә, 1834 йылда 167 йәнгә етә, икенселәрендә — 1816 йылда 546 һәм 1834 йылда 656 ир-ат йәне. Сөнки 1802 йылдың авгусында Дыуан улусы башҡорттары Таҙтүбә ауылының дәүләт крәҫтиәндәренә 8 мең дисәтинәгә тиклем участкаһы һатһа ла, аҫабаларҙың бер өлөшөнөң ризаһыҙлығы арҡаһында купчий ҡағыҙы эшләнмәй ҡалған була. 1787 йылғы килешеү буйынса күсеп килгән Таҙтүбәнең бүлендеге Иҫке Мусихино (хәҙерге — Вознесенка) дәүләт крәҫтиәндәренең бер өлөшө, айырым дачаларҙа йәшәгәндәрен индермәйсә, (1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса — 125, 1834 йылғы рәүиз буйынса — 167 йән ир-ат) аҡсалата түләү шарты менән 50 йылға 1795 йылдың 5 декабрендә һәм 1803 йылдың 23 апрелендә тағы килешеү төҙөгән. [6]

.

1795 йылда Таҙтүбә ауылындағы 146 йортта 684, 357 ир-ат һәм 327 ҡатын-ҡыҙ дәүләт крәҫтиәне, 1834 йылда — 823 кеше йәшәгән. Цыгановский ҡасабаһы менән Мусихинский бүлендек ауылы 1870 йылда, Харинский бүлендек ауылы 1877 йылда барлыҡҡа килә (беренсеһендә 1109 йорт, Цыгановский ҡасабаһында 17 ихата). 11 йорттан торған Аптыш лог ауылы Таҙтүбәнең бер өлөшөн тәшкил иткән. Луканинский бүлендек ауылы (14 йорт) Бәләкәй Кошсо улусынан ҡуртымға алынған ерҙә барлыҡҡа килгән. Таҙтүбә ситендәге Зайцев бүлендек ауылы 1898 йылда 26 йорттан торған. Ауыл усадьбаһы 235 дисәтинәгә яҡын ерҙе биләгән[7].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1816 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Һарт улусы Өфө өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Дыуан-Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   РСФСР
1926 Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Вознесенка ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Вознесенка ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Вознесенка ауыл Советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы
== Мәтәле ауылының

Таҙтүбә ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

үҙгәртергә

Таҙтүбә ауылында 1816 йылда 671, 1834 йылда — 823 кеше. 1859 йылда 1028 йән иҫәпләнә. 1865 йылда 428 йортта 2066, 1870 йылда 428 йортта 2066 кеше, 1895 йылда 383 йортта — 2232 кеше йәшәгән.

Игенселек, умартасылыҡ, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, күн, шәм, 2 һабын етештереү, 3 май һығыу заведениеһы, 6 һыу тирмәне, 17 сауҙа кибете, почта станцияһы булған. Йәрминкә үткәрелгән[8].

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Таҙтүбә ауылы Мусихинский ҡасабаһы (хәҙер — Вознесенка ауылы) менән бергә иҫәпкә алынған, унда 1823 һәм 1896 йылдарҙа төҙөлгән 2 сиркәү, 3 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 класлы министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, һелтеле матдә етештереүсе поташ завод, канат һәм һабын ҡайнатыу заведениеһы, 9 һыу тирмәне, мануфактура, бакалея һәм галантерея кибеттәре, запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған. Йәрминкәләр үткәрелгән. Кәсепселек киң таралған[9].

Үҫешкән игенселек, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше булған. Баҫыуҙарҙы тиреҫ менән ашлағандар, бер дисәтинәгә 300 йөк тирҫ сығарғандар. 100 һуҡҡыс, 20 америка һуҡҡыстары һәм елгәргестәр булған. XIX быуат аҙағында 6 һыу тирмәне булған.

Май аҙағына тиклем баҫыуҫа мал йөрөгән, артабан сентябргә тиклем мал ауыл янында, иген урылғандан һуң, ҡамылда утлаған. Үҙҙәре әҙерләгән бесән етрлек булһын өсөн, ҡуртымға сабынлыҡтар алғандар[10][11].

1905 йылда 617 йортта — 4639, 1920 йылда 494 ике йортта — 2785 кеше. Ауылдың үҙ сиратында күп кенә бүлендек ауылдары булған. Ул ауылдарҙың шулай уҡ бүлендек ауылдары булған.

Әлеге ваҡытта Таҙтүбә ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[12].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Таҙтүбә ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2785
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1692
1959 йыл 15 ғинуар 1636
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1234
2002 йыл 9 октябрь 1259
2010 йыл 14 октябрь 1148 551 597 48,0 52,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Үрге Колхоз урамы (рус.  Верхняя Колхозная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус.  Набережная (улица))
  • Совет урам (рус.  Советская (улица))
  • Ившин майҙаны (рус.  Ившина (площадь))
  • Түбәнге Колхоз урамы (рус.  Нижняя Колхозная (улица))
  • Ҡояшлы урам (рус.  Солнечная (улица))
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица))
  • Яңы урамы (рус.  Новая (улица))
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица))[14]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Кәртйә, Ҡорйылға (Суханка)

Шишмәләр: Шишмәгүл

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәәле:

 
Таҙтүбә тауы

Оло Таҙтүбә тауы түбәнге пермь риф ултырмаларынан барлыҡҡа килгән. 1985 йылда тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән[15].

Ҡарашар (Черношарские) һаҙлығы, бында ерек, тал ағастары үҫә. «Шар» топонимдарҙа һаҙ мәғәнәһендә осрай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

С. Ю. Серебренникова, М. В. Водолеева. Русское село Тастуба. Прошлое и настоящее. С.-П., 2015]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Таҙтүбә (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 501. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. ЦГИА РБ. Ф. 113. Оп. 1. Д. 413. См. это дело и по Месягутовской, Сикиязовской, Метелинской, Михайловской школам. РГАДА. Ф. 1355. Оп. 1. Д. 940. Башкирский край. Вып. 4; Материалы по истории Дуван­ского района. Уфа, 1994. С. 128. См. этот сборник и по другим школам
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 501. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 501. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 501. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 501. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 501. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  11. РГАДА. Ф. 1324. Оп. 1. Д. 284. Л. 2. ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 106. Ф. 1. Оп. 1.Д. 1906. Л. 1. Ф. 419. Оп. 1. Д. 12. Л. 5. РГАДА. Ф. 1355. Оп. 1. Д. 940. Л. 177; Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Автор-составитель и научный редактор А. 3. Асфандияров. Уфа, 2001. С. 64. Давлетбаев Б. С. Большая Ока. С. 51
  12. Таҙтүбә (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  13. Башҡорт энциклопедияһы — Ившин Аркадий Игнатьевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2018)
  14. Карта д. Тастуба. Улица
  15. Памятники природы Дуванского района