Ярышев Фәйзрахман Абдрахман улы
Ярышев Фәйзрахман Абдрахман улы (28 июль 1941 йыл — 7 февраль 2005 йыл) — режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
Фәйзрахман Абдрахман улы Ярышев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
БАССР, Мәләүез районы, Апас ауыл |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
башҡорт сәнғәте эшмәкәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәйзрахман Абдрахман улы Ярышев 1941 йылдың 28 июлендә БАССР-ҙың Мәләүез районы Апас ауылында тыуған.
1967 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә.
Башҡорт дәүләт филармонияһында солист-вокалист булып эшләй.
1968—1971 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып эшләй.
Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтында музыка театры режиссураһы буйынса белгеслеккә уҡый.
1976—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында режиссёр булып эшләй.
1997—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе вазифаһын етәкләй.
1983—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры булып эшләй.
1987—2005 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
2005 йылдың 7 февралендә Өфөлә вафат була.
Ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәйзрахман Ярышев яҡшы вокаль һәләте һәм үҙенә талапсанлығы арҡаһында студент йылдарында уҡ танылыу яулай — сәнғәт училищеһын тамамлағас та Башҡорт дәүләт филармонияһына солист-вокалист итеп саҡырыла. Сағыу ижади үҙенсәлеге һәм бай педагогик тәжрибәһе уға музыка сәнғәтен үҫтереүгә һәм йәш вокаль кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индереү мөмкинлеге бирә. Ул опера спектаклдәрен һәм байрамдарын, республика күләмендәге бик күп байрам сараларын, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үткәрелгән Башҡортостан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә концерттар ҡуя.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).