Башҡортостан автономияһы

Башҡурдистан, Башҡортостан автономияһы — Башҡорт Хөкүмәте 1917 йылдың 15 ноябрендә иғлан иткән һәм III Бөтә башҡорттар ҡоролтайы раҫланған милли-территориаль автономия[5][6][7].

Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан
Флаг
Флаг

Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы
Башҡортостан автономияһының дәүләт флагы

 
 
15 ноябрь 1917[1][2] — 20 март 1919[3][4]
Баш ҡала

Ырымбур
Темәс

Майҙаны

78 439 км²

Халҡы

1 219 852

Идара итеү формаһы

Автономия

 Башҡортостан автономияһы Викимилектә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Ойоштороусы ҡоролтайҙың ҡарарҙары һәм резолюциялары
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Башҡорт Хөкүмәте фармандары

Рәсәйҙәге 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли хәрәкәтенең башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процессы башлана. 1917 йылдың июль — авгусында Ырымбур һәм Өфө ҡалаларында I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары уҙа, унда делегаттар федератив Рәсәй составында милли-территориаль формала демократик республика төҙөргә ҡарар итә. I һәм II ҡоролтайҙар менән һайланған Башҡорт Хөкүмәте Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа эшләй һәм 1918 йылдың ғинуарында үтәсәк Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына әҙерләнә. Октябрь революцияһы автономия үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.

Башҡорт Мәркәз Шураһы 1917 йылдың 11 ноябрендә донъя күргән 1-се һанлы фарманында башҡорттарға үҙ милли идараһы кәрәклеген раҫланы[8]. Ә инде 15 ноябрҙә Башҡорт мәркәз шураһы 2-се һанлы фарман менән Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Был тарихи документҡа шура рәйесе Шәриф Манатов, уның урынбаҫары Әхмәтзәки Вәлидов һәм сәркәтибе Шәйехзада Бабич, һәм алты шураның бүлек мөдирҙәре үҙҙәренең ҡултамғаларын ҡуя.[9]. Фарманда былай итеп яҙылған: «Башҡорт мәркәз шураһы Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналарының башҡорт территорияһын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә». Ғәскәрҙәр, банктар, тимер юлдары, почта, телеграф, һалым йыйыу Башҡортостандың дәүләт учреждениеларына күсә, ә губерналар һәм өйәҙҙәргә административ бүленеү кантондарға бүленеү менән алыштырыла.

Был фармандар 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа уҙған III Бөтә башҡорт ойоштороусы ҡоролтайында раҫлана. Ойоштороусы ҡоролтай Башҡортостан автономияһы менән идара итеү сараларын билдәләй. Кесе Ҡоролтай (предпарламент) булдырыла, унда һәр 100 мең төбәк халҡынан берәр вәкил һайлана[10].

Башҡортостан автономияһын тәүгеләрҙән булып Ойоштороу йыйылышына ағзалар комитеты (КОМУЧ) таныған. 1918 йылдың сентябрендә КОМУЧ һәм Башҡорт Хөкүмәте менән килешеү төҙөлә, унда комитет милли-территориаль автономияһын таный[11].

Ырымбур казак даирәһе атаманы А. И. Дутов 1917—1918 йылдарҙа шулай уҡ автономияны яҡлаған[12]. Ул Башҡорт Хөкүмәте рәйесе Шәриф Манатовҡа былай тип хәбәр иткән:

«Мы, казачие, так же будем управлять сами собой; конечно, вы имеете полное право на такое управление[12]».

1918 йылдың сентябрендә Өфөлә уҙған Дәүләт кәңәшмәһендә Башҡорт Хөкүмәте ағзалары ла (Ю. Ю. Бикбов, А. К. Әҙеһәмов һәм башҡалар) ҡатнаша. Кәңәшмәлә «Бөтә Рәсәй юғары идаралығы барлыҡҡа килеүе тураһында акт» (Өфө директорияһы) ҡабул ителә, уға автономия исеменән Искәндәр Солтановта ҡул ҡуя[13].

1918 йылдың 18 ноябрендә А. В. Колчак хәрби түңкәрелеш яһай һәм үҙен Рәсәйҙең юғары етәксеһе һәм юғары баш командующийы итеп иғлан итә. Адмирал Колчак башҡорттарҙың автономияһын танымай. Бөтә төбәк хөкүмәттәренә үҙ-үҙен бөтөрөргә тәҡдим ителә. Бындай шарттарҙа Башҡортостан автономияһы етәкселәренә 1919 йылда Советтар менән һөйләшеүҙәр башларға тура килә. Оҙаҡ барған һөйләшеүҙәрҙән һуң 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт армияһы Советтар яғына сыға[14].

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеүгә» ҡул ҡуйыла. Был документҡа ҡул ҡуйып, Совет хөкүмәте 1917 йылдан алып йәшәгән милли-территориаль автономияны таный[11].

Республиканың дәүләт органдары

үҙгәртергә

Башҡортостан автономияһының иң юғары органы булып парламент — Кесе-Ҡоролтай булып торған. Парламент депутаттары итеп 22 йәштән кесе булмаған, төрлө енестәге, шулай уҡ милли һәм дини айырмалыҡһыҙ һәр кеше һайлана алған. Депутаттарҙың хоҡуҡ ваҡыты — 3 йыл. Республиканың предпарламенты Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында 22 ағза итеп һайланылған[15]. Предпарламенттың республиканың министрларын һәм хөкүмәт ағзаларын тәғәйенләү хоҡуғы булған. Кесе Ҡоролтайҙың беренсе рәйесе итеп Юныс Юлбарыҫ улы Бикбов һайлана.

Башҡорт Хөкүмәте — Башҡортостан Хөкүмәте 1917—1919 йылдарҙа автономияның башҡарма хакимиәте булып торған.

1917 йылдың ноябрендә түбәндәге бүлектәрҙән торған:

  1. Хәрби — Илдархан Мутин;
  2. Финанс — Фәтих Дәүләтшин;
  3. Иҡтисад — Йыһангәрәй Әмиров;
  4. Халыҡ мәғарифы — Муса Смаҡов;
  5. Статистика — Ғәлиәхмәт Хәсәнов;
  6. Ер эштәре — Ғәлиәхмәт Айытбаев;
  7. Рухи эштәре — Сәғит Мерәҫов.

1918 йылдың июлендә йәмғиәт тәртибен һаҡлау өсөн башҡорт милицияһы ойошторола, уның менән Әхмәт Бейешев етәкселек итә.

Ҡоролтайҙарҙағы ҡабул ителгән ҡарарҙар буйынса, автономия территорияһында мир һәм дөйөм суд органдары төҙөлә, улар уртаҡ дәүләт ҡанундары буйынса эш итә[16].

12-се һанлы ҡарарҙа диндең дәүләттән айырылыуын һәм бөтә диндәрҙең тиң хоҡуҡлы булыуы иғлан ителә. Бойондороҡһоҙ Башҡортостан мосолмандары диниә назаратына үҙ теләге буйынса рухи һәм башҡа рухи-мәҙәни һәм мәғәриф-ағартыу учреждениялары (мәктәп, мәҙрәсә, китапхана һәм башҡалар) асыуға хоҡуҡ бирелә[17].

Башҡорт Хөкүмәте рәйестәре

үҙгәртергә

Кесе Ҡоролтай

үҙгәртергә

Предпарламент ағзалары булып йәшерен тауыш биреп түбәндәгеләр һайланған: Юныс Бикбов (рәйес), полковник Шаһихәйҙәр Аҡсулпанов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Сәйетгәрәй Мағазов, Ғабдрахман Фәхретдинов, Нуриәғзәм Таһиров, Ғәйнулла Ғирфанов, Әхмәтзәки Вәлидов, Хәжиәхмәт Рәмиев, Муса Смаҡов, Ғәлиәхмәт Айытбаев, Хабибулла Ғәбитов, Ризаитдин Фәхретдинов, Шәриф Манатов, Сәғит Мерәҫов, Харис Йомағолов, Йыһангәрәй Әмиров, Ғүмәр Ҡыуатов, Илдархан Мутин, Искәндәрбәк Солтанов, Усман Тоҡомбәтов, Ғабдулла Иҙелбаев[18][19].

Дәүләт символдары

үҙгәртергә
 
Башҡурдистандың дәүләт флагы

Башҡурдистан дәүләт флагы өс горизонталь үҙ-ара тигеҙ һыҙаттан торған: күк төҫ башҡорттарҙың төрки халыҡтарға ҡарауын, йәшел — ислам төҫө, аҡ төҫө — тыныслыҡҡа, бәхеткә һәм именлеккә ынтылышты аңлатҡан[20]. Флаг 1918 йылдың 20 авгусында Башҡорт Мәркәз Шураһының 4547-се һанлы фарманына ярашлы рәсми ҡабул ителгән[21].

Башҡорт ғәскәрҙәре частарының үҙенең айырым байраҡтары һәм формалары булған[22].

Территорияһы һәм халҡы

үҙгәртергә
 
Әхмәтзәки Вәлиди проекты буйынса Башҡортостан автономияһының сиктәре

Ойоштороусы ҡоролтай Башҡортостандың милли-территорриаль автономияһын иғлан итеүҙе раҫлағандан һуң, республиканың сиктәре тураһында мәсьәлә күтәрелә. Башҡортостан автономияһы сиктәренең ике проект тәҡдим ителә һәм улар икеһе лә III Бөтә башҡорттар ҡоролтайы менән раҫлана:

  • «Бәләкәй Башҡортостан» исемле 1-се проекты буйынса автономия составына Өфө, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналарының ҡайһы бер башҡорт ерҙәре инә;
  • «Оло Башҡортостан» исемле 2-се проект буйынса республика составына Өфө губернаһы бөтөнләй һәм Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналарының өлөштәре инә[23].

Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостан автономияһының картаһын төҙөгән[24], ул 1922 йылғы «Оло Башҡортостан» территорияһынанда ҙур була, сөнки унан башҡа Минзәлә һәм Златоуст өйәҙҙәрен, Верхнеурал өйәҙенең өлөшен, һәм тағы ла Троицк, Силәбе һәм Шадринск өйәҙҙәренең башҡорт улустарын үҙенә[25]. Граждандар һуғышы ваҡиғалары арҡаһында ҡоролтайҙың был проекты тормошҡа аша алмаған, шуға ла Башҡортостан автономияһы ҡыҙылдар ҡулында булған Өфө менән аҡтар ҡулында булған Ырымбур араһында урынлашҡан территорияны үҙ эсенә алған «Бәләкәй Башҡортостан» проектын тормошҡа ашыра башлай.

 
«Бәләкәй Башҡортостан» кантондары

Башҡортостан автономияһы тәүге осорҙа үҙенең составына түбәндәге территорияларҙы индергән: Пермь губернаһының Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ өлөшөн, Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөн, Шадринск өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөн; Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш, Орск өйәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөн, Ырымбур өйәҙенең төньяҡ өлөшөн, Троицк өйәҙенең һәм Верхнеурал өйәҙенең көнбайыш өлөштәрен; Өфө губернаһының Өфө өйәҙенең, Бөрө өйәҙенең һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең көнсығыш өлөшөн, Һамар губернаһының Боғорослан өйәҙенең көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә алған.

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[26][27]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[28].

Баһалау буйынса автономияның территорияһы 78 439 км² тирәһе тәшкил иткән, халҡы — 1 219 852 кеше булған.

Башҡортостандың урындағы хакимиәт органдары (1918 йылдың сентябренә ҡарата)[29][30]
Кантон Административ үҙәк Кантон идаралығы рәйесе Кантон составындағы улустар Халыҡ һаны, кеше
Арғаяш кантоны Арғаяш ауылы Нуриәғзәм Таһиров Һыҙғы, Мәүлит, Мөхәмәтҡолой, Мәтәл, Сырҙы, Һолтай, Әмин, Башҡорт-Тәңес, Ҡоншаҡ, Түләк, Бүре, Байбур-Асҡар, Бәгәрәктамаҡ, Ҡунаҡбай, Һары, Ҡараболаҡ, Макрушин 82 186
Бөрйән-Түңгәүер кантоны Таналык (Баймаҡ) ауылы Мөхәмәтйән Булатов 1-се Бөрйән, 2-се Бөрйән, 3-се Бөрйән, Бөрйән-Таналыҡ, 4-се Бөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Байназар, 1-се Түңгәүер, 2-се Түңгәүер 64 847
Дыуан кантоны Арҡауыл ауылы Шакир Төхвәтуллин Нәсибаш, Ҡалмаҡкүл, 1-се Әйле, 2-се Әйле, Мырҙалар, Үрге Ҡыпсаҡ, Дыуан-Мәсетле, Яңы Бай, Яңы Балаҡатай, Түбәнге Ҡыйғы, Яхъя, Ибрай 84 115
Ете ырыу кантоны Иманғол ауылы Фәттәх Сәлтәшев Иманғол, Аллабирҙе, Бөрйән, Мораптал, Таймаҫ 33 943
Көҙәй кантоны Таутөмән ауылы Мәхмүт Ҡотоев Урман-Көҙәй, Илек, Бәләкәй Көҙәй, Иглин 59 668
Ҡошсо кантоны Оло Аҡа ауылы Мөхәмәтхай Ғөзәйеров Билән, Шәкүр, Теләш, Оло Аҡа, Яңы Златоуст, Сажин, Әжеғол, Маншыр, Юва, Оло Ҡошсо 66 748
Ҡыпсаҡ кантоны Мораҡ (Ҡыҙыл мәсет) ауылы Миһран Сыртланов Бөрйән-Ҡыпсаҡ, 1-се Ҡара Ҡыпсаҡ, 2-се Ҡара Ҡыпсаҡ, Йомағужа, Бошман-Һыуын-Ҡара Ҡыпсаҡ 65 328
Табын кантоны Еҙем-Ҡаран (Архангел) ауылы Шаһибәк Үзбәков Бишаул-Унғар, Биштәкә, Кәлсер-Табын, Кесе Табын, Бишҡайын, Дыуан-Табын, Яңы Андреевка, Өршәк-Мең, Гәрәй-Ҡыпсаҡ 17 941
Тамьян-Ҡатай кантоны Верхнеурал ҡалаһы Талха Рәсүлев Тамьян-Түңгәүер, Күбәләк-Теләү, Типтәр-Учалы, Ахун, Ҡатай, Усман-Әйле, Байһаҡал, Таңғатар, Мулдаҡай 92 685
Туҡ-Соран кантоны Иҫке Ғүмәр ауылы Абдрахман Ильясов Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Йомран-Табын, Туҡ 23 436
Үҫәргән кантоны Ейәнсура ауылы Мөхәмәтғалим Ҡыуатов Сәлих, 1-се Үҫәргән, 2-се Үҫәргән, 3-се Үҫәргән, 4-се Үҫәргән, 5-се Үҫәргән, 6-се Үҫәргән, Үҫәргән-Хәйбулла 132 743
Юрматы кантоны Ергән ауылы Әүхәҙи Ишмырҙин Ҡарамыш, Петровка, Макаровка, Илсек-Тимер, Аҙнай, Бошман-Ҡыпсаҡ, Мәләүез, Ҡурағош, Сытырман, Ҡалҡаш, Петровка, Татьяновка, Рязановка 152 695
Ялан кантоны Тәңрекүл ауылы Ғәлимйән Тағанов Иҫке, Ҡатай, Һарт-Ҡалмаҡ, Һарт-Әбдрәшит, Карасевка 33 092

Баш ҡалаһы

үҙгәртергә

Башҡортостан автономияһының тәүге баш ҡалаһы Ырымбур булған[11]. Башҡорт Хөкүмәте һәм Кесе Ҡоролтайҙың резиденцияһы Каруанһарайҙа урынлашҡан[31]. Август башынан республиканың дәүләт учреждениелары яңынан Ырымбурға ҡайта. Колчак түңкәрелешенән һуң һәм аҡтар менән мөнәсәбәттәре боҙолоу сәбәпле Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшен Темәс ауылында дауам итергә мәжбүр була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Учредительного Курултая Башкурдистана
  2. Касимов С. Ф. Ахметзаки Валидов и образование автономии башкирского народа
  3. Переговоры Башкирского правительства с представителями Советской республики завершились подписанием 20 марта 1919 года Соглашения Российского рабоче-крестьянского правительства с Башкирским правительством о советской автономии Башкирии. В результате республика Башкурдистан была преобразована в Советскую Автономную Социалистическую Республику — Башкирскую АССР

    Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 417. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.

  4. В период с 3 (4) февраля 1918 года по 3 (4) апреля 1918 года члены Башкирского Правительства находились под арестом в Оренбурге.
  5. Еникеев З. И. Правовой статус Башкортостана в составе России. Уфа: «Гилем», 2002. — 374 с. — с. 228.
  6. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 49, 53. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  7. Постановление Учредительного курултая
  8. Фарман № 1 Центрального Башкирского Шуро
  9. Зулькарнаева Е. З., Кульшарипова Н. М. Фарман. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 603. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  10. Сулейманова Л. Основы федерализма в период становления автономии Башкортостана // Ватандаш. — 2006. — № 3. — ISSN 1683-3554.
  11. 11,0 11,1 11,2 Зиннатуллин З. Караван-Сарай и 90-летие провозглашения Республики Башкортостан // Ватандаш. — 2008. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  12. 12,0 12,1 А. В. Ганин. Оренбургское казачество и Церковь в годы Гражданской войны 1917—1922 гг. // «Белая Гвардия», 2008 № 10, с. 149.
  13. Акт об образовании всероссийской верховной власти
  14. Акдавлетов С. В преддверии 100-летия первой республики // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  15. Члены Кесе-Курултая
  16. Еникеев З. И. Когда и как возникла Башкирская республика? // Ватандаш. — 2009. — № 3. — ISSN 1683-3554.
  17. Юнусова А. Б. К истории Духовного управления мусульман Республики Башкортостан // Мир Ислама. — 1999. — № 1/2. — С. 149—162.
  18. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
  19. Постановление III Всебашкирского учредительного курултая от 20 декабря 1917 года
  20. День Государственного флага Республики Башкортостан
  21. Национальный флаг
  22. Башкирский корпус на Востоке России 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  23. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1. / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 20. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  24. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Т. 1. — С. 51. — 304 с. — ISBN 5-8258-0203-7.
  25. Таймасов Р. С., Хамидуллин С. И. Большая Башкирия // Ватандаш. — 2009. — № 5. — С. 70. — ISSN 1683-3554.
  26. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  27. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  28. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
  29. У истоков Башкирской республики, 2017, с. 215—216
  30. Список сведений о кантональных управах от 14 сентября 1918 года.
  31. Кутушев Р. Р., Валеева М. Г. Караван-сарай. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 324. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с.
  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917 — 1920). — Уфа, 2009.
  • Башкирское национальное движение 1917 — 1920 гг. и А. Валиди: Зарубежные исследования // Сост. и вступительная статья И. В. Кучумова. — Уфа: Гилем, 1997. — 250 с.
  • Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с.
  • Идельгужин К. А. Башкирские движения (в 1917, 1918, 1919 гг.). — Уфа, 1926.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 364 с.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.
  • Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.

Һылтанмалар

үҙгәртергә