Козлова Планета Павловна
Козлова Планета Павловна (28 июль 1945 йыл) — ғалим-педагог. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)[1]. Юғары мәктәп уҡытыусыһы.
Козлова Планета Павловна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 июль 1945 (79 йәш) |
Тыуған урыны | Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Ғилми исеме | педагогия фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәПланета Павловна Козлова 1945 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Ғәҙелша ауылында тыуа[1]. 1970 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының 9‑сы урта мәктәбендә һәм 2‑се тәрбиә-хеҙмәт колонияһында уҡыта. 1974 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, 1987—2009 йылдарҙа һәм 2012—13 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы дөйөм академия кафедраһы мөдире[2].
1998 йылда педагогия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Природосообразность как основополагающий принцип в истории школы и педагогики» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәП.П.Козлованың фәнни тикшеренеүҙәре мәғариф тарихы һәм философияһына, балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа тәбиғәткә ярашлылыҡ принцибына, хәҙерге йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү проблемаларына, мәғариф өлкәһендә идара итеү консультацияһының заманса аспекттарына арналған[4]. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002)
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Генезис теории природосообразности развития человека в истории психолого-педагогической культуры. Уфа; Стерлитамак, 1995;
- Преемственность в теориях природосообразного и экологического воспитания. Стерлитамак, 2004 (авторҙ.).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 89659 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Козлова Планета Павловна
- ↑ Библиотека диссертаций
- ↑ Козлова Планета Павловна 2020 йыл 12 август архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- 89659 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.