Аҙнағол (Туймазы районы)

Аҙнағол (рус. Аднагулово) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 258 кеше булған[2]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452773, ОКАТО коды — 80251865002.

Ауыл
Аднагулово
башҡ. Аҙнағол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл биләмәһе

[[Татар-Олҡан ауыл Советы|Татар-Олҡан]]

Координаталар

54°35′15″ с. ш. 53°53′32″ в. д.HGЯO

Халҡы

258[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452773

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 251 865 002

Код ОКТМО

80 651 465 106

Номер в ГКГН

0522622

Аднагулово (Рәсәй)
Аднагулово
Аднагулово
Аҙнағол (Туймазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аднагулово

Ауыл 1626 йылдың 21 февралендә һәм 1676 йылдың 7 октябрендә типтәрҙәргә бирелгән батша грамотаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Яһаҡлы татарҙарҙың ер биләүенең нигеҙен 1753 йылдың 4 октябрендә Ҡыр-йыландар биргән договор хаты тәшкил итә.

1873 йылда халыҡ үҙенең үтенесендә былай тип яҙа: «250 йыл элек ата-бабабыҙ Аҙнағол башҡорт ерендә төпләнеп, шул беренсе төпләнеүсе исемен йөрөткән Аҙнағол ауылына нигеҙ һалған. Шул боронғо йылдарҙан алып уның вариҫтары 250 йылдан ашыу, һис шикһеҙ, йорт-ҡура һәм Аҙнағол ауылы эргәһендәге ерҙәрҙе лә бер ниндәй бәхәсһеҙ файҙаланған»[3].

Бында халыҡтың һәм батша грамотаһының 1623 һәм 1626 йылдарҙа нигеҙ һалыныу ваҡыты тураһында әйтелгән раҫлауҙары тап килеүен күҙәтәбеҙ. Айырмаһы ни бары 3 йыл ғына. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу халыҡтың милләтен хаталы рәүештә күрһәткән. Аҙнағол — типтәрҙәр һәм татарҙар тораҡ пункты. «1815 йылда батша манифесы буйынса ситтән килгән һәм Аҙнағол ауылыныҡы һаналған башҡорт-керҙәштәр» халыҡтың бик аҙ өлөшөн тәшкил иткән. Уларҙың исемдәре 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса: Мөхәмәтшәрип Ермәков (улдары Ғәбиҙулла, Абдулла), Исмәғил Әбйәлилов (улдары Хөсәйен, Хәсән), Йосоп Мөхәмәтйәров (улы Юныс), Әбделғафәр Сәйфуллин (улы Хәбибулла), Миңлебай Батыршин (улы Муса).

Крәҫтиәндәрҙең ҡатлауҙарға бүленеүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һаҡланған. 1915 йылда Аҙнағол ауылында, 302 ихатаның 5,6 проценты сәсеүлекһеҙ, 32,4 % -ы 4-тән алып 10-ға тиклем дисәтинә сәсеүлеге булған ярлылар, 12,3%-ы 10-дан ашыу дисәтинә сәсеүлеге булған хәлле крәҫтиәндәр һәм кулактар. 1540 дисәтинә сәсеүлектең 40,9 проценты 12,3 процент тәшкил иткән юғары төркөм хужалыҡтарыныҡы булған, йәғни һәр хужалыҡҡа уртаса 17 дисәтинә. Ә 49,7 процент тәшкил иткән аҙ тәьмин ителгән хужалыҡтар сәсеүлектең ни бары 20,5 процентына эйә булған, йәғни ихатаға 2,1 дисәтинә генә тура килә. 302 хужалыҡтың 8,3 проценты һәр төрҙәге малдан бөтөнләй мәхрүм, һыйырһыҙҙар — 17,5 %, атһыҙҙар — 28,4 % тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта юғары төркөмдәге йорт хужалығының 7,3 процентында һыйырҙарҙың 25 проценты һәм 4,8 процентында аттарҙың 19 проценты була[4].

Ауыл кешеләренең һөйләүҙәре буйынса, Аҙнағол халҡы Собханғол исемле яңы ауылға нигеҙ һалған. Уның элекке кешеһе, хәҙер Өфөлә йәшәүсе Хәбибулла Муллайәлил улы Муллайәлилов, 1909 йылғы отставкалағы подполковник, атаһы төҙөгән тыуған ауылы тарихы тураһындағы яҙмалар нигеҙендә, уның алыҫ ата-бабаһы Собханғол Мансуров беренсе күскенсе булған, тип раҫлай. Беҙ уның менән бергә 1795 йылғы V ревизия материалдары буйынса эште асабыҙ, унда 56 йәше тулған Собханғол Мансуровтың, йәғни 1739 йылда тыуғанын күрәбеҙ. Ошо уҡ ауылда Мәсәғотов фамилиялы икенсе Собханғол да йәшәгән, ул 1758 йылғы. Уларҙың береһен шул исемдәге ауылға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләү мөмкин түгел, сөнки был ауыл XVII быуатта билдәле булған. 1748 йылдың 14 декабрендәге һәм 1780 йылдың 1 февралендәге килешеүҙәр буйынса, бында ҡыр-йыландар яңы типтәрҙәр төркөмөн ҡабул итә. Тимәк, XVII быуатта йәшәгән өсөнсө Собханғол (йәғни йәше буйынса беренсе) булған[5].

Аҙнағол эргә-тирәлә әһәмиәтле тораҡ пункты булған, бында Өфө менән Ҡазанды тоташтырыусы боронғо Ҡаҙан тракты үткән. Тракт Япрыҡ ауылы яғынан килеп, Аҙнағол ауылы яғына йүнәлә. Һуңыраҡ уға Ырымбурҙан килгән юл ҡушыла: Раевка -Бәләбәй-Туймазы-Бөгөлмә, ә 1912 йылда ауыл эргәһендә Мелекесс (хәҙерге Димитровград) — Шишмә (хәҙерге Ульяновск һәм Өфө ҡалаларын тоташтырыусы) тимер юлы асыла. Бында йыл һайын көҙгө йәрминкәләр, һәр йома йома баҙары үткәрелә. 1923 йылда административ-территориал реформа сиктәрендә Үрге Бишенде, Төмәнәк, Түбәнге Зәйет улустары Аҙнағол улусына ҡушыла, үҙәге станция янындағы Туймазы ҡасабаһында була, ә инде 1930 йылда, Аҙнағол, Үрге Троицк һәм Соҡаҙытамаҡ улустарын берләштереп, Туймазы районы ойошторола, уның беренсе рәйесе Аҙнағолдан Хәсән Хәбибуллин (1903 йылда тыуған)[6]

Бында ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, төрткө ауырыуына ҡаршы вакцина эшләүсе Харисов Шайморат Харис улы, БАССР сәнәғәт министры урынбаҫары Харисов Ноғоман Харис улы һәм башҡа билдәле шәхестәр тыуған[7]

К. А. Сарычев әйтеүенсә, революцияға тиклемге осорҙа Аҙнағолда өс мәсет һәм мәҙрәсә булған[6] Рәсәй Федерацияһы Музей фондының дәүләт каталогына урынлаштырылған А. И. Ириковтың «Хөкүмәт ҡушыуы буйынса командировкалар» фотоһүрәттәре альбомында Аҙнағолдоң тарихи мәсеттәренең береһенең 1930-сы йылдарҙа эшләнгән фотоһүрәте урынлаштырылған[8]

1922 йылда Аҙнағолда өс йыллыҡ хеҙмәт мәктәбе һәм китапхана асыла, 1926 йылда мәктәп Аҙнағолдан Туймазыға күсерелә, унан 1927—1928 уҡыу йылында уҡ крәҫтиән йәштәре мәктәбе (ШКМ) ойошторола.[6] Сәмиғуллин Имам Фәрхетдин улы, киләсәктә РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1922—1929 йылдарҙа Аҙнағол мәктәбендә уҡыта. Буласаҡ техник фәндәр докторы, профессор Чуров Е. П. Аҙнағолда үҙенең бала сағын үткәрә (1929 йылдан алып үҙенең инәйе Н. M. Галеевала йәшәй һәм тәрбиәләнә)[9]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 258 130 128 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (65 %), татарҙар (31 %))[10].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[11]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 16 км/

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[12]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Юл урамы (рус. улица Дорожная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Баҡса (урамы) (рус. улица Садовая)

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 262. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 262. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 262. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 6,2 Bibliotuimazi. БиблиоТуймазы. Краеведение: Из истории родного края. БиблиоТуймазы. Краеведение (10 февр. 2012 г.). Дата обращения: 13 ноябрь 2021.
  7. Контра из Аднагулово (Ирек Фатхелисламов) / Проза.ру. proza.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2021.
  8. Государственный каталог Музейного фонда Российской Федерации. goskatalog.ru. Дата обращения: 14 ноябрь 2021. 2019 йыл 22 июнь архивланған.
  9. {{Cite web|url=http://bibliotuimazi.blogspot.com/2012/02/500.html%7Ctitle=БиблиоТуймазы. Краеведение: 500 известнейших дат
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  12. «Налог Белешмәһе» системаһында Аҙнағол (Туймазы районы) ауылы

Һылтанмалар

үҙгәртергә