Солтановтар — дворяндар нәҫеле. Ҡаҙан даруғаһының (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы) Бүләр улусы Мәстей ауылы башҡортарынан.

Солтановтар


Нәҫел китабы теркәлгән губерна:

Ырымбур губернаһы

Башлап ебәреүсе:

Ғәбделйәлил Солтанов

Нәҫел йәшәгән осор:

1750 йылдан

Барлыҡҡа килгән урыны:

Ҡаҙан даруғаһының Бүләр волосы Мәстәй ауылы


Подданлығы:

XVIII аҙағы— XIX быуат башында Солтановтар нәҫеле Ырымбур губернаһы дворяндар нәҫел китабына индерелгән.

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Башҡорт нәҫеле Солтановтарҙың нәҫеленә нигеҙ һалыусыһы булып Ғәбделйәлил Солтанов (1750—?) тора. 1771—1773 йылдарҙа Польша походында ҡатнашҡан. Йорт старшинаһы булған, 1791 йылда поручик званиеһы бирелгән. 1798 йылдан алып Ғәбделйәлил Солтанов XI Башҡорт кантоны башлығы булып китә. Уның шәжәрәһе ошо рәүешле: Тоҡсаба — Шахвәли — Тәүәкәл — Тәңребирҙе — Юлбирҙе — Аҡъюл — Ҡотлыш — Куҙәй — Тотар — Супан — Мәмәт — Солтан — Ғәбделйәлил.

Ғәбделйәлил Солтановтың улдары араһынан иң билдәлеләре:

  • Баязит Солтанов (1774—1823) — майор (1817). Йорт старшинаһы була. Башлыҡ ярҙамсыһы, ә һуңынан XI Башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә. 1804 йылдан поручик, ә 1817 йылдан — капитан званиеһында була. Баязит Солтанов милегендә 5 тирмән, Ырымбур губернаһының Минзәлә өйәҙендә 3 поташ заводы була. Владимир таҫмаһында алтын миҙал менән бүләкләнгән. Ике ҡатыны булған — «башҡорт ҡыҙы Хәмиҙә Биктемирова» һәм «обер-офицер ҡыҙы Фәрхәйыһан Ардаширова»;
  • Ғәбделнасыр Солтанов (1779—?) — йорт старшинаһы;
  • Ғәбдрәхим Солтанов (1781—?) — йорт старшинаһы;
  • Ғәбделвәхит Солтанов (1782—?) — йорт старшинаһы ярҙамсыһы;
  • Ғәбделхалик Солтанов (1783 Йыл—?) — поход сотнигы;
  • Мөхәммәтрәхим Солтанов (1784—1841) — ғәскәри старшина (1839). 1809 йылда зауряд-сотник званиеһында хеҙмәт итә, ә 1812 йылда — 14-се класс чиновнигы. 1811 йылда башлыҡ ярҙамсыһы, 1824 йылдан алып XI Башҡорт кантоны башлығы була. 1829 йылда — сотник, 1835 йылда — яҫауыл. Мөхәммәтрәхим Солтанов 150 дисәтинә ер биләмәләренә, Бәләбәй өйәҙендә 4 поташ заводына, Мәстәй ауылында 12 алпауыт крәҫтиәнгә, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙендә 2 тирмәнгә хужа була. XII башҡорт кантоны башлығы Күрмәнкәй Нағайбаҡов ҡыҙы Хәбибъямал Күрмәнкәеваға өйләнгән була. 1827 йылда «Тырыш хеҙмәте өсөн» Анна таҫмаһында алтын миҙал менән бүләкләнә, 1831 йылда — гәүһәр йөҙөк, ә 1837 йылда IV дәрәжәле Изге Станислав ордены менән наградлана;
  • Ғабделсаттар Солтанов (1793—1852) — поход яҫауылы;
  • Ғабделғафар Солтанов (1794—?) — поход сотнигы.

Баязит Солтановтың иң билдәле улдары:

  • Шәһиәхмәт Солтанов (1808—1852) — зауряд-хорунжий. 1846 йылдан алып XI Башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Шәһиәхмәт Солтанов Ырымбур губернаһы Минзәлә ҡйәҙендәге Үръяҙытамаҡ йылғаһында тирмәнгә хужа була. Штаб-офицер ҡыҙы Сәғдәнә Ғәбдрәшитоваға өйләнгән була ;
  • Мөхәммәтша Солтанов (1810—1874) — сотник. Мөхәмәтша Солтанов 1847 йылда XI Башҡорт кантоны, ә 1861 йылда — XVIII Башҡорт кантоны башлығы итеп тәғәйенләнә ;
  • Шәһиморат Солтанов (1816—?) — яҫауыл. 1847 йылдан йорт управляющийы, 1852 йылдан XII Башҡорт кантоны башлығы ярҙамсыһы, ә 1856 йылдың ХХ Башҡорт кантоны башлығы була. Шәһиморат Солтанов Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙендә тирмәнгә эйә була. «1853-1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән наградлана. Бибилатифа Мөхәммәтгәрәеваға өйләнгән була.

Ғабдулнасыр Солтановты улы — Шәнгәрәй Солтанов Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1836 йылда 9-се башҡорт полк составында Бессарабия сигендә була.

Ғәбдрәхим Солтановтың улдары араһынан иң билдәлеһе Мөхәммәтсадыҡ Солтанов. Башҡорт ғәскәрендә майор званиеһында хеҙмәт итә. 1861 йылда Мөхәммәтсадыҡ Солтанов XXIII Башҡорт кантоны башлығы итеп билдәләнә, ә һуңыраҡ Шадрин өйәҙенең 6-сы участкаһы йәмәғәт судьяһы була. 1877 йылда дворяндар нәҫел китабына индерелә.

Мөхәммәтрәхим Солтановтың улдары:

  • Шәйхилислам Солтанов (1817—?), сотник. 1842—1847 йылдарҙа XI Башҡорт кантоны управляющийы һәм башлығы була. 1847 йылда сотник званиеһында ауырыуы сәбәпле хеҙмәттән сығарыла. Мөфтий Ғ. Сөләймәновтың ҡыҙы — Сәүийыһан Әбделсәләмоваға ҡйләнгән була, ҡыҙҙары — ҡыҙҙары Бибинәфисә һәм Бибихөснизан, улдары: Шәйхизаман һәм Шәйхилислам. Шәйхилислам Солтановтың 650 дисәтинә ер биләмәһе, Мәстәй ауылында 12 алпауыт крәҫтиән һәм Өфө өйәҙендә 60 һатып алынған крәҫтиәне була. 1838 йылда Бородино ауылы янындағы маневр ваҡытында батшанан бүләккә алтын сәғәт алыуға лайыҡ була[1];
  • Шаһимәрҙән Солтанов — хорунжий. Башҡорт XI кантонда хеҙмәт үтә. Ағаһы Шәйхилислам менән влади 1000 десятина ер биләмәләренә һәм Бәләбәй өйәҙендә поташ заводына хужа булалар. Ахун ҡыҙы Ғайниямал Шәмсетдиноваға өйләнгән була.

Мөхәмәтшәриф Солтановтың улдарынан иң билдәлеләре:

Мөхәммәтйәр Солтановтың улдары араһынан иң билдәлеләре:

  • Арыҫланғәли Солтанов (1862—1908) — штабс-ротмистр. Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлай, ә 1894 йылда — Санкт-Петербургта 2-се Константинов хәрби училищеһын тамамлай. Арыҫланғәли Солтанов Өфө ҡалаһы думаһының гласныйы, Өфө округ суды присяжный ултырышсыһы була. 1905 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе дворянлығының ҡорбашы итеп һайлана. Ҡатыны М. Т. Солтанова менән хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, Өфө бағымсылар комитеты ойоштороусыһы була. Почетлы мир судьяһы званиеһын ала;
  • Искәндәрбәк Солтанов (1872—1920) — Башҡорт милли хəрəкəте ағзаһы, Башҡурдистан предпарламенты — Кесе Ҡоролтайҙың ағзаһы.

Солтановтарҙың дворян нәҫеленә (шәжәрә ағасы Ғәбделйәлил — Мөхәммәтрәхим — Шәйхилислам — Мөхәммәтмансур) шулай уҡ Мансур (Мөхәммәтмансур) Солтанов (1875—1919) та — башҡорттар араһынан беренсе профессиональ музыкант, хәйриә фонды рәйесе инә. Мәскәү консерваторияһын тамамлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 377—381. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә