Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы

Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы (25 апрель 1934 йыл) — педагог-методист һәм тел белгесе, мәғариф һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976–1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты ректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), СССР‑ҙың мәғариф (1976) һәм юғары мәктәбе отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1967) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Рәшит Вәлиәхмәт улы
Әлмөхәмәтов
Тыуған көнө

25 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (89 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы, Бикбау ауылы

Вафат көнө

4 октябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (88 йәш)

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагогика

Эшләгән урыны

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты

Альма-матер

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

профессор

Ғилми исеме

Педагогия фәндәре кандидаты (1967)

Ниндәй өлкәлә танылған

СДПИ ректоры

Награда һәм премиялары
«Почёт Билдәһе» ордены
Н. К. Крупская миҙалы
Н. К. Крупская миҙалы
К. Д. Ушинский миҙалы
К. Д. Ушинский миҙалы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994)

Биографияһы үҙгәртергә

Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов 1934 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған.

1948—1952 йылдарҙа Мораҡ педагогия училищеһында белем ала.

1952—1954 йылдарҙа Маҡар районының Көҙән 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы.

1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1959 йылдан Йомағужа районы Йомағужа урта мәктәбе директоры.

1961—1976 йылдарҙа РСФСР-ҙың Педагогия Фәндәре академияһы Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалы менән етәкселек итә.

1976—1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының ректоры була.

1989—1996 йылдарҙа — Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты ректоры, шул уҡ ваҡытта рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.

1997 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Р. В. Әлмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре рус телен рус булмаған мәктәптәрҙә һәм башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу методикаһына арналған. 180-дән ашыу фәнни, уҡытыу-методик, шул иҫәптән дәреслектәр авторы.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994);
  • БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980);
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1976);
  • РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы (1967);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994);
  • Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре;
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981);
  • К. Д. Ушинский миҙалы;
  • Н. К. Крупская миҙалы;
  • В. А. Сухомлинский миҙалы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Ф. Санъяров. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы. — «Йәшлек» гәзите, 2014 йыл, 2 май;
  • Д. Мәжитов. Кесе Һүрәмдән башланған оло юл. — «Башҡортостан», 2014 йыл, 25 апрель.