Флейта
Фле́йта — ағас тынлы төркөмөнөң тынлы музыка инструменттарын берләштергән исем. Иң боронғо музыка инструменттарының береһе. Башҡа тынлы инструменттар менән сағыштырғанда, флейтаның тауышы һауаны ҡыр аша үтеп сыға. Флейтала уйнаусы музыкант флейтасы тип атала.
Тарихы
үҙгәртергәҺыҙғыртҡыс иң боронғо флейтаның бер төрө. Артабан һыҙғыртҡыстарҙы көпшә формаһында бармаҡтар менән баҫырға тишектәр менән эшләй башлайҙар. Бындай флейтала ябай ғына көйҙәрҙе уйнарға мөмкин була. Археологик табыштар флейтаны Б.Э.Т 35-40 мең йыл элек эшләгәндәр тип билдәләй, шулай итеп флейта иң боронғо музыкаль инструмент булып иҫәпләнә[1].
Арғыры флейта Мысырҙа биш мең йыл элек билдәле булған һәм Яҡын Көнсығышта бөгөнгө көнгә тиклем төп музыка ҡоралы булып ҡала. Европаға флейта XV—XVII быуаттарҙа тарала.
Флейталар төрө
үҙгәртергәБлокфлейта
үҙгәртергәБлокфлейта (нем. Blockflöte — блоклы флейта) — буй флейтаның төрө. Тынлы ағас музыка инструменты һыҙғыртҡыслылар ғаиләһенән. Баш яғынан блок ҡуйыла. Туғандаш инструменттар: һыбыҙғы, вистл. Блокфлейтаның тыш яғынан — ете бармаҡ ярығы, эс яҡтан бер ярыҡ — октава клапаны бар.
Арҡыры флейта
үҙгәртергәАрҡыры фле́йта (флейта; итал. flauto лат. flatus — «ел, иҫеү»; франц. flûte, ингл. flute, нем. Flöte) — сопрано регистрындағы ағас тынлы музыка инструменты. Тауыш юғарылығы ирен менән гармоник тауыштар сығарыу аша үҙгәрә, шулай уҡ клапандар ярҙамында тишектәр асыла. Заманса флейталар ғәҙәттә металлдан (никель, көмөш, алтын, ағалтын), һирәгерәк — ағастан, ҡайһы саҡта — быяла, пластика һ.б. материалдан яһала.
Флейта-пикколо
үҙгәртергәФле́йта-пи́кколо (йыш ҡына пикколо йәки кесе флейта тип атала; итал. flauto piccolo или ottavino, франц. petite flûte, нем. kleine Flöte) — ағас тынлы музыка инструменты, арҡыры флейтаның төрө, тынлылар араһында иң юғары тауыш хас. Ғәҙәти флейтанан ҡыҫҡараҡ, бер октаваға юғарыраҡ яңғырай.
Сиринга
үҙгәртергәСири́нга (греч. σῦριγξ) — боронғо грек музыка инструменты, буй флейта төркөмөнән. Был термин тәү тапҡыр Гомерҙың «Илиада»һында осрай (X,13). Бер көпшәле (σῦριγξ μονοκάλαμος) һәм күп көпшәле сиринга (σῦριγξ πολυκάλαμος) билдәләйҙәр; һуңғыһы Пан флейтаһы тип атала.
Панфлейта, «Пан флейтаһы»
үҙгәртергәПан фле́йтаһы (панфле́йта) — күп көпшәле флейта, ағас тынлы музыка инструменттары төрөнән, бер нисә буш торбанан тора.
Ди
үҙгәртергәДи (笛, 笛子, иҫке ҡытай теленән хэнчуй, хэнди — арҡыры флейта) — боронғо ҡытай тынлы инструменты, 6 уйнау ярығы бар. Йыш көпшәһе бамбук йәки ҡамыштан яһала, шулай уҡ таштан (нефриттан) яһалғаны ла осрай.
Ирланд флейтаһы
үҙгәртергәИрланд флейтаһы (ингл. Irish flute) — арҡыры флейта, ирланд (шотланд, бретон һ.б.) халыҡ музыкаһын уйнағанда ҡулланыла — төп 6 ярығы ҡапланмаған, башҡарыусы үҙ бармаҡтары менән ҡаплай.
Кена
үҙгәртергәКе́на (кечуа qina, исп. quena) — буй флейта, Латин Америкаһының Анд төбәгендә таралған. Ғәҙәттә ҡамыштан яһала. Өҫкө яҡтан — алты, аҫтан бармаҡтар өсөн бер ярыҡ эшләнә.
Һыбыҙғы
үҙгәртергәҺыбыҙғы — урыҫ тынлы инструменты, буй флейта төрө. Ике көпшәле булыуы мөмкин.
Пыжатка
үҙгәртергәПыжатка — урыҫ халыҡ музыка инструменты, ағас флейта, Курс өлкәһе өсөн ғәҙәти[2].
Вистл
үҙгәртергәВистл (англ. tin whistle, һүҙмә-һүҙ «ҡалай һыҙғыртҡыс») —буй флейта, тыш яғынан алты тишек, Ирландия, Шотландия, Англия халыҡ музыкаһында киң ҡулланыла.
Тарихы
үҙгәртергәФлейтаның беренсе төрө булып һыҙғыртҡыс тора. Ваҡыт үтеү менән унда бармаҡ өсөн ярыҡтар эшләй башлайҙар. Ябай һыҙғыртҡыс һыҙғыртҡыслы флейтаға әйләнә бара, төрлө музыка әҫәрҙәрен башҡарыу мөмкилеге тыуа. Беренсе археологик табылмалар б.э.т. 35 — 40 мең йыл элек булған, тип баһалана, шуҡа күрә иң боронғо музыка инструменттарынан һанала.
Буй флейта Египетта биш мең йыл элек билдәле булған, хәҙерге заманда ла Яҡын Көнсығышта төп тынлы инструмент. Европала XV—XVII бб. киң билдәле булған.
5-6 бармаҡлыҡ ярыҡлы арҡыры флейта Ҡытайҙа 3 мең йыл элек, Һиндостан менән Японияла — ике мең йылдан ашыу була.
XVII быуат аҙағына француз оҫталары тарафынан камиллаштырыла. XVIII быуат аҙағына арҡыры флейта буй флейтаны алмаштыра, симфоник оркестрҙарҙа һәм инструменталь ансамблдәрҙә төпләнә.
Хәҙерге заманда оркестрҙарҙа — ябай ҙур флейтала, һирәгерәк — альт флейтаһында, унан да һирәгерәк бас флейтаһында уйнайҙар.
Билдәле флейтасылар
үҙгәртергә- Жак Оттетер — француз композиторы.
- Теобальд Бём — немец инструменталь мастеры, композитор, заманса арҡыры флейтаны эшләүсе.
- Поль Таффанель — француз дирижёры.
- Филипп Гобер — французский композиторы, дирижёр.
- Марсель Моиз — француз уҡытыусыһы.
- Жан Пьер Рампаль — француз уҡытыусыһы.
Хәҙерге замандың билдәле флейтасылары
үҙгәртергә- Андерсон, Йен — Jethro Tull инглиз төркөмө.
- Олег Сакмаров — Аквариум төркөмө.
- Сергей Заславский — Мельница төркөмө.
- Мария «Джетра» Леонова — «Тролль Гнёт Ель» төркөмө
- Хельга Патаки — «Быдлос Бенд» төркөмө.
- Ян Николенко — Би-2, Эдипов комплекс, Сети, Сплин төркөмдәре.
- Ян Кларк — композитор.
- Ander — «Silent Accord», «Arvest» төркөмө.
- Александр Зонжич (инг.) — канада флейтасыһы.
- Питер Гэбриэл — Genesis инглиз төркөмө.
- Тийс ван Леер — Focus төркөмө.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рядом с древнейшей скульптурой найдены музыкальные инструменты, Элементы.ру (26 июнь 2009).
- ↑ Бычков В. Н. Музыкальные инструменты. — М.: АСТ-ПРЕСС, 2000. — ISBN 5-7805-0537-3.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Artaud, P.-Y., Geay, G. Present day Flutes: treatise of contemporary techniques of transverse flutes for the use of composers and performers Text. / P.-Y.Artaud, G.Geay. Paris: Editions Joberts and Musicales Transatlantiques, 1980.- 131 p.
- Bartolozzi, B. New Sounds for Woodwinds Text. / Bruno Bartolozzi / translated and edited by Reginald Smith Brinle. London: Oxford University Press, 1967.
- Dick, R. Circular Breathing for the Flutist. Text. / R. Dick. New York: Multiple Breath Music Company, 1987.
- Dick, R. The other flute. A Performance Manual Contemporary Techniques Text. / R. Dick. New York: Multiple Breath Music Company, 1989. — 144 p.
- Mitropoulos-Bott, C., Levine, C. The Techniques of Flute Playing/ Die Spieltechnik der Flote Text. / Levine, Carin, and Christina Mitropoulos-Bott. Kassel: Barenreiter, 2002.
- Мутузкин И. А. Экспериментальная флейта в музыке ХХ века. Дисс. <…> канд. иск. НГК (а) им. М. И. Глинки. Нижний Новгород, 2009. 176 с.
- Новые приёмы игры на флейте. Составитель, автор методической части доцент О. И. Танцов. Издат. МГК им. П. И. Чайковского. — М., 2011. 80 стр. ISBN 978-5-89598-239-6