Ишбирҙин Айрат Рим улы

Ботаник. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Фәдерацияһының почетлы мәғариф һәм фән хеҙмәткәре. Башҡортостанда яңы йүнәлеш

Ишбирҙин Айрат Рим улы (25 апрель 1958 йыл) — ғалим-ботаник. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостанда яңы йүнәлеш — һирәк осрай торған һәм юғалып барған үҫемлектәрҙең популяцион биологияһына нигеҙ һалыусы[1]. «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте ағзаһы.

Ишбирҙин Айрат Рим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Ялсы, Иртөбәк ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ботаник
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге
Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Миркин Борис Михайлович

Биографияһы

үҙгәртергә

Айрат Рим улы Ишбирҙин 1958 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Ялсы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[2]. Бала саҡтан бик ҡыҙыҡһыныусан, тәбиғәткә иғтибарлы булды, атаһы менән бергәләп сәғәттәр буйына урман-ялан ҡыҙырыр, балыҡҡа йөрөр, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтер ине, тип иҫләйҙәр уның хаҡында. Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, яҡшы уҡый[2]. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә, 1981 йылда уны тамамлағандан һуң Күгәрсен районы һәм Учалы ҡала урта мәктәптәрендә уҡыта. 1984 йылда Айрат Ишбирҙин «Ботаника» йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт университетының аспиранты булып китә. Ғилми етәксеһе, билдәле фитоценолог, Өфө геоботаника мәктәбенә нигеҙ һалған, танылған ғалим Борис Миркин уға фән өлкәһенә юл аса. Ошо йылдарҙа Айрат Ишбирҙин Башҡортостандың барлыҡ райондарында, Пермь крайында, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә була, үҫемлектәр донъяһы тураһында уникаль мәғлүмәт туплай[2].

Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, Айрат Ишбирҙин БДУ-ла уҡыта башлай (1986 йылдан).

Рәсәй киңлектәрен бер нисә тапҡыр иңләп сыға. 1989—1998 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәгендә эшләгән осорҙа ул Альп, Карпат, Кавказ тауҙарында,Ҡырым, Алтай, Байкал, Сахалин, Камчатка, Курил тарафтарында була, уларҙың үҫемлектәр донъяһын өйрәнә, Рәсәйҙә һәм сит илдә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, һөнәрҙәштәре менән тәжрибә уртаҡлаша, флористика һәм геоботаника өлкәһендә алдынғы белгестәрҙең береһе тигән дан яулай.

1998—2003 йылдарҙа ул БДУ-ның Сибай институтында эшләй. 2000 йылдан алып — ботаника кафедраһы мөдире. Ошо кафедраны булдырыуға бар көсөн һала, матди ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кафедра ойоштора, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. Урал аръяғы үҫемлектәренең һирәк һәм ресурс төрҙәренең популяцион биологияһын өйрәнеү йәһәтенән алға ҙур аҙым яһала, студенттар менән бер нисә экспедиция ойошторола, Рәсәй белгестәрен берләштергән етди ғилми конференциялар үткәрелә. 2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы «Рәсәйҙең популяцион тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү үҙәге» статусын ала[2].

2004 йылда ҡабаттан БДУ-ла эшләй башлай (2006 йылдан алып ботаника кафедраһы мөдире). 2001 йылда «Эколого-географические закономерности формирования синантропных флор и растительности селитебных территорий России» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән оҙаҡ йылдар ул Рәсәй ботаника йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә етәкселек итә. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙе классификациялауға, популяцион биология, фитоценология, флористикаға, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлауға арналған. Уның ҡатнашлығында БР ҙың һәм РФ өлкәләренең сегеталь, рудераль, бейек тау һәм башҡалар тибындағы үҫемлектәренең флористик классификацияһы төҙөлә; М. М. Ишморатова менән берлектә БР ҙа яңы йүнәлеш — һирәк үҫемлектәрҙең популяцион экологияһы эшләнә. И. Рәсәй һәм сиктәш илдәрҙең синантроп үҫемлектәренең классификацияһын һәм экологик географик анализын үткәрә, синантроп флораларҙың макрогеографик анализының яңы ысулын тәҡдим итә.

Шулай уҡ республиканың «Башҡортостан энциклопедияһы»нда мөхәрририәт ағзаһы, төбәктең «Ҡыҙыл китабы»н төҙөүҙә лә ҡатнаша[2].

Ишбирҙин А. Р. — 250-нән ашыу ғилми хеҙмәттең, шул иҫәптән һигеҙ монографияның, ун уҡыу пособиеһының, бер авторлыҡ таныҡлығының авторы һәм авторҙашы. Бер ауыл хужалығы фәндәре докторын, 11 биология фәне кандидатын әҙерләгән[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре[1]

Синантроп берекмәләр ареалына макроэкологик анализ методы тураһында // Экология. — 1999. — № 6.

Үҫемлектәр менән ҡапланыш анализына ике «параллель» ҡараш тураһында // Дөйөм биология журналы. — 2000. — Т.61. — № 1. 119-127-се б.

Рәсәйҙең синантроп флораһының экологик-географик законлыҡтары. 1. Үҫемлектәрҙең төп синтаксондары хорологияһы // Ботаник журнал. — 2001. -Т.86. — № 3. 27-36-сы б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә