Автомобиль

минималь 3 тәгәрмәсле моторлы, рельсһыҙ юл транспорты

Автомоби́ль (бор. грек αὐτο — үҙе һәм лат. mobilis — хәрәкәт итеүсе), автомаши́на, автотранспорт сараһы, дөйөм алғанда автотехника — моторлы, рельсһыҙ, кәмендә дүрт тәгәрмәсле юл транспорты. Төрҙәргә бүленеше: еңел автомобиль, йөк автомобиле, автобус, троллейбус, бронетранспортёр. Ауыл хужалығы машиналары һәм мотоциклдар автомобиль булып иҫәпләнмәй. Ябай телмәрҙә автомобиль һүҙе урынына башлыса машина тип әйтәләр.

Автомобиль
Рәсем
Асыусы йәки уйлап табыусы Фердинанд Вербист[d]
Асыу датаһы 1884
Менән бәйләнештә юл һәм пешеход[d]
Предназначен для перевозки водитель моторного транспортного средства[d], пассажир[d] һәм груз[d]
Һыйым 8
Тасуирлау биттәре neal.fun/earth-reviews/c…
Һештег car
Энергия сығанағы Бензин, дизельное топливо[d], электр, зелёный водород[d], Ҡояш энергетикаһы, Биоэтанол[d] һәм сжиженный углеводородный газ[d]
Меньше чем грузовой автомобиль[d] һәм автобус[d]
Вики-проект Проект:Автомобиль[d]
Метод обслуживания техническое обслуживание автомобиля[d]
Өлөшләтә тура килә колёсное транспортное средство[d]
 Автомобиль Викимилектә
Benz Velo — Беренсе автомобилдәрҙәң береһе
Cadillac (1959 йылғы модель) — XX б. уртаһында автомобиль символы
Заман автомобиле Volkswagen Scirocco

Механик транспорт сараһы, ғәҙәттә юлдарҙа кеше йәки йөк ташыу йәки ошо транспорт сараларын юлдарҙа тартып барыу өсөн ҡулланыла. Был термин тролейбустарҙы, йәғни электр үткәргестәре менән тоташтырылған рельсһыҙ транспорт сараларын үҙ эсенә ала; әммә ауыл хужалығы машиналары был иҫәпкә инмәй, сөнки улар өсөн кеше һәм йөк ташыу ярҙамсы эшмәкәрлек кенә булып тора.

— Ст. 1, Юл хәрәкәте конвенцияһы (Вена, 8 ноябрь 1968 йыл)

Ғәҙәттә кеше һәм йөк ташыу йәки транспорт сараларын юлдарҙан буксирлау өсөн ҡулланылған төрлө механик үҙйөрөшлө транспорт саралары,; ул иҫәпкә ауыл хужалығы тракторҙары инмәй.

— Ст. 1, Халыҡ-ара йөк ташыу менән шөғөлләнгән транспорт саралары экипаждары эшенә ҡағылышлы Европа килешеүе, (ЕСТР) Женева, 1970 йылдың 1 июле

Ҡоро ер транспорт саралары — үҙ көсө менән йөрөгән; төрлө һыҙаттан хәрәкәт иткән кәмендә дүрт тәгәрмәсле (улар ергә тейеп торорға тейеш), идара ителеше һәм хәрәкәте лә кәмендә ике тәгәрмәс менән тәьмин ителергә тейешле транспорт сараһы

— Халыҡ-ара спорт кодексы ФИА, ст. 13

Төркөмләнеше

үҙгәртергә
 
BMW 315 еңел автомобиле
 
Йөк автомобиле — КрАЗ-256 (йөк ташыусы)
 
Lamborghini Gallardo — спорт автомобиле
 
Volkswagen Dune Buggy — багги
 
«Газель» автофургоны
  • Еңел автомобиль — Кеше (бер кешенән ете кешегә тиклем; йөрөтөүсе иҫәпләнмәй) һәм йөк ташыу өсөн. Дөйөм массаһы 3500 кг артыҡ булмаҫҡа тейеш. Еңел автомобилдәр ябыҡ кузов менән эшләнә(седан, лимузин, купе, хетчбэк, универсаль һәм фургон) һәм өҫтө алына торған кузов менән (кабриолет, родстер, ландо һәм фаэтон).
  • Йөк автомобиле — йөк ташыу өсөн автомобиль. Шулай уҡ йөк шассийы ҡуйылған махсус автомобилдәр сығаралар.
  • Бик ауыр йөк күтәрә алған автомобиль, күсәренә 12О кН-нан (12 тонна көс) артыҡ көс төшкән, ә киңлеге буйынса габариты 2,5 м артыҡ фура — автомобиль, автопоезд йә икенсе төрлө автотранспорт саралары.
  • Бөтә ерҙән дә үтә алыусы автомобиль — бер нисә күсәргә (йә төп күсәре бер, әммә дифференциалын блокировҡаға күсерергә мөмкин булған) идара итер приводлы еңел йә йөк автомобиле. Юлһыҙ урындарҙан йөрөргә ҡулайлаштырылған.
 
Автофургон «Газель»
  • Бөтә юлдан йөрөй алыусы машина — бөтә төр, шул иҫәптән ҡаты өҫлөгө булмаған (тупраҡлы һәм баҫыу) юлдарҙа хәрәкәт итеү өсөн яраҡлаштырылған автомобиль. Бөтә төр юлдан йөрөүсе машиналар, ҡағиҙә булараҡ, бөтә тәгәрмәстәргә лә приводы булыуы, юғары клиренс менән ҡылыҡһырланалар.
  • Багги — бөтә юлдан йөрөүсе еңел машина. Ғәҙәттә асыҡ каркаслы конструкцияға эйә булалар.
  • Пикап — асыҡ платформалы артҡы асылмалы бортлы еңел автомобиль йәки бөтә ерҙән дә үтә алыусы автомобиль нигеҙендә йөк-пассажирҙар модификацияһы. Йөк күтәреүсәнлеге 150кг-дан 4500 кг-ға тиклем.
  • Йөҙөүсе автомобиль (Машина-амфибия)
  • Осоусы автомобиль
 
Автомобиль-амфибия ЛуАЗ-967
  • Спорт автомобиле — юғары тиҙлекле сифаттарға эйә, двигателенең ҡеүәте юғары һәм кузовы түбән булған автомобиль.
  • Уҙышсы автомобиль — махсус рәүештә спорт ярыштары өсөн булдырылған автомобиль.
  • Рекордлы-уҙыш автомобиле — автомобилдәр өсөн рекорд ҡуйыу өсөн махсус булдырылған автомобиль (ғәҙәттә махсус трассала, көнәркәшеүсе автомобилдәрһеҙ, фәҡәт секундомер буйынса).
 
Янғын һүндереүсе автомобиль
  • Автобус — троллейбус булмаған, 8-ҙән күберәк пассажир йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән автомобиль.
  • Троллейбус — 8-ҙән күберәк пассажир йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән, тышҡы контактлы электр үткәргестән электр энергияһы алып хәрәкәт иткән автомобиль.
 
Автоцистерна
 
Контейнер йөрөтөүсе

Двигателенең төрө буйынса:

Махсус тәғәйенләнешле автомобилдәр (колёсные):

  • граждандар тәғәйенләнешендә
    • йөк тракторы
    • Тиҙ ярҙам автомобиле
    • катафалк
    • ҡар таҙартҡыс
    • автокран
    • автовышка
    • сүп йыйыу машинаһы
    • янғын машинаһы
    • полиция машинаһы
  • хәрби тәғәйенләнештә
    • бронялы машина
    • тәгәрмәсле бронетранспортёр
    • хәрби тәғәйенләнештәге автомобиль техникаһы

Махсуслаштырылған автомобилдәр (колёсные):

  • граждандар тәғәйенләнешендәге
    • авторефрижератор (һыуытҡыслы автомобиль) — һыуытҡыс ҡоролмалар менән йыһазланған машина
    • цистерналы автомобиль

Автомобиль конструкцияһы

үҙгәртергә

Етештерелгән автомобилдәр күп төрлө булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың ҡулайламаһында һәр ваҡыт өс төп өлөштө айырырға мөмкин: шасси (трансмиссиянан (двигателдең әйләнеүен машиналарға күсерер өсөн билдәләнгән механизмдар һәм деталдәр), йөрөткөс өлөштәрҙән һәм идара итеү механизмдарынан — руль менән идара итеү һәм тормозлау системаһы, тора), кузов (кешеләрҙе йәки йөктө урынлаштырыу өсөн хеҙмәт итә) һәм двигатель.

Автомобилдәр етештереү

үҙгәртергә
 
1000 кешегә ҡарата автомобилдәр тығыҙлығы

Автомобилдәр етештереүсе - автомобилдәр уйлап сығарыу, әҙерләү йәки йыйыу менән шөғөлләнеүсе автомобиль заводы, компания, фирма. XX быуат башында Oldsmobile автомобилдәр йыйыу процесында тәүге тапҡыр конвейер йыйыу ҡулланды, һәм бөтә донъяла күпләп автомобиль сығарыуға старт бирҙе, шуның менән автомобиль сәнәғәтендә революция яһаны.

2012 йылға эре етештереүсе компаниялар[1]:

  • General Motors (АҠШ+ Бөйөк Британия + Австралия + Германия) — 9,03 млн.
  • Volkswagen Group (Германия + Франция + Италия + Испания + Бөйөк Британия) — 8,16 млн.
  • Toyota (Япония) — 8 млн.
  • Hyundai Motor (Көньяҡ Корея) — 6,59 млн.
  • Ford (США) — 6,3 млн шт.
  • Renault-Nissan (Япония + Франция + Көньяҡ Корея + Румыния + Рәсәй) — 6,16 млн шт.

Тиҫтәләгән йылдар дауамында автомобиль етештереү буйынса донъяла алдынғы урынды Америка Ҡушма Штаттары биләй. 1980-се йылдарҙан яңы лидер булып Япония торҙо, 2009 йылдан алып — Ҡытай, ул шулай уҡ 2010 йылдан алып бөтә Евросоюз илдәренә ҡарағанда күберәк автомобилдәр етештерә, ә 2009 йылдан алып донъялағы иң ҙур автомобиль баҙары булып тора. СССР автомобилдәр эшләү буйынса донъяла 5-се (шул иҫәптән йөк машиналары буйынса 3-сө һәм автобустар буйынса 1-се) урынды биләгән, Рәсәй 15 иң эре автомобиль етештереүсе иҫәбенә инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Малкин В. С. Основы эксплуатации и ремонта автомобилей. — Ростов н/Д: Феникс, 2007. — 431 с. — ISBN 978-5-222-12045-3.
  • Власов В. М., Жанказиев С. В., Круглов С. М. Техническое обслуживание и ремонт автомобилей. — М: Академия, 2007. — 480 с. — ISBN 978-5-7695-4564-1.
  • Афанасьев Л. Л. Автомобильные перевозки. — М: Транспорт, 1965. — 351 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Автомобильный дизайн Ҡалып:Двигатели Ҡалып:Автомобильная промышленность