Третьяк Владислав Александрович
Третьяк Владислав Александрович (25 апрель 1952 йыл) — совет хоккейсыһы, ҡапҡасы, тренер, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы. 2006 йылдан — Рәсәйҙең хоккей федерацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең отставкалағы полковнигы.
1969 йылдан 1984 йылға тиклем ЦСКА һәм шайбалы хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы ҡапҡаларын һаҡлай. СССР чемпионаттарында — 482, донъя чемпионаттары һәм Олимпия уйындарында 117 уйын үткәрә. Канада кубогы турнирҙарында 11 матчта ҡатнаша.
«Берҙәм Рәсәй» партияһынан IV һәм V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була.
Бала сағы һәм үҫмер йылдары
үҙгәртергәВладисла́в Алекса́ндрович Третья́к 1952 йылдың 25 апрелендә Мәскәү өлкәһенең Орудьево ауылында тыуған. Спорт яратып үҫә. Өлкән ағаһынан күреп, «Динамо» бассейнында йөҙөү менән шөғөлләнеп ҡарай, һуңынан һыуға һикереү менән мауыға (биш метрлыҡ вышканан һикерә). Ата-әсәһе менән бергә ял һайын Горький исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркына һырғалаҡҡа йөрөй.
11 йәшендә Ленинград проспектындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ЦСКА шөғөлләнә башлай. Тренерҙар, кандидаттарҙы һайлағанда, артҡа шыуа белеүселәргә өҫтөнлөк бирә, ә Владислав артҡа яҡшы ғына шыуа белгән була. Шул арҡала Мәскәү клубына ҡабул итеүсе дүрт малай араһына инә. Башта Третьяк һөжүм итеүсе позицияһында уйнай, әммә хоккей формаһы барыһына ла етмәүе арҡаһында, ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерә. Был ваҡытта командала ҡапҡа һаҡсыһы булмай. Малай тренеры Виталий Георгиевич Ерфиловҡа килеп, әгәр ысын форма бирһәгеҙ, ҡапҡа һаҡсыһы булам, тип белдерә.
Шул уҡ ваҡытта атаһы улына, сәкән тотҡан хоккейсы һепертке тотҡан урам һепереүсеһенә оҡшаған, тип, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Владиславҡа 15-16 йәш тирәһендә, уйындары өсөн тәүге аҡсаларын алып ҡайта башлағас ҡына, ризалыҡ бирә[4].
1967 йылдың йәйендә йәш ҡапҡа һаҡсыһы менән ЦСКА тренеры Анатолий Тарасов ҡыҙыҡһына. Третьяк профессиональ уйынсылар менән шөғөлләнә башлай. «Мин Песчаная урамында ЦСКА пансионатында йәшәүем, легендар хоккейсыларҙың сисенеү бүлмәһендә кейем алыштырырға рөхсәт итеүҙәре менән ғорурлана инем», — тип яҙа Третьяк[5]. Июль уртаһында команда көньяҡҡа юллана һәм унан Владислав үҫмерҙәр командаһына ҡайта.
Үҙ командаһы составында Третьяк Мәскәү чемпионы була һәм иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы призын ала. Быға тиклем Владислав икенсе голкипер булған ССС-ҙың йәштәр йыйылма командаһы Европа чемпионатында икенсе урын ала. Сығышты уңышһыҙ, тип табалар. Уның ҡарауы, икенсе йылына СССР йыйылма командаһы Гармиш-Партенкирхенда уңыш ҡаҙана. «20»-се һан аҫтында уйнай[6].
1968/69 йылдар миҙгелендә ЦСКА-ла «Спартак»ка ҡаршы матчта тәүге тапҡыр уйнай.
Йыйылма командала беренсе уйыны— 1969 йылда «Известия» гәзите призына турнирҙа Финляндия менән матч.
1970 йылдар
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Тренерлығы
үҙгәртергәБыл мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБашҡортостан менән бәйләнештәре
үҙгәртергә- Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк менән осрашты[7].
- Рөстәм Хәмитов һәм Владислав Третьяк "Көйәрмән көнө"ндә булды. Байрам барышында республика етәксеһе Владислав Третьякты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Третьяк Владислав Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Vladislav Tretiak // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ https://www.eurohockey.com/player/13125-.html (ингл.)
- ↑ Великий и простой Владислав Третьяк 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Владислав Третьяк, Верность 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Владислав Третьяк 2014 йыл 29 август архивланған.
- ↑ Рустэм Хамитов встретился с президентом Федерации хоккея России Владиславом Третьяком. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 июль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)
- ↑ Рустэм Хамитов и Владислав Третьяк побывали на «Дне болельщика» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2016)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Владислав Третьяк / Сост. Снегирев В. Н. — М.: Физкультура и спорт, 1978. — (Герои олимпийских игр). — 100 000 экз.
- Третьяк В. А. Верность. — М.: Физкультура и спорт, 1986. — 176 с. — (Сердца, отданные спорту). — 100 000 экз.
- Третьяк В. А. И лед, и пламень. — М.: Советский воин, 1985. — 96 с. — (Библиотечка журнала «Советский воин»).
- Третьяк В. А. Когда льду жарко... — М.: Советская Россия, 1979. — 160 с. — 50 000 экз.
- Третьяк В. А. Мастерство вратаря. — М.: Мир, 2003. — 239 с. — 1000 экз. — ISBN 5-03-003525-7.
- Третьяк В. А. Советы юному вратарю: Книга для учащихся. — М.: Просвещение, 1987. — 94 с. — 100 000 экз.
- Третьяк В. А. Хоккейная эпопея. — М.: Институт Леонардо, 1993. — 208 с. — 2250 экз. — ISBN 5-86627-001-3.
- Хоккей: Малая энциклопедия спорта / Сост. Брусованский А. М., Лукашин Ю. С., Рыжков Д. Л. — М.: Физкультура и спорт, 1990. — С. 345. — 685 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-278-00153-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергәТретьяк Владислав Александрович Викимилектә | |
Третьяк Владислав Александрович Викияңылыҡтарҙа |
- Сайты, называющие себя официальными: http://www.tretyak.ru 2009 йыл 15 февраль архивланған., http://www.vladislav-tretyak.ru 2017 йыл 17 сентябрь архивланған.
- Третьяк, Владислав — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Владислав Александрович Третьяк
- Биография Третьяка на сайте Легенды Хоккея (инг.)
- Статистика и биография на сайте 1972summitseries.com (инг.)
- Статистика на сайте Eurohockey.net
- Интервью В. А. Третьяка
- Легендарный Владислав Третьяк. Фотолента
- Статистика на сайте ХК ЦСКА(Москва)