Хилажев Ренат Рафаил улы
Хилажев Ренат Рафаил улы (25 апрель 1983 йыл) — эшҡыуар, финанс консультанты, Башҡортостан Республикаһының кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, «РадостьЕсть» хәләл туҡланыу селтәре (кафе, ресторан) милектәше, блогер[1].
Хилажев Ренат Рафаил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 апрель 1983 (41 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡытаутамаҡ, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы, финансист, эшҡыуар, блогер |
Биләгән вазифаһы | етәксе[d] |
Уҡыу йорто |
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты |
Әүҙемлек урыны | кафе[d] һәм ресторан[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәРенат Рафаил улы Хилажев 1983 йылдың 25 апрелендә Силәбе өлкәһенең Ҡытаутамаҡ ҡалаһында тыуа. Сығышы менән Ҡыр-көҙәй башҡорттарынан. Уҡырға Ҡатаутамаҡ ҡалаһы мәктәбенә бара, 14 йәшендә Өфөгә килеп, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуын дауам итә. Рус мәктәбенән килгәнлектән башҡорт мөхитендә тәүҙә ауыр була, әммә тырышлығы ярҙамында мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлауға өлгәшә (2000).
Артабан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында юғары һөнәри белем ала (2005), әммә икенсе юғары белеме буйынса — финанс менеджеры, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын 2015 йылда тамамлай. 2007 йылдан бизнеста.
Бизнесҡа килгәнгә тиклем банк идарасыһы, «Урал финанс үҙәге» компанияһы директоры булып эшләй[2][1]. 2005 йылда лизинг компанияһына килә[3]. 2012 йылда аутосорсинг нигеҙендә бухгалтер һәм финанс консалтингы өҫтәмә эшмәкәрлеген аса. 2014 йылда Питерҙан алып Хабаровскиға тиклем Рәсәйҙе йөрөп сыға, уның лекцияларын 200-ҙән ашыу компания тыңлай[4]. Тәүге аҙымдарын бизнес-инкубаторҙан башлап, 2013 йылда фекерҙәштәре менән бергә тәүге ике тиҙ хеҙмәтләндереүсе ресторан һатып ала[5]. Ренат Хилажев бөгөн — Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙары ихтыяжы өсөн финанслауҙың төрлө төрҙәрен йәлеп итеү тәжрибәһенә эйә эшҡыуар. Һөҙөмтәлә 1 миллиард 500 миллион һум аҡса йәлеп ителә[1]. Башҡортостандың — бизнес, Рәсәйҙең банк йәмғиәтендә киң бәйләнештәргә эйә.
Әлеге ваҡытта «РадостьЕсть» кафеһы милектәше. Һуңғы проекттарының береһе — кафела Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан юғары баһаланған яһалма интеллект базаһында аш-һыуҙы таныу буйынса I SPOK аппарат-программа комплексын ҡулланыуҙы индереү. Компаньондары менән бергә «РадостьЕсть» селтәрен федераль франшиза итеп киңәйтергә планлаштыра[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӘүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестицион сәйәсәт буйынса совет эксперты (2020), Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы.
Яңы эш башлыусы эшҡыуарҙарҙы, оло йәштәгеләрҙе һәм теләүселәрҙе финанс грамотаһына өйрәтеү менән шөғөлләнә[6].
2020 йылдағы коронавирус пандемияһы осоронда «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе табиптарҙы йылы аш менән тәьмин итеү инициаторҙарының береһе[7].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, күп балалы атай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Ренат Хилажев: «При Хамитове в Башкирии у бизнесменов просто опускались руки» 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Ренат Хилажев: «За что давать взятку, если все вопросы сняты?» 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Ренат Хилажев: финансовый консалтинг, нефтехимия и общепит
- ↑ «Продажа услуг кредитного брокера юридическим лицам» 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Ренат Хилажев: От бизнес-инкубатора до собственной сети общепита
- ↑ В Уфе организованы бесплатные курсы по финансовой грамотности 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Кто и чем кормит врачей в ковидных госпиталях?
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ренат Хилажев. Сеть халяльных Кафе-столовых «Радость есть» 2021 йыл 21 апрель архивланған.
- Э. Муталова. Bashkort 2.0 / Э. Муталова.
- Дилбәр Ишморатова. 75 йыл:иҫтәлектәр, йөрәк һүҙҙәре... / Дилбәр Ишморатова. — Өфө, 2019. — 256 с.