Браун Николай Варфоломеевич
Николай Варфоломеевич Браун (25 апрель 1925 йыл — 10 апрель 1997 йыл) — 3-сө Белорус фронты 1-се һауа армияһы ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов һәм Кутузов орденлы 276-сы бомбардировка Гатчина авиация дивизияһының 34-се гвардия бомбардировкалы Тихвин Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы авиация полкының һауа уҡсыһы-радисы, гвардия сержанты.
Браун Николай Варфоломеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 апрель 1925 |
Тыуған урыны | Күгәрсен районы, СССР |
Вафат булған көнө | 10 апрель 1997 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Ырымбур, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Варфоломеевич Браун 1925 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССРы Йылайыр кантонының Воскресенск хуторында (хәҙерге Башкортостан Республикаһының Күгәрсен районы Воскресенское ауылы) тыуа. Украин. 1933 йылдан Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Николай мәктәптә генә уҡый. 7-се синыфты тамамлағас, ололар менән бер рәттән колхозда эшләй. Иген комбайны штурвалсыһы була.
1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл армияға саҡырыла һәм кесе авиация белгестәре мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1943 йылдың июлендә кесе сержант Браун мәктәпте «һауа уҡсыһы-радист» һөнәре буйынса тамамлай һәм часҡа ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың декабренән.
1944 йылдың ғинуарынан һуғыш аҙағына тиклем 34-се гвардия бомбардировка полкы составында һуғыша. Пе-2 бомбардировщигында уҡсы-радист булып оса. 1944 йылдың июленә Ленинград фронтында 49 хәрби осош яһай. 4 апрелдә немец истребителен бәреп төшөрә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1944 йылдың октябренән полк составында дошмандың Көнсығыш-Пруссия төркөмөн тар-мар итеү алыштарында ҡатнаша.
1944 йылдың 8 октябрендә гвардия сержанты Браун экипаж составында дошмандың мөһим хәрби объекттарын бомбаға тотоу өсөн 8 хәрби осош яһай. 1944 йылдың 20 октябрендә Шталлупенен ҡалаһында дошмандың хәрби техникаһын һәм тере көсөн бомбаға тотоуҙа ҡатнаша. 1-се һауа армияһының ғәскәр төрҙәре буйынса 1944 йылдың 29 ноябрендәге бойороғо буйынса хәрби осоштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн гвардия сержанты Николай Варфоломеевич Браун 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың мартында гвардия сержанты Браун иҫәбендә 112 хәрби осош була. 1945 йылдың 25 апрелендә ул 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың майында сержант Браун үҙ иҫәбенә 121 хәрби осош яҙа.
СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән Бөйөк Ватан Һуғышының йомғаҡлау этабында дошман менән алыштарҙа иҫ киткес ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ күрһәткәне, ҡурҡыу белмәгәнлеге өсөн гвардия сержанты Николай Варфоломеевич Браун 1-се дәрәжә Дан ордены менән наградланып, Дан орденының тулы кавалеры була.
Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылдарҙа старшина дәрәжәһендә отставкаға сыға. 1951 йылда ғаиләһе менән Ырымбур ҡалаһына күсә һәм Ырымбур осоусылар училищеһында хеҙмәтен дауам итә. 1960 йылда демобилизациялана. «Мельмаш» заводында электрик булып эшләй. 1997 йылдың 10 апрелендә вафат була.
Ырымбур ҡалаһы башлығының 1995 йылдың 27 апрелендәге бойороғо менән уға Ырымбур ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Николай Варфоломеевич Браун . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 28 июнь 2014.
- Браун Николай Варфоломеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.